Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
30 Июль 2024, 10:00

Үҙенсәлекле шешлек

Һарыҡ итен коньяклы маринадта әҙерләгәнегеҙ бармы?  

Үҙенсәлекле шешлек
Үҙенсәлекле шешлек

Һарыҡ итен - ҙур булмаған киҫәктәргә, ҡойороҡ майын йоҡа ғына итеп телемләп турағыҙ ҙа, ҙур һауытҡа һалығыҙ. 3 баш һуғанды (1 кг ит, 150 г ҡойороҡ майы иҫәбенә), 20-әр г бөрнөк менән кинза үләне турап, самалап әсе борос менән тоҙ һалып бутағыҙ. 1 лимондың һуты менән 50 мл коньяк өҫтәгәс, тағы бер бутағыҙ ҙа, 8 сәғәт һалҡынса урында тотоғоҙ.

Итте шампурға ҡойороҡ майы менән сиратлап теҙергә кәрәк буласаҡ. Уны ғәҙәттәгесә, күмер өҫтөндә бешереп, табынға соус һәм йәшелсәләр менән бирегеҙ.

 

 

Автор: Гульнур Куватова
Читайте нас