Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
14 Сентябрь , 12:26

Һеҙҙә "Ҡош теле" нисек атала?

Оло йомала май еҫе сығарып бешерендегеҙме әле? Өлгәрмәһәгеҙ, ял көндәренә һеҙгә шәп рецепт.

Һеҙҙә "Ҡош теле" нисек атала?
Һеҙҙә "Ҡош теле" нисек атала?

"Хәтәр тәмле алма бәлеше бешерҙем. Ул тәмлелеге, ул матурлығы....Һоҡланып бер булдым. Бер ҡап аҡ майҙы (маргарин да ярай, "Пышный","Пышка",йә "Хозяюшка") алдан һыуытҡыстан алып ҡуйҙым, йомшай торһон. 3 йомортҡаның һарыһына (ағын ситкә алып тороғоҙ) бер стакан шәкәр ҡушып ныҡ ҡына итеп туғыным да, йомшарған аҡмайҙы, аш һеркәһендә һүндерелгән ярты сәй ҡалағы соданы, самалап он ҡушып ҡамыр баҫтым. Бындай татлы ҡамырҙы таҡтала йәйеүе ауыр, шуға ҡамырҙың әҙерәк өлөшөн туңдырғысҡа тыҡтым,аҙаҡ кәрәк буласаҡ)) Ҡалғанын табаға ҡул менән йәйҙем. Ситтәрен бейек кенә итеп күтәрттем. Эсенә 3-4 алманы ҡырып һалдым да, өстөнә баяғы йомортҡаның ағын ярты стакан шәкәр менән туғып ҡойҙом. Бына инде сират туңдырғыста ял итеп ятҡан ҡамырға ла етте. Бәлештең иң өҫтөнә ошо ҡамырҙы ҡырғыс аша үткәреп һалабыҙ һәм 40 минутҡа духовкаға оҙатабыҙ. Мин әйтте тиерһегеҙ, иҫ киткес тәмле бәлеш бөтәгеҙгә лә оҡшаясаҡ, эҫе килеш ҡырҡмағыҙ түлке, һыуынғанын көтөгөҙ. Был бәлеште бешереү барышында иң ауыры шул һыуынғанын көтөү (тиҙерәк тәмләп ҡарағы килә бит!), ә ҡалғаны тиҙ эшләнелә. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, дуҫтарым!"- тип яҙған ул.

Әйҙәгеҙ, бөгөн изге йома көнөндә һеҙ ҙә яҡындарығыҙҙы тәмле бәлеш менән һыйлап алығыҙ!

Фото һәм сығанаҡ: Гөлназ Ишемғолова.

Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас: