Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
26 Июль , 23:00

Еңел салат

Үҙенсәлекле һәм витаминдарға бай был салат бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға оҡшаясаҡ.  

Еңел салат
Еңел салат

50 г әстрерәхән сәтләүеген 1 балғалаҡ менән табала бутай-бутай 2 минут ҡыҙҙырып, һыуытырға ҡуйығыҙ.

500 г пекин кәбеҫтәһе япраһын ваҡлап турап, сөм һауытҡа һалығыҙ. 1 болгар боросон - һаламлап, 1 помидорҙы шаҡмаҡлап турағыҙ ҙа, кәбеҫтә һәм сәтләүек менән бергә бутағыҙ.

3 ҡалаҡ соя соусына 1 балғалаҡ бал, 2 ҡалаҡ бөртөклө гәрсис һалып бутағыҙ ҙа, был соусты йәшелсәләр өҫтөнә ҡойоғоҙ. Салатты табынға ҡуйыр алдынан ғына бутарға кәңәш ителә. Тоҙ, борос һәм тәмләткестәр өҫтәргә кәрәкмәй - соя соусы үҙенсәлекле тәм бирәсәк. 

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: