Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
26 Февраль 2019, 16:09

Шәкәрҙән баш тартам… Бөгөндән үк…

Бөгөн өҫтәлебеҙҙе тәм-томһоҙ, шәрбәтле аҙыҡһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Берәүҙәр татлы аҙыҡтың тәменән ләззәт ала, икенселәр уны антидепрессант, көн талабы тип ҡабул итә. Шәрбәт менән артыҡ мауығыу һаулыҡ өсөн зыянлы икәнлеген бала саҡтан ишетеп беләбеҙ- белеүен. Әммә матур-матур кремдар һөртөп эшләнгән пирожныйҙарҙы, төрлөләнгән кәнфит-шоколадтарҙы һәм тортты нисек ауыҙға алмай түҙмәк кәрәк?!

Шәрбәттең тештәргә йоғонтоһо

Тештең төп дошманы – кәнфит. Шәкәр бактерияларҙың үрсеүенә сәбәпсе. Ә улары үҙ сиратында теш араһына инеп ҡала һәм үрсеп, эмалде кимерә башлай, аҙағы кариес менән тамамлана.
Иң негатив кәнфит төрө - “ирис”. Йән-яҡҡа йәбешеп, оҙаҡ иреүе тештәрҙе зарарлай. Зыяны буйынса икенсе урында – яһалма карамелдәр. Өсөнсө урында иһә шоколад килә.

Шәрбәттең тирегә йоғонтоһо

Тиренең насарайыуына пирожныйҙар, кекс, торт, рулеттар ҙа ғәйепле. Улар шәкәр, ябай углевод һәм майҙан тора. Әле атап үткән матдәләр бактериялар үрсеүгә яҡшы шарттар тыуҙыра. Шул сәбәпле эсәк микрофлораһы боҙола, дисбактериоз барлыҡҡа килә, күҙәнәктәрҙең ҡартайыу процесы тиҙләшә. Мальтоза, патока, арпа ҡуры, йәиһә емеш-еләк һутынан яһалған башҡа төр аҙыҡтар ҙа тәндең ваҡытынан алда ҡартайыуына сәбәпсе.

Шәрбәт һәм сәләмәтлек

Шәрбәттең сәләмәтлеккә йоғонтоһо хаҡында ла телгә алып үтәйек:
- ниндәй генә тәм-том булмаһын, ул ҡандағы глюкоза кимәлен арттыра, өҫтәүенә ашҡаҙан аҫты биҙенең саманан тыш инсулин бүлеп сығарыуына килтерә. Һөҙөмтәлә шәкәр диабеты янауы ихтимал;
- ҡанда глюкозаның күп булыуы йөрәк-ҡан тамырҙарын хәлһеҙләндерә;
- аҙыҡҡа ҡушылған тәмләткестәр, буяуҙар аллергияға килтерә;
- шәрбәт баш мейеһенең эшен тотҡарлай.
Тәм-томһоҙ тора алмаусыларға кәңәштәр:
- Киҫәкле рафинадҡа түгел ғәҙәти шәкәргә өҫтөнлөк бирегеҙ. Унда микроэлементтар күберәк.
- Шәкәр урынына бал һатып алығыҙ.
- Сәйгә шәкәр түгел ә алма йәки башҡа емеш-еләк киҫәктәре һалығыҙ.
- Ҡәһүәне һөт менән генә эсергә лә мөмкин.
- Ҡамыр аштарын фруктоза ҡушып бешерегеҙ.
- Туҡланыу рационын үҙгәртегеҙ. Составында антиоксидант күп булған мүк еләге, ҡара көртмәлегә һәм болгар боросона өҫтөнлөк бирегеҙ.
- Икмәк, нут борсағы, сәтләүектәр, көнбағыш, инжир, кокос, банан да ҡанда глюкоза процентын бер кимәлдә тоторға ярҙам итә.
- Тормошон тәм-томдан башҡа күҙ алдына ла килтермәүселәргә теге йәки был аҙыҡты еҫкәү менән генә сикләнергә тәҡдим ителә. Был осраҡта калориялар өҫтәлмәй, микробтар үрсемәй. Хатта ванилин, шоколад, дәрсендең (корица) хуш еҫе организмды микробтарҙан һаҡлай тиҙәр. Бынан тыш, тәм-томдо уртаса миҡдарҙа ҡулланғанда, ул күҙ һәм сәс өсөн файҙалы, һиҙемләү органдарының эшен көсәйтә.

Тәмле-татлының һаулыҡ өсөн файҙалылары буламы?

Була икән. Был осраҡта тәбиғи аҙыҡтар күҙ уңында тотола. Мәҫәлән, бал – күп компонентлы тәбиғи аҙыҡ. Унда минераль тоҙҙар, эфир майҙары, аминокислоталар һәм башҡа элементтар бик күп. Әммә уны ла сама менән ҡулланыу талап ителә. Емештәрҙе, сәтләүектәрҙе лә төрлөләндереп ашағыҙ.
Ҡайһы бер тәм-томдар кәрәкле миҡдарҙа ҡулланған осраҡта организм өсөн файҙалы. Мәҫәлән, зефир, мармелад кеүек ризыҡтарҙа пектин тип аталған матдә бар. Ул организмды токсиндарҙан таҙартырға ярҙам итә.
Шулай уҡ төрлө салат, коктейль һәм десерттарҙы “зыянһыҙҙар” категорияһына индерергә мөмкин.
Тимәк, шундай һығымтаға киләбеҙ: зыянлы тәм-томдан баш тартырға, йәки уларҙы файҙалыларына алмаштырырға. Мәҫәлән, һөтлө шоколадты – әсегә, шәкәрҙе – балға, пирожныйҙы – зефир һәм ҡаҡҡа. Һау- сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!

Интернеттан файҙаланып, Азат Ғәлиуллин әҙерләне.

Хужабикә ҡулына шәкәр һауыты алып ҡунаҡтарына:”Һеҙгә нисә ҡалаҡ аҡ ағыу һалырға?” - тип мөрәжәғәт иткән.

***

- Әйтегеҙ әле, һеҙҙә рафинад-шәкәр бармы?
- Юҡ.
- Улайһа ҡәйнә өсөн тағы ла ниндәйерәк кәнфитегеҙ бар?

***

- Әйт әле, алкоголь шәкәрҙе иретәме?
- Эйе, - тип яуаплаған өлкән йәштәге эскесе. – Ул шулай юҡ алтынды, таш йорттарҙы, бәхетте, мөхәбәтте лә юҡ итә.
Читайте нас: