Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
20 Июль , 19:39

Их, хәлүәһе!

Хәлүәне үҙегеҙ әҙерләп ҡарағанығыҙ бармы? Эшләп ҡарағыҙ мотлаҡ. Өй хәлүәһе магазиндыҡынан күпкә айырыла, бик тәмле килеп сыға.

Их, хәлүәһе!
Их, хәлүәһе!

Хәлүәне үҙегеҙ әҙерләп ҡарағанығыҙ бармы? Эшләп ҡарағыҙ мотлаҡ. Өй хәлүәһе магазиндыҡынан күпкә айырыла, бик тәмле килеп сыға. Хәлүә яратмағандар ҙа, был тәмлекәстән баш тартмаҫ.

Бының өсөн 350 г таҙартылған көнбағыш, 1,5 стакан он, 1 стакан шәкәр кәрәк.

Көнбағышты алтынһыу төҫкә кергәнсе ҡоро табала ҡыҙҙырырға, ит тартҡыс аша үткәрергә. Айырым ҡоро табала ондо ҡыҙҙырырға кәрәк. Көнбағышҡа ҡыҙҙырылған ондо ҡушып болғатырға. Һыуҙан һәм шәкәрҙән 10 минут дауамында сироп ҡайнатырға. Масса шыйыҡ та, ҡаты ла булырға тейеш түгел. Көнбағыш, он, сироп һәм үҫемлек майын бергә миксер ярҙамында бутарға. Һалҡын үҫемлек майы сироп менән шунда уҡ бер массаға әйләнә. Бер төрлө ҡатнашма барлыҡҡа килгәс, хәлүәне целлофан пакет йәйелгән табаға һалырға, тығыҙлап тигеҙләргә һәм һыуытырға.

Хәлүә әҙер! Аштарыбыҙ тәмле, йортобоҙ бәхеткә тулы булһын!

"Һаҡмар" гәзите сайтынан алдынды.

Автор:
Читайте нас: