Шоңҡар
+16 °С
Облачно
Аш-һыу
22 Января 2025, 12:00

Рататуй

Йәшелсәнән әҙерләнгән был ризыҡ барыһының да күңеленә хуш киләсәк...  

РататуйРататуй
Рататуй

2 баклажанды түңәрәк йоҡа телемдәргә телеп, тоҙ менән бутарға ла, 20 минут ултыртып торорға. Аҙаҡ һыуыҡ һыуҙа йыуып алырға кәрәк. Шулай иткәндә уның әсеһе бөтә. Ул арала 2 бәләкәй ҡабаҡты (кабачки), 3 помидорҙы, 400 г картуфты, 2 баш һуғанды түңәрәкләп турарға.

Табаны майлағас, йәшелсә телемдәрен аралаштырып, теҙеп сығырға. Өҫтөнә самалап тоҙ, ҡара борос, йәшел тәмләткестәр (тимьян, орегано, укроп) һәм ваҡлап һуралған 3 бүлкәт һарымһаҡты һибергә.

Рататуйҙы 190 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә картуф йомшарғансы бешерергә кәрәк – сөнки йәшелсәләр араһында иң оҙаҡ бешкәне ул. Йәшелсәләр өҫтөнә ваҡланған сохари һәм ҡырғыс аша үткәрелгән ҡаты сыр һибеп, 2 минут тағы ла мейестә тотоп алһаң, ризыҡ әҙер.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас