Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
16 Июль , 17:00

Йәшелсәле тауыҡ ите

Тауыҡты (1,2 кг тирәһе ауырлыҡтағы) һыулы кәстрүлгә һалып, ҡайнатып сығарырға. Туртаһын йыйып алырға онотмағыҙ.  

Йәшелсәле тауыҡ ите
Йәшелсәле тауыҡ ите

Уға таҙартып, урталай бүленгән 1-әр һуған менән кишер һалырға ла, бер сәғәт бешерергә. Әҙер булғансы 10 минут ҡала самалап тоҙ, лавр япрағы, борос һалырға кәрәк.

Тауыҡты һурпаһынан алып һыуытырға ла, тиреһенән, һөйәктәренән айырырға, киҫәкләп турарға. Бешкән кишерҙе ваҡларға. Уларҙы табаға һалғас, өҫтөнә консерваланған борсаҡ (400 г) һалырға, ярты стакан һурпа ҡойорға. Уны фольга менән ҡаплап, 10 минут ҡыҙған мейескә ҡуйырға. Табынға ҡайнар килеш ҡаймаҡлы соус менән бирәләр.

Соус өсөн 500 г ҡаймаҡҡа 2 бүлкәт һарымһаҡ, самалап тоҙ, борос һәм 1,5 ҡалаҡ киптерелгән бөтнөк (мята) һалып, яҡшылап бутарға.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: