Шоңҡар
+16 °С
Облачно
Аш-һыу
6 Августа , 14:09

Киске ашҡа - еңел аҙыҡ

Баҡласа ҡыяр өлгөргән ваҡытта витаминға бай, еңел үҙләштерелгән салат рецебы тәҡдим итәбеҙ. Уның өсөн ярты күсән Айсберг салаты, 3 ҡыяр, ярты банка консерваланған кукуруз, 5-6 ҡыяҡ укроп алабыҙ...  

Киске ашҡа - еңел аҙыҡКиске ашҡа - еңел аҙыҡ
Киске ашҡа - еңел аҙыҡ

Йәшелсәләрҙе теләгәнсә турайбыҙ, кукуруз ҡушабыҙ һәм алдан әҙерләнгән соус (ваҡытығыҙ булмаһа еңел майонез йәки ҡаймаҡ та ярай) өҫтәп, барыһын бергә бутайбыҙ.

Соус өсөн 150 г шәкәрһеҙ, тәмләткесһеҙ ябай йогурт, 4 ҡалаҡ майонез, ярты лимондың һуты, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ һарымһаҡ онтағы кәрәк буласаҡ. Уларҙы 1-2 минут сәнске менән бутарға - соус әҙер!

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас