4 йомортҡа, 400 г шыйыҡ ҡаймаҡ, 12 г ҡамыр күперткес (разрыхлитель) һәм 350 г ондан миксер менән ҡамыр туҡырға. Уны дүрт өлөшкә бүлергә. Береһенә – 50 г ваҡланған фундук, икенсеһенә – 2 ҡалаҡ какао онтағы, өсөнсөһөнә – 2,5 ҡалаҡ мәк орлоғо, дүртенсенегә 50 г туралған ҡара емеш һалып, төрлө ҡамыр әҙерләргә. Майланған табаға ҡамырҙарҙан дүрт төрлө корж бешереп алырға кәрәк.
100 мл ҡуйы һөттө (сливки) йылытып, 100 г һөтлө шоколал һалып иретергә. Уға 3 балғалаҡ какао онтағы, 80 мл бейлис (ирланд ликеры) һалып бутарға. Был массаны дүрт өлөшкә бүлеп, йылы килеш дүрт коржға яйлап һыларға. Ул тулыһынса коржға һеңергә тейеш.
Тортты биҙәр өсөн ике төрлө крем әҙерләргә.
Корждар өҫтөнә кофелы кремды һылап, бер-береһенә ҡатларға. Иң өҫкә мәкле коржды ҡалдырға. Уны иһә ҡаймаҡлы крем менән ҡапларға кәрәк. Әҙер тортты ике крем менән төрлө һүрәт төшөрөп, биҙәргә була. 1 – 2 сәғәт һалҡын урында ултыртып торғас, тортты табынға бирергә мөмкин.