Сохари онтағы ҡулланаһығыҙмы?
Элек, башлыса кәтлит әүәләгәндә генә сохари онтағы ҡуллана инек, эйеме? Ә хәҙер көндән-көн оҫтара барабыҙ, әҙерләгән ризыҡ төрҙәре лә әрта бара. Тауыҡ киҫәктәре, сыр, эремсек шарҙары, нагестар һәм башҡалар – уларҙы ҡыҙҙырғанда мотлаҡ сохари кәрәк.
Уны әҙерләү өсөн икмәкте ваҡ киҫәктәргә турап, мейестә киптерәләр. Һыуынғас ит тартҡыс йә блендер менән ваҡлайҙар. Шулай уҡ полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, уҡлау менән дә ваҡларға була. Ҡайһы бер хужабикәләр икмәкте ҡыҙҙырмай, ә турап, туңдырып та ваҡлай.
Ә сохари онтағы булмаһа нимә эшләргә һуң? Иң уңайлы ысул – он ҡулланыу. Ул ни тиклем эрерәк тарттырылған булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Тағы ла манный ярмаһы менән алыштыралар. Кукуруз оно йәки онталған валсығы (хлопья) ҡулланырға була. Ҡыҫҡаһы, уңған хужабикәләр тәмле ризыҡ әҙерләү өсөн мөмкинлек таба.