Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
15 Ноябрь , 16:07

Табынға тәмле "өсмөйөш"тәр бешерәйек

Ә әлегә, әйҙәгеҙ әле, күңелебеҙҙе күтәреп, матур кәйефкә көйләп, тәмле генә "өсмөйөштәр" бешереп алайыҡ. Күптән тәмлекәстәремдең рецептарын яҙғаным юҡ. Һағынып киттем үҙегеҙҙе!

Табынға тәмле "өсмөйөш"тәр бешерәйек
Табынға тәмле "өсмөйөш"тәр бешерәйек

Интернет селтәрендә Гөлназ Ишемғолованың "Мөхәббәтле миҙгел" төркөмөн күптәр яратып ҡарап баралыр. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар, әхирәттәр өсөн ул. Был юлы Гөлназ Ишемғолва әхирәттәренә бик тәмле өсмөйөштәр бешереү сере менән уртаҡлаша.

"Күңел тыныслығы кәрәк кешегә. Шунһыҙ ауыр йәшәүе. Күңел тыныслығын юғалтҡан кеше эстән үҙен бөтөрә. Юҡ-барға, эштәге проблемаларға, йәнеңде көйҙөргән, мәңге бөтмәҫтәй тойолған көнкүреш мәшәҡәттәргә үҙеңде ҡорбан итмәҫкә өйрәнергә кәрәк.

Кәйефеңә башҡалар түгел, үҙең хужа булырға тейешһең. Берәйһе һине тыныс ҡына барған тормош һуҡмағынан этеп-төртөргә теләгәндә, үҙеңдән һора: "Ни өсөн мин үҙемде кәмһетергә юл ҡуям, ул минән нимәһе менән өҫтөнөрәк?"

Беләһеңме, был тормошта бөтә кешене лә Хоҙай тиң итеп яралтҡан. Тик кешеләрҙә мин-минлек тойғоһо көслө, шуға саманан сығып китеү ҡайһы берәүҙәр өсөн бер ни тормай. Әммә барыһы ла ваҡытлы һәм тормош бөтә кешене лә үҙ урынына ултырта.

Һәм тағы ла... Был донъяла бер нәмә лә бушҡа эшләнмәй. Беҙ һиҙмәйбеҙ генә, ә бит тормошобоҙҙа булған бөтә хәл-ваҡиғалар, көтөлмәгән осрашыуҙар күптән күктәр тарафынан үҙ-ара күҙгә күренмәгән ептәр менән бәйләнгән. Мәле етһә, шул ептәр бер төйөнгә төйнәлә лә ҡуя.

Ә әлегә, әйҙәгеҙ әле, күңелебеҙҙе күтәреп, матур кәйефкә көйләп, тәмле генә "өсмөйөштәр" бешереп алайыҡ. Күптән тәмлекәстәремдең рецептарын яҙғаным юҡ. Һағынып киттем үҙегеҙҙе!

Был минең ныҡ яратҡан ҡамырым, иҫ киткес тәмле була. Бер йомортҡаға өс ҡалаҡ магазин ҡаймағы, бер ҡалаҡ майонез, ярты балғалаҡ тоҙ, 150 грамм аҡ май, он һәм ярты балғалаҡ ҡабартҡыс (разрыхлитель) һалып ҡамыр баҫабыҙ. Йомшаҡ, матур килеп сыға. Йомортҡа һалмайбыҙ тимәгеҙ, гел бер төрлө рецепт менән бешереүе ялҡытып китә бит, һалып ҡарағыҙ.

Эслегенә инде картуф, һуған, фарш алына. Ҡамыр еңел йәйелә. Өлөштәргә булеп ҡырҡып сыҡтым да һәр йомарламды айырым йәйҙем. Ҡалын итмәнем, ғөмүмән, бәлештәрҙең ҡамыры ҡалын булғанын өнәмәйем, шуға гел йоҡаҡ йәйәм.

"Өсмөйөштәр"ҙең өҫтөн аҙаҡ йомортҡа+һөт ҡатнашмаһы менән һөртөп сыҡтым. Быныһы матурлыҡ өсөн. Мейестә (электр духовкала) 35 - 40 минут самаһы беште.

Аштарығыҙ тәмле, ҡорған донъяғыҙ йәмле булһын, әхирәттәрем! Күңел тыныслығығыҙҙы юғалтмағыҙ!" - тигән Гөлназ Ишемғолова.

Ысынлап та, тормош шул тиклем матур, тик уның матурлығын күрә генә белергә кәрәк.

Фото һәм текст сығанағы: Гөлназ Ишемғолова.

Автор:
Читайте нас: