Шоңҡар
+24 °С
Дождь
Аш-һыу
13 Июня , 14:00

Йәшелсәнән аш-пюре

Был ризыҡ йәй көнө өсөн тап-таман: еңел дә, туҡлыҡлы ла, тәмле лә. Әҙерләүе лә әллә ни ҡатмарлы түгел.  

Йәшелсәнән аш-пюреЙәшелсәнән аш-пюре
Йәшелсәнән аш-пюре

4 баш һуғанды, 800 г кишерҙе әрсеп, турарға. Уларҙы 4 ҡалаҡ үҫемлек майында ҡыҙҙырырға ла, кәстрүлгә һалып, 1 л һурпа йәки һыу өҫтәп, утҡа ҡуйырға. Таҙартып туралған картуф (1,2 кг тирәһе), 2 лавр ярпағы, петрушка һалып, ҡайнатырға. Йәшелсәләр бешкәс, уның яртыһын алырға, ә ҡалған яртыһын блендер менән иҙергә.

Иҙмәне ҡабат утҡа ҡуйып, бешкән йәшелсәләрҙең икенсе өлөшөн, 200 г консерваланған йәшел борсаҡ, 200 мл һөт өҫтө ҡушып, тоҙ, борос һибеп, тағы ла биш минут быҡтырырға. Табынға йәшел тәмләткестәр, сохари һәм ҡаймаҡ менән бирергә.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас