Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
11 Ноябрь 2018, 15:25

Алкоголизм – психиатрик ауырыу

Алкоголизм йылдар һуҙымында үҫешә тип әйтеп үткәйнек инде. Иң мөһиме – ғәҙәткә әйләндермәү. Сөнки ғәҙәттән ауырыуға бер аҙым. Айына ике тапҡырҙан да йышыраҡ һәм арыған мәлдә, теге йәки был стресс кисергәндә, проблемалар килеп тыуғанда эсергә кәңәш итмәҫ инем. Ҡайһы бер йәштәр ныҡ эсһә лә, улар әле ауырыу түгел. Ваҡытында ыңғай яҡҡа йүнәлеш бирелһә, улар эсмәйәсәк. Мәлен ҡулдан ысҡындырған осраҡта бер 7-8 йылдан алкоголик буласағына шик юҡ.

Алкоголизм – эҙмә-эҙ иҫерткес эсемлектәр эсеүҙән барлыҡҡа килгән ҡатмарлы ауырыу, һаулыҡты ҡаҡшатып, шәхесте юҡҡа сығарыуға илтеүсе “алкоголгә физик һәм психик бәйләнгәнлек” тип аталған һуҡмаҡ. Һәр эскесе үҙ юлын үтә. Кемдер тиҙерәк, кемдер был яфаһын оҙаҡҡараҡ һуҙа, әммә һөҙөмтә бер – кеше эскелек ҡолона әйләнә. Был ауырыуҙың нигеҙендә һәм сәбәпсеһе булып йәмғиәт тора, тиҙәр. Ә йәмғиәт үҙе нимәнән тора һуң? Һәр бер кеше – шул йәмғиәттең бер өлөшө түгелме ни?


Ошондайыраҡ уйҙар беҙҙе 1-cе республика наркология диспансерының бүлек мөдире, медицина фәндәре кандидаты, 1-се категориялы психиатр-нарколог Азат Рәил улы Әсәҙуллинға алып килде лә инде.


- Азат Рәилевич, һүҙҙе алкоголизмдың үҫешеүенән башлайыҡ…


- Был сир бер ҡасан да ҡапыл башланмай. Көсәйә барыусы ауырыу булараҡ, эҙмә-эҙлекле 3 стадияла үтә. Бер стадиянан икенсеһенә күсеү һалмаҡ, һиҙҙермәйсә генә тормошҡа аша. Тәүге стадия алдынан, ғәҙәттә, ымһындырғыс этап үтелә. Ул даими рәүештә “мәҙәни” эсеүҙән ғибәрәт. “Беҙ культурно эсәбеҙ” тигән һүҙҙәр күптәргә таныштыр, моғайын. Был осор бер йылдан ун йылғаса һуҙылыуы ихтимал. Алкоголизмға бирешеүсәндәр иһә был арауыҡты бик тиҙ үтә, ҡайһы ваҡыт хатта бер нисә ай эсендә. Унан “аҙ мәҙәниле” эсеү осоро башлана, йәғни кеше 1-се стадияға аяҡ баҫа.


Был ауырыуҙы тулы айыҡлыҡ ҡына туҡтата ала. Һәр бер “ысҡыныу” кешене ситкә ташлап ҡына ҡалмай, проблемалар төйөнөн нығыраҡ тартып, алкоголгә бәйләнгәнлекте тағы ла көсәйтә.


- Ниндәй билдәләр белгескә күренергә ваҡыт тигәнде аңлата?


- Кешенән йыш ҡына спирт еҫе сыға. Эсергә сәбәп эҙләй. Бындай мөмкинлек сыҡһа, ҡыуана. Ниндәйҙер ритуалдар, алкоголгә бәйле шаяртыуҙар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, шоферҙар өсөн йома көнө байрам һанала. Эскән ваҡытта контроль юғалтыуы бар, ә уның эҙемтәһе күпселектә яҡшылыҡ менән тамамланмай – үҙенә күрә билдә.


Халыҡта “йығылғансы эсеү” тип нарыҡланған сама белмәү ҙә ҡыңғырау. Йә айыҡ, йә ныҡ иҫерек. Был алкоголизмдың башы һанала.


- Ә һеҙгә ниндәй стадияла йышыраҡ мөрәжәғәт итәләр?


- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икенсе стадияла. Кеше даими рәүештә эскелек зәле менән ауырый (похмель синдромы). Эсмәйенсә йәшәй ҙә алмай, организмдың эсергә хәле лә етмәй. Был осраҡта тахикардия, хәлһеҙлек күҙәтелә, кәйеф насар була, тирләтә, нимә эшләргә белмәй, ҡыҫҡаһы, кешегә ҡыйын. Ғәҙәттә ошондай хәлдә беҙгә мөрәжәғәт итәләр. Һәм күберәк ошонда туҡталып та ҡала. Ҡағиҙә булараҡ, 3-сө стадияға бик һирәктәр генә күсә. Ул ваҡытта инде галлюцинацияға тиклем барып етә.


1-се стадияла психологик кимәлдә барыһын да кире ҡайтарып була әле.


- Ҡайһы берәүҙәр үҙенең ауырыу икәнен танырға теләмәй һәм табипҡа барыуҙан баш тарта…


- Эйе, ул беҙҙең төп проблема. Сөнки алкоголизм – психиатрик ауырыу. Уны танымайса тороп, дауалауҙың һөҙөмтәһе аҙ. Шулай ҙа, 8 йыл диспансерҙа эшләү дәүеренән сығып ҡарағанда, һуңғы 1,5-2 йыл эсендә эсеүҙәрен ташларға теләп мөрәжәғәт итеүселәр һаны арта төштө. Бәлки, быға илдәге иҡтисади көрсөк тә йоғонто яһағандыр, күптәр эшен юғалтыуҙан ҡурҡып эсеүен ташларға ҡарар итә. Үҙҙәре килеп кәңәш һорай. Тимәк, улар проблеманың барлығын асыҡлаған.


- Эскелектең сәбәптәрен ниҙә күрәһегеҙ?


- Биологик (нәҫелдән килеүсе), булдырылған, ҡатнаш сәбәптәрҙе айырып ҡараһалар ҙа, аныҡ ҡына әйтеп булмай. Сөнки ата-әсәһе эскесе булып та, балалары эсмәҫкә мөмкин, йәки киреһенсә, ата-әсәһе эсмәй-тартмай, балаһы эскесе йә наркоман. Байтаҡ кеше депрессиянан ҡотолоу юлын иҫерткес эсемлектәрҙән эҙләй. Әммә бының менән ул депрессияһын нығыраҡ тәрәнәйтеүен аңламай. Ғөмүмән, үҙ-үҙен аңламау, дөрөҫөрәге аңларға тырышмау ҙа сәбәпсе була ала. “Компания өсөн” тип эсә торғас, һаҙға батҡанын һиҙмәй ҙә ҡалыусылар бар.


Алкоголизм – ауырыу, шуға ла уға төкөрөп ҡарарға ярамай. Мәҫәлән, теш һыҙлаһа, ғәҙәттә дарыу эсеп ауыртыуын баҫабыҙ ҙа, артабан йәшәй бирәбеҙ. Һөҙөмтәлә, бәләкәй генә тишеген ямап ҡалмағас, ул теште һурыуға тиклем барып етә. Бында ла шундай уҡ хәл.


- Наркология диспансерында дауаланып сыҡҡандан һуң йыш осраҡта алкоголизм ҡабатлана…


- Эйе, наркология диспансеры кешегә ярҙам итә, әммә башҡаса бөтөнләй эсмәйәсәк тигән гарантия бирә алмай. Ул гарантияны кеше үҙе генә бирә ала, миңә ҡалһа. Оҙайлы эсеүҙе 3 көндә туҡтатып була. Әммә бының менән генә эш бөтмәй, артабан стабилләштереү процесы үткәреү ҡаралған. Ағзаларҙың, тамырҙарҙың, баш мейеһе эшмәкәрлеген, матдәләр алмашыныуын яйға һалыу, организмды һәм күңел проблемаһын төҙәтеү бурысы тора. Был 2-3 аҙнаға һуҙыла. Бынан һуң алынған һөҙөмтәләрҙе нығытыу фарыз. Оҙайлы процесс булғанлыҡтан, күптәр тулы курсты үтеп бөтмәй. Шулай итеп, эскелектең төп нигеҙе булып торған депрессия йыш осраҡта дауаланмай ҡала, психологик ярҙам күрһәтелмәй тиерлек. Һәм алкоголизм яңынан баш ҡалҡыта. Ошоға бәйле, беҙҙең диспансер химик, йәғни алкоголь, наркотик бәйләнгәнлектән генә дауалап ҡалмай, ә депрессиянан сығарыу йәһәтенән дә эш алып бара, алкоголизм менән депрессияны айырып ҡарайбыҙ хәҙер.


Европа схемаһына ярашлы, ниндәй генә бәйләнгәнлекте алма – уйын, эсеү, химик – барыһы ла реабилитация ярҙамында ғына дауалана. Бынан тыш өҫтәмә рәүештә даими курстарға, тренингтарға йөрөһәләр, тағы ла яҡшыраҡ.


- Дауалауҙа ниндәй ысулдарға йышыраҡ мөрәжәғәт итәһегеҙ?


- Дауалауҙың күп төрҙәрен ҡулланабыҙ. Ниндәйҙер дауалау ысулын һайлар өсөн кешенең үҙен күрергә, ни сәбәпле эсә башлауын, ауырыумы, әллә ғәҙәтме икәнен асыҡларға кәрәк тәүҙә. Әгәр ул ғәҙәт булһа, дауалауҙың артыҡ ауырлығы юҡ, сиргә әйләнгән осраҡта ауырыраҡ, әлбиттә. Психотроптар, антидепрессанттар тәғәйенләүгә хәтле барып етә.


- Норма менән эсеүҙе нисек аңлайһығыҙ?


- Алкоголизм йылдар һуҙымында үҫешә тип әйтеп үткәйнек инде. Иң мөһиме – ғәҙәткә әйләндермәү. Сөнки ғәҙәттән ауырыуға бер аҙым. Айына ике тапҡырҙан да йышыраҡ һәм арыған мәлдә, теге йәки был стресс кисергәндә, проблемалар килеп тыуғанда эсергә кәңәш итмәҫ инем.


Ҡайһы бер йәштәр ныҡ эсһә лә, улар әле ауырыу түгел. Ваҡытында ыңғай яҡҡа йүнәлеш бирелһә, улар эсмәйәсәк. Мәлен ҡулдан ысҡындырған осраҡта бер 7-8 йылдан алкоголик буласағына шик юҡ.


- Әгәр кешенең алкоголгә бәйлелеге юҡ, әммә ҡайһы ваҡыт эсеп ала икән. Организмға был нисек тәьҫир итә?


- Һәр кем үҙенә нимә кәрәк икәнен үҙе билдәләй. Организмға йоғонто яһауына килгәндә иһә, мәҫәлән, бармаҡты ҡыҫһаң ауырта бит, күпмелер ваҡыттан үтә. Бында ла шулайыраҡ. Әгәр беҙ һау кеше һәм алкоголгә бәйләнмәгәнбеҙ икән, ағзалар ауырып ала ла кире йүнәлә. Ә йыш ҡабатлана башлаһа, улар йүнәлеп өлгөрә алмай, йәғни хроник ауырыуға әйләнә. Һөҙөмтәлә бәйләнгәнлек барлыҡҡа килә.


- Араҡыны “йылыныу” өсөн эсеү хата ҡараш, минеңсә…


- Эйе, араҡы эскәс тамырҙар киңәйә һәм күпмелер ваҡытҡа эҫенеү тойғоһо бирә. Һыуыҡ көндәрҙә тышта эскәндә иһә организмдан йылы тиҙерәк сыға һәм кеше тиҙерәк өшөй. Ялған йылыныу тойғоһо барлыҡҡа килә.


- Ололарҙыҡынан үҫмерҙәр алкоголизмы нимәһе менән айырыла?


- Ауырыуҙың ағышы, үҫеше түгел, ә үҫмерҙәрҙең әле шәхес булараҡ формалашып етмәүе һәм үҫеүсе организмға бик насар йоғонто яһауы менән айырыла. Алкоголь иң тәүҙә нервыларҙы үлтерә. Шуға ла иң тәүге сиратта үҫмер алкоголиктар үҙенсәлекле булыуы менән айырыла. Икенсенән, эскән үҫмер агрессив була, башҡа ҡылыҡтарға ла һәләтле. Мораль принциптарының, мотивтарының булмауы эште ҡатмарлаштыра. Өлкән кеше аңлап эш итә, уның социаль, психологик йәһәттән, ғаиләһе алдында яуаплылығы бар. Ә үҫмерҙәрҙә йыш осраҡта былар әле формалашмаған була.


Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: үҫмерҙәрҙең теге йәки был бәйләнгәнлегенә (алкоголь, токсикомания, наркомания) ғаиләлә нигеҙ һалына. Иғтибар, аралашыу етмәүҙән килеп сыға. Шуға ла ышаныслы мөнәсәбәт булдырыу мөһим.


- Һыра алкоголизмы…


- “Һыра алкоголизмы” тигән термин юҡ ул, ә яһалма булдырылған төшөнсә. Беҙҙең өсөн һыраға бәйләнгәнлекме, араҡы, суррогат алкоголизмы булһынмы – барыһы ла бер. Һыраның төп мәкерлеге – кешеләрҙең унан ҡурҡмауында, көсһөҙ тип ҡарауында. Был – айырым һөйләшеү темаһы (был турала артабан уҡығыҙ. – Л.Ш.).


- Ҡатын-ҡыҙ алкоголизмы үҙенсәлектәре…


- Дауаланыусы ирҙәрҙең 90 процентын йә ҡатыны, йә әсәһе алып килә, ҡатын-ҡыҙҙы ир кеше алып килгән осраҡ 100-ҙән 5-6 ғыналыр. Ир кеше артынан йүгерәләр, ярҙам итәләр, наркологка алып баралар, ә ҡатын-ҡыҙ эсһә, уға ҡул һелтәп ҡараусандар. Ирҙәргә эскән ҡатынын дауалауға ҡарағанда сығарып ташлау уңайлыраҡ. Шуға ла ҡатын-ҡыҙ эскелеккә тиҙерәк бирелә.


Дауалауға килгәндә иһә, бер үк. Гүзәл затты дауалауы ауырыраҡ тип әйтә алмайым. Бер генә айырма: ҡатын-ҡыҙ үҙенә башҡа. Фекерләүе башҡасараҡ. Әгәр шуны аңлаһаң, алға китеш була.


- Профилактика йәһәтенән нимәләр тәҡдим итер инегеҙ?


- Хәҙерге ғилми хеҙмәттәр ярҙамында алкоголизм үҫешеү хәүефен сабый саҡта уҡ билдәләп була. Әгәр кеше үҙенең “йомшаҡ” яҡтарын белә икән, ул бынан һаҡланасаҡ. Бәләкәйҙән төплө итеп аңлатыу, дөрөҫ мәғлүмәт еткереү зарур. Үҫмерҙәрҙе, мәҫәлән, ҡурҡытыуҙан файҙа юҡ.


Аллаға шөкөр, наркотиктарға, эскелеккә мода үтеп бара. Кешеләр һау булырға, етеш тормошҡа ынтыла. Эсмәй йәшәү ҡыйын түгел бит ул. Кисә генә бер пациентымды осратҡайным. “3 йыл эсмәйем, баҡтиһәң, бер ниндәй ҡыйынлығы ла юҡ икән. Күтәрелдем, мине баһалайҙар, хөрмәт итәләр, балалар ярата”, – ти. Айыҡ йәшәүҙең ни тиклем яҡшы икәнен күптәр аңлап етмәй шул. Шулай ҙа хәҙер кешеләр табындарҙа, ҡунаҡтарҙа эсергә артыҡ көсләмәй башланы. Был, әлбиттә, ыңғай күренештәрҙең береһе.


- Тотош йәмғиәтте дауалау өсөн нимәләр эшләргә кәрәк, һеҙҙеңсә?


- Йәшәү рәүешен үҙгәртеү мөһим. Ынтылыш булырға тейеш һәм балалар тураһында уйлау фарыз. Бер ярты ултырып эскәнсе, ғаиләң, балаларың менән саңғыла йөрөп инеү күпкә отошло. Һаулыҡ өсөн генә лә түгел, ә балаларыңа ошоно һеңдереп үҫтереү һәм, киләсәктә улар үҙҙәренең балаларына шундай өлгө күрһәтә алырлыҡ итеп тәрбиәләү йәһәтенән.


Тағы ла, бөгөнгө дәүләт сәйәсәтенең береһе булған 10 көнлөк яңы йыл каникулдары, мәҫәлән, эскелек баҙарын арттырыуға ғына булышлыҡ итә тип уйлайым. Шул ялды йәй көнө ойошторһалар, күпкә файҙалыраҡ булыр ине.


Һәр әҙәми зат был ҡотортҡосто һәм ҡоротҡосто тәү сиратта үҙ эсенән ҡыуып сығарһа (ә үҙен хөрмәт иткән кеше быны эшләргә бурыслы), йәмғиәт тә һауығыр ине.


- Журнал уҡыусыларға әйтер теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?


- Кешеләрҙең бер-береһенә яҡыныраҡ булыуҙарын теләр инем, яҡындарының, эргә-тирәләгеләренең организмындағы үҙгәрештәргә, психикаһына абайыраҡ булһындар.


Әгәр яҡынығыҙ һыранан йә башҡа иҫерткес эсемлектән тыйыла алмай икән, “алкоголик” тигән тамға һуғырға ашыҡмағыҙ, ә нисек ярҙам итеү юлдарын эҙләгеҙ. Әлбиттә, дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү отошлораҡ.


Шуға ла, әгәр спиртлы эсемлектәр менән мауыға, “эсә белмәй”, иҫерек саҡта “эш боҙа”, эскелек ойоштора, эсеп булмаһа кәйефе төшә, урынһыҙ эсә һәм сама белмәй икән, иртәгеһе көнөнә хәле ҡәнәғәтләнерлек булып һәм әлегә баш төҙәтеүгә мохтажлығы булмаһа ла, уйланырға урын бар. Был стадияла ғәҙәттә тота килеп эсеүҙе ташламайҙар, сөнки әлегә һаулыҡтары етә. Беренсе стадия ваҡыт уҙған һайын ауырлаша барып, бер нисә йылға һуҙыла. Был осраҡта икенсе стадияға күсеү ҡотолғоһоҙ. Шулай ҙа, ваҡытында күрһәтелгән ярҙам менән киләсәктә күп проблемаларҙан арыныу мөмкинлеге бар. Табипҡа мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡмағыҙ. Әгәр ҙә үрҙә аталған үҙгәрештәр бар икән, мөрәжәғәт итегеҙ, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Проблемаларҙы “күмеп” ҡуйыуҙан файҙа юҡ.


- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.


Ләйсән ШӘРИПОВА.
Читайте нас: