-14 °С
Болотло
1-се ҡат – бешкән йомортҡаның (3 шт) ағын ҡырғыс аша үткәрергә лә, тәрилкәгә оҙонсараҡ түңәрәк формала һалырға.
2-се ҡат – 400 г ыҫланған тауыҡ итен турарға. Өҫтөнә майонез һыларға.
3-сө ҡат – 3 йомортҡа һарыһын ҡырғыс аша үткәрергә.
4-се ҡат – 300 г ҡаты сырҙы ҡырғыс аша үткәрергә. Өҫтөнә майонез һыларға.
5-се ҡат – 300 г виноград емешен урталай ҡырҡып, уны салат өҫтөнә теҙеп кенә һалып сығырға. Салаттың бер яҡ башын петрушка, селдерей япраҡтары менән биҙәп, табынға бирергә мөмкин.