Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
22 Июль , 20:10

Телде йоторлоҡ ҡайнтама

Был ҡайнатманы бер мәртәбә тәмләп ҡарағандан һуң башҡаларына ҡарағы ла килмәй. Уны мотлаҡ ҡышҡылыҡҡа әҙерләгеҙ.

Телде йоторлоҡ ҡайнтама
Телде йоторлоҡ ҡайнтама

Был ҡайнатманы бер мәртәбә тәмләп ҡарағандан һуң башҡаларына ҡарағы ла килмәй. Уны мотлаҡ ҡышҡылыҡҡа әҙерләгеҙ.

Бер кг абрикосҡа ярты кг шәкәр алына. Абрикосты һөйәгенән таҙартығыҙ һәм уртаға телеп шәкәр менән болғатып ултыртығыҙ. Ошо арала һөйәктәрен ярып, эсендәге емешен алығыҙ. Абрикостың һуты сыҡҡас уны әкрен утта ҡайнатып сығарығыҙ, биш минуттан һуң һүндерегеҙ. Ҡайнатманы төнгөлөккә ҡалдырабыҙ. Икенсе көнөнә уға абрикостың емештәрен һалып тағы ҡайнатып сығарабыҙ һәм банкаларға һалабыҙ. 

Шуны ла белеп ҡуйығыҙ, әгәр ҡайнатманы эҫе килеш ҡойоп, шунда уҡ япҡанда, банканы ла, ҡапҡасты ла стерилләргә кәрәкмәй. Баҙыбыҙ тулы, йортобоҙ ҡотло булһын, дуҫтар!

Автор:
Читайте нас: