Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
12 Сентябрь 2018, 18:31

“Бирәнлектән арынырға ваҡыт!” (№3, 2018)

Массаж оҫтаһы, юғары категориялы табип-андролог Альберт Руслан улы Буранғолов менән әңгәмә


Йоҡоһоҙлоҡтан интеккән сағым ине. Шуның һөҙөмтәһендә башым ауыртып китте. Массаж кәрәк, тип уйлап ҡуйҙым ниңәлер. Шунда күрше редакцияла эшләгән бик яҡшы танышымдың массажға йөрөй башлауы мәғлүм булды, һәм ул миңә лә үҙе менән барырға тәҡдим итте. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уйлап торорға хәлем дә юҡ ине, килеп тыуған мәсьәләне нисек тә булһа яйға һалырға кәрәк бит. Сараһыҙҙан тигәндәй уға эйәреп киттем. Массаж оҫтаһы, юғары категориялы табип-андролог Альберт Руслан улы Буранғоловҡа шулай барып эләктем. Асыҡ күңелле, шаян телле ағай (хәйер, ағай тиергә тел әйләнмәй, ул үҙ йәшенән күпкә йәшерәк күренә) ҡаршы алды. Компьютер программаһы буйынса диагностика үткәрҙе. Төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Һәм миңә ярҙам итә алыуын, әммә күп нәмәнең үҙемдән тороуын белдерҙе. Шулай итеп, дауалау курсы башланды. Бер сеансҡа массаж да, банкалар ҙа (уныһы ваккумлы массаж тип атала икән), энәләр ҙә, умыртҡа һөйәген тарттырыу һәм башҡа процедуралар ҙа инә. Бер пациентҡа бүленгән ваҡыт сәғәт ярым – ике сәғәт самаһы дауам итә.

Мин, һәр нәмәгә ижадсы күҙлегенән бағырға, образлы рәүештә күрергә өйрәнгән кеше уны ниңәлер автомеханикка оҡшаттым. Кешене тимер-томор ише күрә икән тип уйлай күрмәгеҙ, уның әле былай, әле тегеләй сабыуын, бер пациенттан икенсеһенә килеүен, эшен яратып башҡарыуын күргәнгә генә шулай тим. Кемгәлер банкалар ҡуя, йүгереп кенә барып ҡулын дезинфекциялай ҙа энәләргә тотона. Кешенең үҙ эшен яратыуы әллә ҡайҙан күренеп тора бит ул. Бер нисә тапҡыр интервью алырға тип диктофонымды әҙерләп барһам да, ваҡыты тығыҙ булыу сәбәпле, маҡсатыма өлгәшә алманым. Шулай ҙа мәле тура килгәндә һорауҙарымды биреп ҡалырға тырыштым.


‒ Альберт Руслан улы, башта үҙегеҙ хаҡында һөйләп үтһәгеҙсе?

‒ Байтаҡ йылдар инде массаж менән шөғөлләнәм. Минең дауалау сеанстары организмдың тәбиғи резерв фонды иҫәбенә нигеҙләнеп, тәбиғи ысул менән һауыҡтырыуға, йәғни ауырыуҙың сәбәптәрен юҡҡа сығарыуға йүнәлтелгән. Юғиһә бөгөнгө заман медицинаһы йыш ҡына симптомдарҙы дауалау менән генә сикләнә. Әгәр ҙә кешенең быуындары, умыртҡа һөйәге, башы ауырта икән, ауыртыу сигналын үлтереү өсөн һыҙланыуҙы баҫа торған дарыуҙар бирәләр. Ә симптомдарҙы ғүмер буйы дауаларға мөмкин. Минең дауалауым икенсе йүнәлештә. Ауырыуҙың сәбәбен асыҡлап, уны юҡ итергә тырышам. Һәм, тәбиғи, симптомдар ҙа үҙенән-үҙе юҡҡа сыға.

‒ Диагностика тураһында әйтеп үтегеҙ әле? Компьютер диагностикаһына ышанырға мөмкинме?

‒ Әлбиттә, мөмкин. Хәҙер программалар яңырып тора. Мин файҙаланғаны иң һуңғы программаларҙың береһе. Ул организмдың биохимик хәлен, органдарҙың торошон диагнозларға мөмкинлек бирә. Бынан тыш компьютер диагностикаһы менән генә сикләнмәйем. Кешенең тән торошон күргәс тә ниндәйерәк мәсьәләләр борсоуын аңлай алам. Энергетиканы ла бик яҡшы тоям.

‒ Һеҙгә йышыраҡ ниндәй сирҙәр менән мөрәжәғәт итәләр? Һәм дауалау курстарынан һуң ниндәй ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелде?

‒ Бындай методика менән 13 йылдан ашыу шөғөлләнәм. Һәм минең дауалау тәжрибәм осоронда бик күп кешеләр һауыҡтырылды. Умытрҡа һөйәге протрузияһы, артрит, артроз менән яфаланыусылар бик күп һауыҡтырылды. Паралич хәлендәгеләр ҙә аяҡҡа баҫты.

‒ Тимәк, һеҙҙең дауалау курстарығыҙ, нигеҙҙә, умыртҡа һөйәген дауалауға йүнәлтелгән?

‒ Эйе, ысынлап та шулай. Сөнки күп ауырыуҙар нәҡ умыртҡа һөйәге торошонан барлыҡҡа килә. Умыртҡа һөйәгенең ниндәй генә өлөшөндәге тайпылыштарҙы алһаң да ‒ ауырыу шунан башлана. Остеохондрозды ғына алғанда ла, ул етенән ашыу ауырыу барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә ала: баш ауыртыуҙарына, ҡулдарҙың ойоуына, паралич һуғыуына, диафрагмаға, тын алышҡа, уң йөрәккә, ҡан циркуляцияһына ла йоғонто яһауы ихтимал. Ошо сылбыр буйынса башҡа ауырыуҙар барлыҡҡа килеүе лә бар. Кеше организмын дауалау ошо нигеҙгә һалынған да инде. Ул бик яҡшы һөҙөмтә бирә. Бынан тыш, әлбиттә, кешеләргә аңлатыу эштәре алып барам, кәңәштәр бирәм. Сөнки күптәр нимәнән ауырып китеүҙәрен аңламай. Ауырыуҙар, ғәҙәттә, тормош рәүешенә һәм дөрөҫ туҡланмауға ла бәйле. Ә дауалау курсы үтеү ваҡытында минең үҙ талаптарым бар: аҡһым һәм углеводтар, һыу, йоҡо һәм әүҙемлек балансын һаҡларға кәрәк. Сөнки бөгөн, бигерәк тә ҙур мегаполиста, был боҙола. Һөнәри үҙенсәлектәргә бәйле кешенең тормош рәүеше лә үҙгәрә хәҙер. Улар, ғәҙәттә, аҙ хәрәкәтләнә. Уртаса ошолайыраҡ килеп сыға: кеше иртән тора, йыуына, иртәнге аш ашай, сәй, ҡәһүә эсә, подъездан сығып машинаға ултыра ла офисҡа саҡлы барып етә. Шунда баш ҡалҡытмай компьютер артында эшләй ҙә кискеһен йәнә автомобиленә ултырып өйөнә ҡайтып, киске аш ашап, телевизор ҡарарға ултыра. Һөҙөмтәлә, терәк-хәрәкәт системаһы зыян күрә. Организмдан төрлө сигналдар килә. Муйын, күкрәк, бил тәңгәлендә ауыртыуҙар һиҙелә башлай. Ҡулдар ойоуы ла ихтимал. Әммә кешеләр быға иғтибар итмәй. Белгестәр менән кәңәшләшмәй, быға тиклем нисек көн күргән, шулай йәшәүен дауам итә. Умыртҡа һөйәгендә бүҫер, быуындар артрозы һымаҡ етди сирҙәр барлыҡҡа килгәс кенә нисек тә дауаланыу юлдарын эҙләй башлай кеше. Миңә мөрәжәғәт итеүселәр араһында егермешәр, хатта ҡырҡар йыл баш ауыртыуы менән яфаланыусылар ҙа бар. Шундай кешеләрҙе күрәм дә ғәжәпкә ҡалам. Үрге Йәркәйҙән килгән бер ҡатынды ғына алайыҡ. 40 йыл инде башым ауырта, тип белдерҙе ул. Миндә дауаланыу курсы үткәндә, бишенсе көндә, баш ауыртыуы туҡтаған булған. Әммә был хаҡта өндәшмәгән. Күҙ тейер, тип ҡурҡҡан. Ике айҙан һуң ғына шылтыратып рәхмәт әйтте. Йәшәүҙең ни тиклем рәхәт икәнлеген тойҙом, ти. Башта, был ваҡытлыса хәлдер, баш ауыртыуы баҫылыуын белдерһәм, дауалауҙың көсөн кәметерһегеҙ ҙә аҙаҡҡаса дауалана алмаҫмын тип өндәшмәгәйнем, ти.

‒ Тимәк, ул һеҙгә баш ауыртыуы менән генә мөрәжәғәт итте инде?

‒ Эйе. Йыш ҡына баш ауырта. Ә был ‒ сәбәп кенә. Нигеҙе төптә ‒ умыртҡа һөйәгендә булыуы ихтимал. Әгәр ҙә беренсе кимәлдәге остеохондроз икән, умыртҡа һөйәгенең базиляр өлөшөндә баҫым бара. Йәғни баш мейеһендә ҡан йөрөшө боҙолған. Шулай уҡ баштың үҙендә ҡан ағышы боҙолған булыуы, ҡан тамырҙарының киҫкен ҡыҫылыуы ихтимал. Һәм иң ҡурҡынысы – ҡан тамырында төйөрсәләр барлыҡҡа килеүе бар. Быларҙың һәммәһе лә дөрөҫ туҡланмауға, аҡһым һәм углеводтар, һыу балансын һаҡламауға бәйле. Кешеләр ит ашау менән саманан тыш артыҡ мауыға бит хәҙер. Әммә әҙәм балаһының төҙөлөшөн ҡараһаң, ул үлән, йәшелсә-емеш менән туҡланыусы булараҡ яратылған. Тештәрегеҙҙең төҙөлөшөнә иғтибар итегеҙ әле, улар ҡырҡҡыс тештәрҙән һәм сәйнәүсе өлөштәрҙән тора. Һыйыр һәм аттарҙа ла шундай уҡ тештәр ҡоролошо. Һыйырҙы алһаҡ, ул үлән генә ашай, әммә кешенән ни саҡлымға ҙур, шул уҡ ат та үлән менән генә туҡлана һәм кешенән ни тиклем көслөрәк. Ошондай миҫалдар килтерә башлаһам, кешеләр аптырап ҡала. Беҙҙең ул хаҡта уйлап ҡарағаныбыҙ ҙа юҡ, тиҙәр. Ни өсөн һеҙ кеше ит ашарға тейеш, тип уйлайһығыҙ әле, беҙҙә бит йыртҡыс хайуандарҙыҡы ише сәйнәп йоторлоҡ ҡаҙыҡ тештәр юҡ та баһа, тим. Ғөмүмән, кешенең ашҡаҙан-эсәк юлы ит ашау өсөн ҡулайлаштырылмаған. Шуныһы ла бар: йылытылған, бешерелгән ризыҡты, бигерәк тә бешерелгән итте, организм эшкәртә алмай. Һөҙөмтәлә, беренсенән, кислота барлыҡҡа килә, икенсенән, күп шыйыҡса бүленә. Ул әсе шыйыҡса кешенең бөтә күҙәнәктәрен, ағзаларын, быуындарын тултыра. Кеше йылдар дауамында дөрөҫ туҡланмағас, организмдың хәле ҡалмай, ауыртыу сигналдары бирә башлай. Бигерәк тә итте, һөттө, аҡ икмәкте, тәмле-татлы ризыҡтарҙы, шәкәрҙе эшкәрткәндә кислота күпләп бүленеп сыға. Организм уны нейтралләштерә әммә сығарырға хәле ҡалмай. Сөнки уға кәрәкле һелтеле ризыҡ килмәй тиерлек. Ахыр сиктә тәндең төрлө мөйөштәрендә йыйыла башлай ул. Иң тәүҙә арҡаға йыйылып остеохондроз барлыҡҡа килеүгә йоғонто яһай, суставтар ҙа шул шыйыҡса менән тулғас, кешене артроздар яфалай. Дөрөҫ булмаған тормош рәүеше – терәк-хәрәкәт системаһы ауырыуҙарының элементар сәбәптәре бына ошолар. Әгәр ҙә кеше дөрөҫ туҡланыуға күсһә, етерлек кимәлдә таҙа һыу эсһә, уның иммунитеты нығый, организм яйлап һауыға башлай. Әммә бының өсөн ваҡыт талап ителә. Тулыһынса һауығыр өсөн кемгәлер өс йыл кәрәк, ә кемгәлер ун йыл да етмәй. Һауығыу өсөн дауалау процедуралары ла, мануаль терапия, энәләр терапияһы, ваккум терапияһы, гидромассаж, фитотерапия ла ярҙамға килә. Әгәр ҙә ошоларҙың барыһын да дөрөҫ эшләһәң, һауығыуҙы тиҙәйтергә мөмкин. Кеше еңеллек тоя. Уның хәрәкәтләнер өсөн көсө барлыҡҡа килә. Йоҡоһо ла тыныс була, баш ауыртыуы ла бөтә. Ауырыу артҡа сигә. Әммә күптәр ошо ваҡытта ҙур хата яһай. Хәле бер аҙ һәйбәтләнгәс, һауыҡтым тип уйлап, элекке тормош рәүешенә әйләнеп ҡайта. Ә тулы һауығыуға оҙаҡ әле. Аҙаҡҡа тиклем алып барып еткереү өсөн түҙемлек кәрәк. Ауыртыуҙар бөткәс, йыш ҡына улар кәңәшкә ҡолаҡ һалмай башлай. Әммә мин әйткәндәрҙе һис һүҙһеҙ үтәгәндәр, тулыһынса тормош рәүешен үҙгәрткәндәр ҙә бар. Улар менән хәбәрләшеп торабыҙ. Әле яңыраҡ ҡына Мишкә районынан бер хаҡлы ялдағы уҡытыусы апай үҙ кисерештәре менән бүлеште: “Яңынан тыуғандай булдым бит! Тормош шундай матур икән! Быға тиклем йшәмәгән дә булғанмын мин”, – ти.

– Быға тиклем ҡайҙа йөрөнөгөҙ һуң һеҙ?

– Мәскәүҙә МДМУ-ла уҡыным. һуңынан йүнәлтмә буйынса Екатеринбург ҡалаһына эшкә китем. Унда һигеҙ йыл эшләгәндән һуң Өфөгә ҡайттым. Бында төрлө дауалау учреждениеларында эшләнем. Исемдәрен атап тормайым.

– Ни өсөн медицина учреждениеларынан китергә булдығыҙ?

– Дөрөҫөн генә әйткәндә, һуңғы эшләгән шәхси медицина учреждениеларының береһендә баш табип минән анализдарҙың күрһәткесен күтәреүҙе талап итте. Мин, алдашырға намыҫым ҡушмағас, һеҙ баш табип бит, үҙегеҙ яҙығыҙ ҙа, имзағыҙҙы ҡуйығыҙ, ундай функцияларҙы үтәмәйәсәкмен, тип бәхәскә индем. Ошо хәлдән һуң күптәнге хыялымды тормошҡа ашырырға – рәсми медицина өлкәһенән китеп, шәхси тәжрибәмде башларға ҡарар итем. Сөнки шәхси практикала мин пациентҡа күберәк һәм тәрәнерәк дауалау бирә алам. Ә медицина учреждениеһының үҙ нормативтары бар. Унда пациенттарҙы тәбиғи ысул менән дауалауға бер кем дә рөхсәт бирмәйәсәк. Бөгөнгө заман медицинаһы өсөн был отошло ла түгел. Хәҙер ҡараһаң, бер йортта ғына дүртәр дауахана урынлашҡан. Фармакология бизнесҡа әйләнде. Дарыу етештергәндә, кемдер ауырып китеп, ошо дарыуға мохтаж булыр, тип фекер йөрөтмәй бит улар, нисек тә күберәк һатыу булһын тип тырышалар. Ә дарыуҙың сифаты хаҡында бөтөнләй уйлап та тормайҙар. Шуға ла мин йылдар буйы таблеткалар ҡабул иткән пациенттарыма ул препараттарҙы эсеүҙе туҡтатырға кәңәш итәм.

– Ҡан баҫымы юғары булғандар ҙа бөгөн таблеткалар менән генә көн күрә…

– Эйе, миндә ундай пациенттар бик күп. “Хәҙер биш йылдан ашыу инде көн дә өсәр дарыу ҡабул итәм. Невролог яҙҙы”, – тиҙәр. “Таблеткаларҙан яйлап ҡына ҡотолабыҙ, дозаны әкренләп кәметәбеҙ һәм ахыр сиктә бөтөнләй туҡтатабыҙ”, – тим. Һуңынан был дарыуҙарға күпме аҡса сарыф иткәнмен тип аптырашта ҡалалар. Баҡтиһәң, уларһыҙ ҙа йәшәргә һәм тағы ла сәләмәтерәк булырға мөмкин икән!

– Бөтөн ауырыуҙар менән дә мөрәжәғәт итә алалармы һеҙгә?

– Һәр төрлө ауырыуҙар менән дә мөмкин. Миңә кешене ҡарап, сирҙең сәбәбен асыҡларға кәрәк Ашҡаҙан-эсәк юлы, урология, гинекология. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа аналыҡ миомаһы, һыулы шеш (киста) кеүек патологияларҙы дауаларға ла тура килде. Хәл, ғәҙәттә, ошолайыраҡ була: ҡатын-ҡыҙҙар аналыҡта миома бар тинеләр, тиҙәр. Мин диагностика үткәрәм. Һәм диагностика барышында әлеге патологиялар күренмәй. “Киста ла, миома ла юҡ. Элементар рәүештә һеҙҙә паразиттар бар, уларҙы организмдан сығарырға кәрәк”, – тим. “Ә УЗИ бит миома бар тип күрһәтте”, – тип ныҡыша улар. Йыш осраҡта УЗИ күрһәткән патология – ул паразиттар колонияһы. Аппарат уны төйөр йәки ҡара тап булараҡ күрә һәм автоматик рәүештә миома, киста тигән диагноз ҡуя. Мин бындай мәсьәләләр менән мөрәжәғәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарға антипаразитар курс үтергә һәм ҡабаттан УЗИ-ға барырға тәҡдим итәм. Һәм, ысынлап та, күптәр, яңылыш диагноз ҡуйылған булған тип әйттеләр, тиҙәр. Бауырҙа, бөйөрҙә лә киста бар тигән диагнозды йыш ҡуялар. Һәм улар ҙа күп осраҡта паразиттар өйөмө булып сыға. Әлеге лә баяғы шул дөрөҫ туҡланмау, организмдың әселәнеүе һөҙөмтәһе был. Әсе мөхиттә бик күп микроорганизмдар барлыҡҡа килә. Ә кеше организмы, ғөмүмән, һелтенән тора. Быны һыу ятҡылығы менән сағыштырырға мөмкин. Йәй аҙағына һыуҙан алама еҫ килә, уны ләм баҫа бит, организм менән дә шул уҡ хәл. Шул уҡ ризыҡтар – ит, һөт, ҡаймаҡ, шәкәр, тәмле-татлы аҙыҡтар, төрлө ҡушылмалы кондитер изделиелары – улар организм тарафынан эшкәртелмәй. Кешене ағыулай. Иң тәүге сиратта ашҡаҙан-эсәк юлдары зарар күрә. Ҡайһы берҙә кешеләрҙән көнөнә нисә тапҡыр оло ярау итәһегеҙ тип һораһам, өс көнгә бер тапҡыр тип яуаплайҙар. Ә ул көнөнә ике тапҡырҙан да кәм булмаҫҡа тейеш. Был хәл һыу эсмәү менән дә бәйле. Кеше организмының 63 проценты һыуҙан тора. Дөйөм биохимик процесс өсөн һыу мотлаҡ кәрәк. Һыу етмәү сәбәпле, күҙәнәктәр араһындағы матдәләр, коллагендар ҡуйыра. Организм барыһын да үҙендә йыя башлай. Ә тейешле кимәлдә һыу эскәндә, метаболизм арта, ҡалдыҡтар сығарыла һәм, селтәр булйынса, барлыҡ ағзалар ҙа үҙ функцияларын үтәй башлай. Ә һыу эсмәгәндә организм һыуҙың сығыуына ҡамасаулай. Бының гипоксияға, онкологияға ла килтереүе ихтимал. Ә кеше ҡыҙыҡ бит ул. Һыу эсәһегеҙме, тип һораһаң: “Юҡ, эш ҡалдырып, туҡтауһыҙ бәҙрәфкә йөрөргә кәрәк бит унан һуң, юлда йөрөгәндә лә ҡамасаулыҡ тыуҙыра”, – тип яуаплай. Тәү ҡарашҡа үтә ябай тойолған ошондай алама ғәҙәттәрҙең ҙур проблемаларға килтереүе бар шул.

– Әйтәйек, кешенең бөгөндән үк массажға йөрөрлөк, йәки башҡа дауалау поцедуралары үтерлек мөмкинлге юҡ, ти. Беҙҙе, нигеҙҙә, ауылдарҙа алдыралар. Күп хәрәкәтләнһәләр ҙә, саф һауала йәшәһәләр ҙә ауылда йәшәүселәр ҙә йыш сырхай. Уларға нимәләр кәңәш итерһегеҙ?

– Мин райондарға сығып та ҡабул иткеләйем. Күптән түгел Дүртөйлөлә, Үрге Йәркәйҙә, Туймазыла булдым. Диагностика буйынса шуларға иғтибар итәм: барыһының да организмы әселәнгән һәм бик ҡурҡыныс авитаминоз. Остеохондроз да йыш осрай. Әйтеп үттем инде, былар барыһы ла дөрөҫ туҡланмауға бәйле. Ҡабатлайым һәм тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайым: ит ризыҡтарын ашауҙы туҡтатығыҙ йәки кәметегеҙ. Әйткәндәй, шулай тиһәң, ауыл кешеләре: “Ә беҙ иттән башҡа ризыҡ ашамайбыҙ”, – тип яуаплай. “Иттән башҡа ашар ризыҡ юҡ”, –- тип тә ебәрәләр әле. Нисек инде иттән башҡа ризыҡ булмаһын?! Ауылда, киреһенсә, ризыҡ күп. Шул уҡ йәшелсә. Уларҙан шундай тәмле кәтлиттәр яһап яшарға, йәшелсә бәлештәре бешерергә, төрлө витаминлы салаттар эшләргә мөмкин. Шул уҡ бойҙай культуралары, һоло, борсаҡ, ҡарабойҙай һәм башҡалар. Шыттырылған бойҙайҙан ғына ла 200-ҙән ашыу ризыҡ әҙерләргә мөмкин. Көнбағышты алайыҡ. Унан да төрлө ризыҡтар, тәмле шәкәрһеҙ хәлүәләр яһарға була. Шул уҡ эремсек, ҡатыҡ, ҡорот та файҙалы. Иң таҙа бал ауылдарҙа ғына. Шәкәр урынына бал ашағыҙ.

“Ит ашамаһаҡ, хәл юҡ”, – ти улар йәнә аҡланыу сараһын эҙләп. Йә аҡһымды ҡайҙан алырға һуң, тиҙәр. Беләһегеҙме, спирулинала аҡһым иткә ҡарағанда 40 тапҡырға күберәк. Ә спирулина ул – ғәҙәти диңгеҙ кәбеҫтәһе. “Гемоглобиным түбән, табип һыйыр бөйөрөн бешереп ашарға ҡушты”, – тигән кешеләр ҙә осрай. Ә мин: ”Бөйөр – ул организмдың фильтры. Хайуандың тормош дауамында унда шул тиклем күп бысраҡ йыйыла. Уны ашарға тәҡдим иткән табип – һеҙгә үлем хөкөмө сығарған”, – тип яуаплайым. Ә альтернатива бар ҙа инде. Шул уҡ кишерҙә аҡһым бөйөргә ҡарағанда ун биш тапҡырға күберәк. Ә картуфта – биш тапҡырға. Ә улар ишетергә лә теләмәй. Был, моғайын, ауылда йәшәүселәрҙең психологик үҙенсәлеге менән бәйлелер – күпләп мал тотоп, уларҙы салып, мотлаҡ бешереп ашау ҡандарына һеңгән булыуҙан киләлер.

– Һеҙ бөтөнләй ит ашағаным юҡ, тип әйттегеҙ. Һәм үҙегеҙҙе һәйбәт тояһығыҙ, йәш күренәһегеҙ. Нисә йәш һеҙгә?

– Рәхмәт! Илле ике.

– Ә мин бер утыҙ биштән дә артығыраҡты бирә алмайымсы…

– Рәхмәт! Әсәйем һөйләй ине: бала саҡтан шундай булғанмын. Ҡара сәй эсмәгәнмен. Миңә ҡайнаған һыу ғына бир әле, тип әйткәнмен. Күмәк балалы ғаиләлә үҫтек. Ауылда һәммәһенә лә бер үк ризыҡ, ҡаҙан тултырып аш бешерәләр бит инде. Барыһы ла ашай, мин ашамайым икән. Әрләп тә бөткәндәр. Ахыр сиктә мин үпкәләп өҫтәлдән тороп киткәнмен. “Бөтәһен дә ашатам да, һауыт-һаба йыуам. Әммә бер балам ас ҡалғанын беләм бит инде. Йәнемә толҡа тапмай, өс катуф әрсеп, бәләкәй генә мискәгә һалып бешерәм дә һине саҡырам. Йәшелсәләрҙе кинәнеп ашай торғайның”, – тип хәтерләй ине әсәйем. Миңә ул саҡта 6–7 йәштәр самаһы булған. Быға аптырарға түгел, бөгөн дә балалар араһында шундай хәлде йыш күҙәтәм. Улар былауҙың итен ситкә өйөп ҡуя. Аштың да ите тәрилкәлә ятып ҡала. Ә атай-әсәйҙәре, ит аша, юғиһә хәлең булмай, тиҙәр. Ҙур хата был. Балалар инстинктив рәүештә ит ашамай. Баланы нисек ит ашатырға икән тип тә һорайҙар минән. Ашағылары килмәһә, көсләп ашатмағыҙ, тим.

Ә бит бер кемгә лә сер түгел: иң ҙур юғарылыҡтарға өлгәшкән спортсылар – улар вегетариандар. Миңә массажға йөрөүселәр араһында ла бар ундайҙар. Ғөмүмән, был хаҡта күп һөйләйҙәр хәҙер. Вегетарианлыҡтың файҙаһы тураһында кешеләр белә. Әммә иттән баш тартырға, һис юғында уны ашауҙы кәметергә теләмәйҙәр.

– Ит ашамаһам, сирләп китермен, тип ҡурҡаларҙыр, бәлки. Табиптар ит ашарға ҡуша бит…

– Бәлки. Әммә шул уҡ ваҡытта спиртлы эсемлектәр эсергә ҡурҡмайҙар бит. Быны ҙур кинәнес менән эшләйҙәр. Иртәгеһе көнгә бахмур синдромы булыуы хаҡында белһәләр ҙә, улар йырлашып тороп эсеп ултыралар ҙа инде. Әҙәм балаһы, ғөмүмән, үҙ көсһөҙлөгөн аҡлар өсөн сәбәптәр уйлап сығарырға оҫта.

– Һеҙ – табип-андролог. Ирҙәр һаулығы буйынса ла күп мөрәжәғәт итәләрҙер?..

– Ирҙәр һаулығы буйынса бөтә ауырыуҙар менән дә килергә мөмкин. Сөнки бында һәр осраҡты айырым ҡарарға кәрәк. Балаға уҙа алмау сәбәпле мөрәжәғәт иткән парҙар ҙа бихисап. Күптәргә ярҙам иттем. Простата сирҙәре менән бик йыш киләләр. Простатаның елһенеүе, йомортҡалыҡ ауыртыуы менән мөрәжәғәт итәләр. Простата сирҙәре йәшәрҙе хәҙер. Элегерәк ул 40 йәштән һуң үҙен һиҙҙерә башлаһа, бөгөн 22–24 йәшлек егеттәрҙе лә борсой был мәсьәлә. Ни өсөн йәшәрҙе һуң ул? Әгәр ҙә йәштәрҙең тормош рәүешен алһаҡ, улар фасфуд, чипсы-фәлән менән туҡлана. Кола, һыра эсә. Был әйберҙәрҙә организм өсөн файҙа килтерерҙәй бер нәмә лә юҡ. һөҙөмтәлә, организм хәлһеҙләнә. Ауырый башлай. Икенсенән, мода ла үҙ өлөшөн индерә. Хәҙер тар джинсылар модала. Егеттәр, мода артынан ҡыуып, тәндәрен һығып торған джинсылар кейә, йоҡа ғына аяҡ кейемдәрендә йөрөй. Әле урамда 18 градус һалҡын. Әммә шайтанашыҡтарын (щиколотка) яланғасландырып йөрөгәндәр осрай. Нисек өшөмәйһең инде шунан?! Һыуыҡ нисек тәьҫир итә, беләһегҙме? Мейегә аяҡтар өшөй тигән сигнал килә лә ул унда ҡан ебәрә, аяҡты йылытырға өлгөрә алмай һалҡын ҡан ҡабат күтәрелә һәм тотош урологик система буйлап үтә. Ир-ат шунда уҡ ауырый башлай. Һәм, тәбиғи, сигналдарға бер кем дә иғтибар итмәй, шул килеш йөрөүен дауам итәләр. Йылдар буйы шулай йөрөйҙәр. Һуңынан импотенция, түлһеҙлек һәм башҡа ауырыуҙар барлыҡҡа килә.

– Шул уҡ энәләр, шул уҡ банкалар, шул уҡ массаж менән ярҙам итәһегеҙ инде?

– Эй, методика шул уҡ килеш ҡала. Әммә дауалау схемаһы үҙгәрә.

– Күреүемсә, һеҙгә табиптар ҙа мөрәжәғәт итә?..

– Үкенескә күрә, шулай. Әле кисә генә бер эндокринолог ҡыҙын алып килде. Хәҙер ай самаһы балаһының температураһы төшмәй икән. Нимә эшләргә икән, ти. Табип кеше лә балаһын нисек һауыҡтырырға белмәгәс, кем белергә тейеш һуң?! Аптырарға ғына ҡала инде! Миңә ҡалһа, табип кеше үҙе ауырырға тейеш түгел. Ауырып киткән хәлдә лә нисек дөрөҫ дауаланырға икәнлеген белергә бурыслы. Ауырыу табип иҫерек водитель кеүек бит ул…

– Тағы ла ниндәй теләктәрегеҙ булыр журнал уҡыусыларға?

– Мин, әлбиттә, кешеләрҙең тыныс йәшәүен, сәләмәт тормош, дөрөҫ туҡланыу рәүеше алып барыуҙарын теләр инем. Шул саҡта һәр ғаиләлә башҡаса мөхит барлыҡҡа килер ине. Сөнки ауырыу кешенең психологияһына көслө баҫым яһай. Кеше тирә-яҡ мөхитте бөтөнләй күрмәй, йәки уны һоро төҫтәрҙә генә күрә. Хатта ҡар бөртөгөн дә аҡ төйөр тип кенә ҡабул итә. Уның бөтөн матурлығын күрергә һәләтле лә түгел. Йәки шул уҡ япраҡҡа ҡарап та һоҡланмаясаҡ ул. Кеше йыш ҡына барыһына ла үҙе ғәйепле. Үҙеңдең көсһөҙ яҡтарыңды еңергә өйрәнергә, бирәнлектән, ашамһаҡлыҡтан, эскелектән арынырға кәрәк. Шул осраҡта, һис шикһеҙ, тыныслыҡ, дуҫтарса мөхит тыуасаҡ. Ғаиләләр араһында ғына түгел, халыҡтар, илдәр, ҡитғалар араһында ла… Сөнки кеше депрессив хәлдән ҡотоласаҡ. Агрессия, иреш-талаш, айырылышыуҙар, үлтерештәр, юлдарҙағы һәләкәттәр кәмейәсәк. Ә бит быларҙың барыһының да тамыры шул уҡ кешеләрҙең ябай ғына көсһөҙлөгөнә бәйле.

– Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Альберт Руслан улы! Уңыштар һеҙгә!


Бына шундай үҙенсәлекле алым менән дауалай тормошҡа үҙенсәлекле ҡараш менән баҡҡан Альберт Руслан улы Буранғолов. Мөмкин тиклем күберәк халыҡҡа ярҙам итеү теләге менән яна табип. Әйткәндәй, ул киләсәктә тотонорға ниәтләгән бер серен дә асып һалды. Был хаҡта ишеткәндән һуң, мин, ысын табип ҡына бындай эшкә тотонорға йөрьәт итә алалыр, тип уйлап ҡуйҙым хатта. Әммә уныһы, сер булғас, әлегә сер булып ҡалһын!


Читайте нас: