Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
31 Июль , 10:00

Имбирлы эсемлек

Ул организм өсөн бик файҙалы.  

Имбирлы эсемлек
Имбирлы эсемлек

Таяҡлы дәрсенде (1 таяҡса) ваҡлап һындырып, 5 бөртөк ҡәнәферҙе, 4 кардамон өҫтәп, ҡоро табала 2 минут ҡыҙҙырығыҙ. Аҙаҡ был ҡатнашманы кофемолкала ваҡларға кәрәк буласаҡ.

5 см ҙурлыҡтағы имбирь тамырын ҡырғыс аша үткәреп, ярты лимон һуты менән ҡушығыҙ, он хәленә килгән тәмләткестәрҙе һалып, бутағыҙ. Ярты әфлисун ҡабығын ваҡлап өҫтәргә онотмағыҙ.

Килеп сыҡҡан ҡатнашмаға 1,5 литр ҡайнар һыу ҡойоп, томалап ултыртып тороғоҙ. Бер сәғәттән эсергә була. Әгәр эсемлек үтә әсе тойолһа, 1 стакан әфлисун һуты өҫтөргә була.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: