Әрселгән емештәрҙе аҡ сүстәрҙән һәм элпәләренән таҙартығыҙ. 400 г консерваланған ананасты сироптан алып һарҡытығыҙ.
Кәстрүлгә 1 стакан әфлисун һуты (магазиндан алған да ярай), таҙартылған әфлисун менән туралған ананасты, ярты стакан шәкәр һалып, талғын утта ҡайнатығыҙ. Ул ҡайнаған арала ананас сиробына 2 ҡалаҡ крахмал, бер семтем ваҡлап киптерелгән имбирь һалып иҙегеҙ. Әфлисунлы һут ҡайнап сыҡҡас, бутай-бутай яйлап крахмаллы ҡатышманы ҡушығыҙ.
1 стакан 35 процент ҡуйылыҡтағы һөт өҫтөнә (сливки) 60 г шәкәр һалып, миксер менән күперткәнсе туҡығыҙ.
Кеҫәлде стакандарға ҡойғас, өҫтөн күпертелгән һөт, ыуылған әфлисун ҡабығы һәм 50 грамм ваҡланған миндаль сәтләүеге менән биҙәгеҙ.