Шоңҡар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
29 Октябрь 2018, 17:20

Гиподинамия ауырыумы? (№ 9, 2018)

Гиподинамияны (физик хәрәкәт, күнегеүҙәрҙең кәмеүе сәбәпле мускулдарҙың хәлһеҙләнеүе) “цивилизация ауырыуы” тиҙәр һәм һуңғы йылдарҙа табиптар хәүефләнеп саң ҡаға, сөнки гиподинамияға ололар ғына түгел, балалар ҙа дусар бөгөн. Был хәлде ауырыу тип тә атап булмай, әммә уның һимереү, миокард инфаркты, гипертония кеүек етди тайпылыштарға килтереүе ихтимал.

Кеше меңәр йылдар буйына, төрлө ҡорамалдар уйлап сығарып, үҙенең көнкүрешен еңеләйтеү өҫтөндә эшләгән. Саҡрымдарҙы үтер өсөн тәпәйләргә тура килмәй хәҙер, аҙыҡ табыу ҙа физик көс талап итмәй. Керҙе машинка йыуа, бүтән йорт мәшәҡәттәрен дә техникаға ышанып тапшырҙыҡ, бер төймәгә баҫыу етә. Физик көс талап иткән һөнәрҙәр ҙә хәҙер “ултыраҡ”ҡа әйләнде.

Әлбиттә, тормошобоҙ уңайлашты, ә шәхси транспорт һәм төрлө гаджеттар ярҙамында ваҡытыбыҙ күбәйә. Шул уҡ ваҡытта йәйәү йөрөргә, иртәнге зарядкаға, спорт менән шөғөлләнергә ьваҡытыбыҙ етмәй. Йәғни ваҡытты экономиялау иң мөһим нәмәгә – кеше һаулығына кире йоғонто яһай. Әлеге күренеш ысынлап та етди хәүеф тыуҙырамы? Был хәлдән ҡотолоу сараһы ниндәй? Ошондайыраҡ һорауҙар менән өс тиҫтә йылға яҡын участка терапевы булып эшләгән юғары категориялы табип Лилиә Сафа ҡыҙы КИЛМӨХӘМӘТОВАға мөрәжәғәт иттек.

– Лилия Сафа ҡыҙы, физик активлыҡтың кәмеүе гиподинамияның төп сәбәпсеһе тип әйтергә буламы?

– Ысынлап та, хәрәкәт – йәшәү эшмәкәрлегенең һәм һаулыҡтың төп компоненты. Боронғо дауалаусылар бушҡа ғына “Хәрәкәт – ул йәшәү!” тимәгән. Һуңғы йылдарҙа был ҡағиҙә онотолоп барған төҫлө, уңайлыҡты өҫтөн ҡуябыҙ. Бер ун-ун биш йыл элек кенә балалар мәктәптән һуң урамда уйнай торғайны, үҙебеҙҙе, мәҫәлән, тыштан индереп булмай ине. Хәҙер иһә уҡыусыларҙың күпселеге буш ваҡытын компьютер, гаджеттар артында уҙғара. Әйткәндәй, балалар гиподинамияһы өлкәндәрҙекенә ҡарағанда хәүефлерәк. Сөнки үҫә барған организмға мускулдарҙың, йөрәктең, ҡан тамырҙарының актив эшләүе талап ителә. Ә фекерләү ҡеүәһе, аҡыл эшмәкәрлеге, уҡыуға һәләт ошо әүҙемлеккә туранан-тура бәйле.

Физик активлыҡтың етмәүе эске ағзалар торошонда сағылыш таба, етди патология үҫешенә булышлыҡ итә, депрессия, невроз кеүек эмоциональ тайпылыштарға килтерә. Әйткәндәй, күптәр был күренештәрҙе экологияға, эштәге, уҡыуҙағы йөкләмәләргә, ғаиләләге проблемаларға һылтай. Ә хәрәкәттең йәшәйешебеҙ сифатына йоғонтоһо ҙур икәнен иҫтән сығарабыҙ, буғай..

– Аңлашылды. Йәғни гиподинамия йәшәү рәүешенең дөрөҫ булмауы һөҙөмтәһе. Ә бының төп сәбәптәре...

– Автоматлаштырылған хеҙмәттәр менән файҙаланыу, урбанизация, ултырып эшләй торған һөнәрҙәрҙең артыуы (компьютер артында һәм ҡағыҙ эштәренә мохтажлыҡ күберәк), көнкүрештә төрлө техникалар ҡулланыу, аңлы рәүештә хәрәкәттән баш тартыу – йыш осраҡта тап ошолар хәрәкәтте сикләүсе булып тора. Шулай уҡ гиподинамияның беҙҙең теләккә ҡаршы йә беҙҙән тормаған сәбәптәр арҡаһында ла барлыҡҡа килеүе ихтимал. Мәҫәлән, йәрәхәтләнеү, хәрәкәт итергә ҡамасаулаған етди ауырыу. Һәм шуны билдәләп үтеү мөһим: түшәктә ятҡан сирлеләргә мускулдарҙың мөмкин тиклем күберәк эшләүе талап ителә, сөнки хәрәкәтһеҙ ятыу тромбоэмболия үҫешеүенә һәм бүтән хәүефле өҙлөгөүҙәргә килтереүе бар.

Әйтеп үтергә кәрәк, гиподинамия мәсьәләһе медицина өлкәһен генә түгел, социаль тармаҡты ла йәлеп итә, сөнки хәрәкәт етмәү сәбәпле барлыҡҡа килгән тайпылыш кешенең һәм дәүләттең кеҫәһенә һуға, эшкә һәләтен сикләй һәм хатта инвалидлыҡ сәбәпсеһе булыуы ла ихтимал. Миҫал итеп көндән-көн йышыраҡ йәштәрҙә, эшкә яраҡлы кешеләрҙә асыҡланған йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын килтерергә була.

– Гиподинамияны балаларҙа ла күҙәтелә тинек. Көн тәртибен дөрөҫ ойоштормау һөҙөмтәһелер был?

– Эйе, сәбәптәр шул уҡ тиһәң дә була. Бында атай-әсәйҙәрҙең ғәйебе ҙур. Үҙҙәре лә был йәһәттән үрнәк күрһәтмәй, баланы спортҡа ылыҡтырыуға, ял сәғәттәрен хәрәкәттә уҙғарыуына ла булышлыҡ итмәй.

Шулай уҡ хәҙер интеллектуаль һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур, ә белем алмайынса маҡсаттарға ирешеү ауыр. Шуға ла беренсе кластан уҡ балалар уҡыуға йүнәлтелә. Парта артында оҙаҡ ултырып арыйҙар, ә улар өсөн иң яҡшы ял – компьютер уйындары һәм телевизор ҡарау, атай-әсәйҙәр быға ҡаршылыҡ күрһәтмәһә, бигерәк тә. Шулай итеп, барлыҡ хәрәкәт ҡул суҡтарына ғына төшә: мәктәптә – ручка, өйҙә – “мышка”.

Ғаилә тәрбиәһенән тыш физик тәрбиә уҡытыусыларының (бөтәһенең дә түгел, әлбиттә) түбән квалификацияһы һәм хеҙмәтенә булған битарафлығы ла кире йоғонто яһай. Уҡыусылар физкультура дәресенә теләп йөрөмәй, төрлө сәбәптәр ҙә таба. Атай-әсәйҙәрҙең артыҡ ҡурсалауы үҙ эшен башҡара.

Гипокинезияға (физик хәрәкәттең кәмеүе) килтергән көн тәртибенә бәйле булмаған бүтән сәбәптәр ҙә бар – перинаталь гипоксия һәм бәпесләгәндәге травма, бәләкәй саҡта ауыр инфекциялар кисереү, мейе эшсәнлеге боҙолоу, нервы системаһы тайпылыштары, спорт менән шөғөлләнеү ысынлап тыйылған эске ағзалар ауырыуҙары.

– Хәрәкәт етмәгәндә организмда нимәләр була?

– Тейешле кимәлдәге физик активлыҡ мускулдар үҫеше, йөрәк һәм ҡан-тамырҙарының дөрөҫ эшләүе өсөн мотлаҡ. Хәрәкәт иткәндә ҡандың ағзаларға еткерелеүе яҡшыра, матдәләр алмашыныуы көсәйә, аҡыл эшмәкәрлеге һәм физик эшкә һәләтлек арта, сыҙамлылыҡ, стрестарға ҡаршы тороусанлыҡ үҫешә, иммунитет нығына.

Ә аҙ хәрәкәтләнгәндә мускулдар, быуындар эш мәкәрлеге һүлпәнәйә, матдәләр алмашыныу насар бара. Шуға ла кеше көнө буйы ятһа ла (йә ултырһа) үҙен ныҡ арыған итеп тоя, хатта бер нисә сәғәт буйы актив хәрәкәт иткән кешегә ҡарағанда ла.

– Хәрәкәт етмәү – ауырыу түгел. Шулай ҙа...

– Ауырыу түгел, әммә уның кеше организмына йоғонтоһо ҙур. Ошо урында гипокинезия ҡуҙғытҡан хәл-тороштарҙы һанап үтеү ҙә етер, моғайын.

1. Атеросклероз (артерия көбөнөң эске яғында липоид матдәләр йыйылыуға һәм тоташтырғыс туҡыма үҫеүгә бәйле оҙаҡҡа һуҙылған ауырыу);

2. Артыҡ ауырлыҡ;

3. Артериаль гипертензия (юғары ҡан баҫымы);

4. Йөрәктең һәм мейенең хроник ишемияһы ;

5. Инсульттар (баш йә арҡа мейеһе ҡан әйләнешенең патологик процесс һөҙөмтәһендә киҫкен боҙолоуы; баш мейеһенә йәки уның ҡабығы аҫтына ҡан һауыу; мейе өлөшөн ҡан менән тәьмин итеү туҡталыуы йә кәмеүе; мейе тамырының тромба йә эмбол менән тығылыуы һ.б.);

6. Эндокрин-матдәләр алмашыныу боҙолоу;

7. Депрессия, невроздар;

8. Остеохондроз (һөйәк һәм кимерсәк туҡымаларындағы дистрофик процесс), сколиоз (умыртҡа бағанаһының уңға йәки һирәгерәк һулға бөгөлөүе), остеопороз (һөйәк туҡымаһының структураһы боҙолоуы: кәмеүе, нәҙегәйеүе, кәкрәйеүе, тишекләнеүе һ.б. күҙәтелә);

9. Ҡурылдай системаһы ауырыуҙары. Күреүебеҙсә, хәрәкәт етмәү һәр ағза һәм системаға кире йоғонто яһай. Оҙайлы гиподинамия мускул аппаратының атрофияһына килтерә, унан һөйәктәр кальцийға ярлылана һәм остеопороз үҫешә. Хәрәкәтһеҙлек һөҙөмтәһендә аппетит күтәрелеү кешене һимертә, йәғни физик күнекмәләр башҡарыу тағы ла ауырлаша. Ауырлыҡ артыуы, эндокрин-матдәләр алмашыныу боҙолоу, атеросклероз иһә ҡан баҫымын күтәрә, йөрәккә бирә. Мейе лә зыян күрә: кислород етмәү, ҡан тамырҙары ҡаҡшау интеллектуаль мөмкинлектәрҙе, хәтерҙе, иғтибарҙы кәметә, эшкә һәләтлек боҙола, йоҡоһоҙлоҡҡа, неврозға килтерә. Остеохондроздың йәшәреүе туранан-тура гиподинамияға бәйле. Ә балаларҙың оҙайлы ваҡыт ултырыуы умыртҡа бағанаһының кәкрәйеүенә сәбәпсе, ә был үҙ сиратында ағзалар үҫешенә кире йоғонто яһай.

– Айырым алғанда, аҙ хәрәкәтләнеү сир булмағас, бүтән ауырыуҙар кеүек билдәләре лә юҡтыр? Шулай ҙа нимәгә иғтибар итергә?

– Хәлһеҙлек, талсығыу, эшсәнлек кәмеү, тиҙ арыу, төндә йоҡоһоҙлоҡ, көндөҙ йоҡо баҫыу, ҡыҙып барыу, йыш кәйеф алмашыныу, апатияға бирелеү, аппетит кәмеү йә, киреһенсә, асылыу, йыш һыуыҡ алдырыу. Ошондай хәл-торош гиподинамия эҙемтәһе. Әлеге билдәләр балалар гиподинамияһын да сағылдыра. Өҫтәүенә, һимереү, аш эшкәртеү системаһы тайпылыштары (гастрит, колит, бауыр эшмәкәрлеге боҙолоу) күҙәтелә. Йәшәү рәүеше хаҡында уйланып, уны яйға һалыу тураһында ҡайғыртмағанда, был билдәләргә мускул, һөйәк ауыртыуҙары, гипертония, диабет, йөрәктең ишемия ауырыуы, психологик проблемалар өҫтәлә.

Ауыр операциянан йә йәрәхәтләнгәндән һуң сараһыҙҙан гиподинамияға дусар булғандарға тромбоз, тромбоэмболия, инсульт, тәндең сейләнеү, боҙолоу хәүефе ҙур. Бындай эҙемтәләрҙән һаҡланыу өсөн карауатта ятҡан килеш күнекмәләр башҡарыу, массаж эшләтеү зарур.

Хәрәкәтте сикләмәгән дауалау (операция) төрҙәренән һуң йөрәк эшмәкәрлеген, ҡан йөрөшөн яҡшыртыуға, туҡымаларҙың тәүге хәленә ҡайтыуына булышлыҡ итеү йәһәтенән табиптар күнекмәләр эшләргә, йөрөргә ҡуша. Ә күпселек пациенттар йә ауыртыуға һылтанып, йә ҡурҡып, йә ялҡауланып был кәңәштәрҙе тотмай.

– Лилия Сафа ҡыҙы, ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда уны иҫкәртеү яҡшыраҡ икәнен беләбеҙ. Шулай ҙа әлеге хәлдән нисек ҡотолорға?

– Гиподинамия (гипокинезия) осрағында, әгәр ваҡытында саралар күрелһә, ауырыу тураһында һүҙ ҡуҙғатыу ҙа кәрәкмәйәсәк. Гиподинамия өсөн медикаментоз дауалау ҡаралмаған. Ә хәрәкәтһеҙлек һөҙөмтәһендә теге йәки был ауырыу үҫешә икән, табиптар дарыуҙар ҡулланырға мәжбүр. Гиподинамияны булдырмау өсөн әллә күпме буш ваҡыт та, ҡыйбатлы тренажерҙар ҙа кәрәкмәй. Дөрөҫ йәшәү рәүеше алып барыу саралары һәр беребеҙгә билдәле, ябай һәм матди сығымдар талап итмәй. Иң мөһиме – теләк булһын.

Физик активлыҡты арттырыу алдынан тәүҙә насар ғәҙәттәрҙән (иң йыш осрағаны – тәмәке тартыу) арыныу фарыз. Туҡланыуға иғтибар бүлеү мотлаҡ. Төнгөлөккә ҡарай күп ашауҙан, шарап йә бүтән алкоголдән баш тартыу яҡшы. Көн тәртибенә (бигерәк тә ултырып эшләгәндәр өсөн) иртәнге гимнастиканы һәм кискә күнекмәләр башҡарыуҙы индерергә кәрәк. Йөрәктең һәм башҡа ағзаларҙың яҡшы эшмәкәрлеге өсөн хәрәкәт итеү 30 минуттан да кәм булмаҫҡа тейеш. Мәҫәлән, көнөнә 2 саҡрым йөрөү (бер нисә мәртәбә булһа, тағы ла яҡшыраҡ) талап ителә. Бөтә төркөм мускулдарҙы активлаштырыу өсөн йүгереү бик файҙалы.

Мускулдарҙы өй шарттарында ла нығытырға мөмкин, ярҙамға – гантель, эспандер, ырғымыс (скакалка), турник. Ә бик файҙалы булған сүгәләү, ерҙән ҡалҡыныу бер ниндәй спорт ҡорамалы талап итмәй. Йөҙөү ҡан йөрөшөн яҡшырта, сыныҡтыра, мускулдарҙы нығыта, остеохондрозды профилактикалай. Һыу нервы системаһына ла ыңғай йоғонто яһай, тынысландыра. Велосипедта йөрөү бик файҙалы. Аҙ хәрәкәтләнеү һөҙөмтәһендә теге йәки был ауырыу барлыҡҡа килә икән, табипҡа мөрәжәғәт итеү кәрәк. Шулай ҙа бер медикамент та хәрәкәтте, гимнастиканы, күнекмәләрҙе алмаштырмай.

– Күнекмәләрҙе ҡапыл башлау ҙа ярамайҙыр?

– Әлбиттә. Бигерәк тә һимереү, шәкәр диабеты менән яфаланғандар спорт күнекмәләрен башларҙан алда табип менән кәңәшләшергә тейеш. Мөмкин булған йөкләмәне билдәләү өсөн. Ҡан баҫымы юғары булғандарға, йөрәк һәм мейе эшмәкәрлеге боҙолғандарға ла ҡағыла был. Ә балаларҙы бәләкәйҙән иртәнге гимнастикаға күнектереү яҡшы, спорт секцияларында шөғөлләнһендәр, тышта күберәк йөрөһөндәр, хәрәкәтсән уйындар уйнаһындар.

ГИПОДИНАМИЯ – ЗАМАНЫБЫҘҘЫҢ ЕТДИ ПРОБЛЕМАҺЫ, ӘММӘ УНЫҢ МЕНӘН КӨРӘШЕРГӘ МӨМКИН ҺӘМ КӘРӘК. АЛЛАҒА ШӨКӨР, СӘЛӘМӘТ ТОРМОШ РӘҮЕШЕ АЛЫП БАРЫУ МОДАЛА ХӘҘЕР. КЕШЕЛЕК БЫЛ МӘСЬӘЛӘНЕ АҢЛАЙ ҺӘМ ХӘЛДЕ ҮҘГӘРТЕРГӘ ТЫРЫША. БЫЛ, ҺИС ШИКҺЕҘ, ЯҠШЫ КИЛӘСӘККӘ ЫШАНЫС ТЫУҘЫРА.
Читайте нас: