Бер бәлешкә ҡамыр өсөн:
йомортҡа -1 дана,
шәкәр ҡомо - 1/4 стакан,
аҡ май - 50 гр,
тоҙ - 10гр,
ярты бал ҡалағы аш hеркәhе менән hүндерелгән сода,
кефир - 200 гр.
(Әсе ҡамыр әҙерләһәгеҙ ҙә була, ул ваҡытта сода урынына 20 г ҡоро сүпрә, кефир урынына һыу hалырға һәм ҡамыр ҡабарғансы 1 сәғәт көтөргә кәрәк).
Эслек:
ҡабаҡ - 700 гр,
дөгө - 100 гр,
йөҙөм - 100 гр,
өрөк емеше - 50 гр,
ҡара емеш - 50 гр.
Бешеп сыҡҡас өҫтөнә иретеп ағыҙыу өсөн аҡ май 50-100 гр (кем нисек ярата)
Өлгөргән ҡаты ҡабаҡты урталай ярып эсен таҙартырға, ҡабығын әрсергә, ваҡ ҡына турарға. Тоҙ hибеп бер аҙ тотҡас, иләккә hалып һыуын һарҡытырға. Ҡабаҡҡа бүрттерелгән дөгө, йыуылған һәм һарҡытылған емештәр, шәкәр ҡомо өҫтәргә һәм hәйбәтләп болғатырға. 🥄
Ҡамырҙы өҫтә күрһәтелгән барлыҡ ингридиенттарҙы ҡушып баҫабыҙ. Йәйгәс, эслек һалып, өҫтөнә икенсе йәймәне ҡапларға. Ҡамыр ҡырҙарын семетеп тоташтырырға.
Духовкала 1-1,5 сәғәт самаһы бешә. Әҙер булғас, өҫтөн асып, иретелгән аҡ май ағыҙырға мөмкин.