

Уның өсөн 3 йомортҡа, 125 г шәкәр, 150 г аҡ май, ванилин, 190 г он, семтем тоҙ, ⅔ балғалаҡ разрыхлитель, 2 алма һәм 1 стакан туңдырылған емеш (ҡарағат, сейә, ҡыҙыл ҡарағат, ҡурай еләге һәм башҡалар) алына.
Йомортҡаларҙы шәкәр менән туғыйбыҙ. Иретелгән аҡ май, ванилин өҫтәйбеҙ. Ондо ҡамыр ҡабартҡыс менән ҡушып иләгәс, ҡамырға ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Алманы таҙартып, ҡырғыс аша үткәрергәң Уны һәм туң еләкте ҡамырға ҡушып бутарға.
Әҙер ҡамырҙы формаға һалып өҫтөн тигеҙләргә лә, 180 градусҡа тиклем йылытылған мейескә 25-30 минут бешерергә. Бәлештең әҙерлеген сәнске менән төртөп тикшереп ҡарайбыҙ - бешкән булһа, сәнске йәбешмәй. Әгәр бәлештең йөҙө килеп, кәрәгенсә ҡыҙарған, ә эсе сейерәк икән, мейестә температураны кәметеп бешереп бөтәбеҙ.