Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
7 Август , 16:19

Бик тәмле сәк-сәк

Был тәмлекәсте һәр хужабикә үҙенсә бешерәлер. Бына түбәндәге рецепт буйынса ла әҙерләп ҡарағыҙ.

Бик тәмле сәк-сәк
Бик тәмле сәк-сәк

«Һыуытҡыстан ете йомортҡаны алып (туң булһа, яҡшыраҡ), уға бер семтем тоҙ, ярты балғалаҡ сода һалып, миксерҙа 5 – 6 минут туғырға. Бик матур булып күперә.

Һуңынан әҙ-әҙләп он һалып, ҡалаҡ менән болғатырға. Өс тулы сынаяҡ он китә. Ҡамыр ҡулға йәбешмәй башлағас та 15 – 20 минут самаһы баҫабыҙ.
Уны киҫеп ҡарағас, тишектәр күп булһа, тимәк, әҙер.

Ҡамырҙы ете өлөшкә бүлеп йәйергә. Туҡмас ҡамырынан ҡалыныраҡ булһын.

Һуңынан йомшаҡ таҫтамал менән ҡаплап, бер аҙ ултыртып торорға.

Сироп: 0,5 кг шәкәргә, 0,5 кг балға, ике ҡалаҡ һыу һалып ҡайнатабыҙ. Ҡатнашма күбекләнгәс, әҙер була», тип яҙалар рецепты биреүсе төркөмдә.

Сәк-сәкте үҙегеҙ теләгән ҙурлыҡта киҫеп бешерергә мөмкин. Аҙаҡтан уға сиропты ҡойоп, яҡшылап болғатырға һәм матур итеп өйөргә генә ҡала.

Тәмле булһын!

Фото һәм сығанаҡ: Файҙалы кәңәштәр

Автор:
Читайте нас: