-14 °С
Болотло
2-се ҡат – бешкән 6 йомортҡаның һарыһын ҡырғыс аша үткәрергә.
3-сө ҡат – ваҡлап туралған һуған. Уны салат яһар алдынан 15 минут ярты балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ һыу һалынған 50 мл 9 процентлы уксуста тотоп алырға кәрәк.
4-се ҡат – ваҡлап туралған 250 г краб таяҡсалары. Уның өҫтөнә майонез һыларға.
5-се ҡат – 1 йәшел алманы әрсеп, эре ҡырғыс аша үткәрергә.
6-сы ҡат – ваҡлап туралған 200 г ветчина һалып, өҫтөнә майонез һыларға.
7-се ҡат – 100 г арахисты ҡыҙҙырып, блендер менән ваҡлап һалырға.
8-се ҡат – 6 йомортҡаның ағын эре ҡырғыс аша үткәреп, һибергә.
Салат өҫтөн йәшле тәмләткес үләндәр менән биҙәргә мөмкин.