Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
28 Июль , 10:00

"Көн һәм төн" тортын бешереп ҡарағыҙ

Бүлмә температураһында йомшарған 100 г аҡ майға 1 банка ҡуйыртылған һөт, 2 йомортҡа һалып бутағыҙ ҙа...  

"Көн һәм төн" тортын бешереп ҡарағыҙ
"Көн һәм төн" тортын бешереп ҡарағыҙ

Бүлмә температураһында йомшарған 100 г аҡ майға 1 банка ҡуйыртылған һөт, 2 йомортҡа һалып бутағыҙ ҙа, 250 г он, аш һеркәһендә һүндерелгән 1 балғалаҡ сода һалып, шыйыҡ ҡамыр әҙерләгеҙ. Уны ике өлөшкә бүлеп, береһен майлы табаға һалып, 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 15 минут бешереп алығыҙ.

Ҡамырҙың икенсе өлөшөнә 2 ҡалаҡ какао һалып яҡшылап бутарға ла, тәүгеһе кеүек бешерегеҙ. Бисквиттар һыуынғас, уларҙың һәр береһен үткер бысаҡ менән арҡырыға ике өлөшкә бүлегеҙ.

600 г ҡаймаҡҡа 1 стакан шәкәр оно (пудра) һалып, миксер менән күпертегеҙ. Аҡ һәм какаолы бисквиттарҙы сиратлап, араһына ҡаймаҡлы массаны һылай-һылай ҡатлап һалырға. Ҡаймаҡты торттың өҫтөнә лә тигеҙләп һылап сығырға онотмағыҙ. 2 - 3 сәғәт һыуытҡыста тотҡас, өҫтөнә ҡырғыс аша үткәрелгән 1 лимон ҡабығы, бөтнөк япрағы менән биҙәп, табынға сығарырға ла була.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: