Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
27 Апрель 2019, 16:05

Һаулыҡ концепцияһы

Һаулыҡты һаҡлау һәм тергеҙеү – кешенән үҙенең тәртип-ҡылыҡтарын анализлауҙы талап иткән әүҙем процесс. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәребеҙ һаулыҡтың ҡәҙер-ҡиммәтен уның бер ни тиклемен юғалтҡанда йәки уға хәүеф янағанда ғына төшөнә. Тик был ваҡытта инде төптән үҙгәртеүгә өлгәшеүе ауыр. Бына шуға ла сәләмәт йәшәү рәүеше ҡағиҙәләрен һау булғанда уҡ тотоу зарур икәнен аңлау мөһим. Һаулыҡты тулыһынса тергеҙеү өсөн төрлө яҡлы ысул кәрәк.

Һаулыҡты һаҡлау һәм тергеҙеү – кешенән үҙенең тәртип-ҡылыҡтарын анализлауҙы талап иткән әүҙем процесс. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәребеҙ һаулыҡтың ҡәҙер-ҡиммәтен уның бер ни тиклемен юғалтҡанда йәки уға хәүеф янағанда ғына төшөнә. Тик был ваҡытта инде төптән үҙгәртеүгә өлгәшеүе ауыр. Бына шуға ла сәләмәт йәшәү рәүеше ҡағиҙәләрен һау булғанда уҡ тотоу зарур икәнен аңлау мөһим. Һаулыҡты тулыһынса тергеҙеү өсөн төрлө яҡлы ысул кәрәк.

1. Психология.
“Көслө рух хәлһеҙләнгән тәнде ҡотҡарыр”.
Гиппократ.
Ыңғай маҡсат һәм йәшәү рәүешенең үҙгәреүенә ынтылыш. Был – организмдың сәләмәт торошоноң нигеҙе, һаулыҡҡа һәм сәскә атыуға табан беренсе һәм төп аҙым. Көнсығыш дауалаусылары фекеренсә, ауырыу аң төпкөлөндә тыуа, унан материаль кимәлдә тормошҡа аша. Уйҙарыңдың таҙалығын һаҡлау, киләсәктә һау тормошҡа ыңғай йүнәлеш биреү мөһим.
Тәнебеҙ тере һәм ул беҙҙең насар уйҙарҙан, һүҙҙәрҙән, ҡылыҡтарҙан арыныуыбыҙҙы теләй. Әгәр кеше үҙе йәки бүтәндәр менән ҡәнәғәт түгел, берәүҙе лә яратмай һәм уны ла берәү ҙә үҙһенмәй икән, ул үпкә, көнләшеү, ҡурҡыу, асыуланыу кеүек бихисап кире хис-тойғолар кисерәсәк. Ундайҙарҙың иһә һау булыры шикле. Шуға ла негатив уйҙан, тәртиптән, насар ҡылыҡтарҙан, йәғни һауығыуға ҡамасаулаусы күренештәрҙән ҡотолоу мөһим. Аң камиллығына өлгәшмәйенсә тороп, тәнде һауыҡтырып булмай.
2. Аҙыҡ.
“Ашар өсөн йәшәмәйем, йәшәр өсөн ашайым”.
Сократ.
Дөрөҫ туҡланыу – кеше һаулығының нигеҙе. Тап аҙыҡ күҙәнәктәрҙең яңырыуын һәм үҫешен тәьмин итә, йәшәү өсөн энергия сығанағы булып тора. Организм эшмәкәрлегенең нигеҙен тәшкил иткән матдәләр алмашыныуы туранан-тура туҡланыуға бәйле. Һаулыҡты нығытыу өсөн, билдәле, файҙалы ризыҡтарға өҫтөнлөк биреп, зарарлыларының күләмен кәметеү фарыз.
Аҙыҡ зарарһыҙ, тәбиғи, боҙолмаған, үҙ-ара ярашҡан, миҙгелле, үҙләштерелеүсән, төрлө булырға тейеш.
Теләһә ниндәй аҙыҡ бөтә талаптарға берҙәй яуап бирергә бурыслы. Дөрөҫ туҡланыуҙың төрлө ысулдары бар, әммә төп принциптар үҙгәрешһеҙ ҡала.
Туҡланыу режимын һаҡлау. 4-5 сәғәтлек интервал менән бер үк ваҡытта көнөнә дүрт мәртәбә ашау иң яҡшыһы һанала. Билдәле булыуынса, иртәнге аш көндәлек рациондың 25 процентын, төшкө аш – 35, икенде ашы – 15, киске аш 25 процентын тәшкил итергә тейеш. Киске аштың йоҡларҙан 3 сәғәт алда тамамланыуы яҡшы.
Организмдың аҙыҡ матдәләренә мохтажлығы. Иң тәү сиратта – алмаштырғыһыҙ аминокислоталар, май кислоталары, витаминдар, микроэлементтар, минераль матдәләр, һыу. Уларҙың дөрөҫ нисбәте тәьмин ителеүе мөһим.
Берәй ер ауыртҡанда, үҙеңде насар тойғанда, тән температураһы күтәрелгәндә ашарға ярамай. Ашағандан һуң ашҡаҙан ауырайып, эс ауыртҡанда хәл яҡшырғансы бер нәмә лә ашамау хәйерле. Сөнки ауыртыу, елһенеү, юғары температура аҙыҡ эшкәртеү һуттарының бүленеүен тотҡарлай, аҙыҡ үҙләштереү эшмәкәрлеген боҙа.
Етди эш (физик һәм аҡыл эше) ваҡытында, алдынан һәм аҙағынан күп итеп ашамағыҙ. Арығанда, ашҡаҙан һуты етмәү сәбәпле, ауыр аҙыҡ насар эшкәртелә. Бындай шарттарҙа ашауға ҡарағанда ял итеү, бигерәк тә йоҡо мөһимерәк. Ял итеп алғандан һәм көсөргәнеүҙән ҡотолғандан һуң туҡланырға ла мөмкин. Шулай уҡ ваннаға инер алдынан һәм сыҡҡас ашау тыйыла.
Ашағанда эсергә ярамай. Был мөһим ҡағиҙә һәм уны тотоу мотлаҡ. Сөнки һыуҙы эскәндән 10 минут үткәс ул ашҡаҙандан артабан китә. Үҙе менән бергә шыйығайтылған, көсһөҙләнгән ашҡаҙан һутын да алып китә, йәғни аҙыҡ эшкәртеүгә ҡамасаулай. Һыуҙы ашарҙан – 10-15 минут алда, емеш ашағас – ярты сәғәттән һуң, крахмаллы аҙыҡ ашағас – ике сәғәттән һәм аҡһымлы аҙыҡтан дүрт сәғәт үткәс эсергә кәрәк. Был барлыҡ эсемлектәргә (һыу, сәй, кофе, какао һ.б.) лә ҡағыла. Һөт – эсемлек түгел, аҙыҡ, шулай ҙа уны айырым эсергә кәрәк.
Яҡшылап сәйнәргә. Сәйнәгәндә тулыһынса эшкәртелгән аҙыҡ шунда уҡ аҙыҡ эшкәртеү һуты йоғонтоһона бирелә, ә киҫәктәр менән йотолғаны оҙаҡ үҙләштерелә, бының өсөн күберәк ваҡыт һәм энергия талап ителә. Шулай уҡ туҡланғанда һөйләшмәҫкә кәрәк, ыңғай кәйефтә булыу яҡшы.
3. Эсемлектәр
“Аҡыл эйәһе һыуһынын һыу менән ҡандырыр, аҡылһыҙ – шарап менән”.
Бауржан Тойшибеков.
Барлыҡ эсемлектәрҙең 80 проценты һыу булырға тейеш, бүтәндәре – 20 процент.
Зарарлы эсемлектәр:
- газланған һыу. Оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн, һыуҙы газлайҙар. Уны даими ҡулланғанда ҡан әсей. Углекислота организмдың шыйыҡ мөхитен әсетә.
- ғызлап торған эсемлектәр (спрайт, кока-кола, пепси-кола, фанта, лимонадтар) – быларын мөмкин тиклем ҡулланмаҫҡа кәңәш ителә, сөнки улар эритроциттарҙы ҡаҡшата, әсе реакциялы (рН 4-5). Бындай эсемлектәргә һаулыҡ өсөн үтә зарарлы компоненттар: лимон кислотаһы, синтетик тәм көсәйткестәр, шәкәр алмаштырғыстар, ортофосфор кислотаһы (пепси һәм кока-кола) ҡушыла. Балаларға бындай эсемлектәрҙе эсергә ҡәтғи тыйыла.
- һуттар. Тәбиғи һуттар – хәҙер бик һирәк күренеш. Магазиндарҙа, ғәҙәттә, төрлө буяу һәм консерванттар ҡушылған тергеҙелгән һуттар һатыла.
- минераль һыу. Улар дауалау һәләтенә эйә, шуға күрә даими ҡулланыу тыйыла. Табип ҡушыуы буйынса курстар менән эсеү яҡшы.
- “тере” һәм “үле” тип йөрөтөлгән электролитик һыуҙар. Һыуҙың сифаты тиҙ үҙгәреүсән, шунлыҡтан күҙәнәктәрҙе емереүе ихтимал.
- татлы эсемлектәр. Уларҙан баш тартыу хәйерле, сөнки шәкәр бауыр, баш мейеһе кеүек йәшәү өсөн мөһим ағзаларҙы һыуһыҙландыра, ферменттарға ҡамасаулай, бәшмәктәрҙең үҫешен көсәйтә.
- хуш еҫле сәй. Емеш-еләк тәмен химик эссенциялар бирә, ә был организм өсөн хәүефле, шуға ла уларҙы оҙайлы ваҡыт эсергә ярамай.
- гранулланған, ирей торған ҡәһүә. Улар менән үтә мауығырға ярамай, сөнки химик өҫтәлмәләре күп, әсе реакция бирә, бигерәк тә шәкәрлеһе.
- кран һыуы. Унда хлор күп, йәғни барлыҡ тере нәмәләрҙе үлтерә. Ҡайнатҡанда ул юҡҡа сыҡмай, диоксинға әүерелә. Ә ул организмға шундай уҡ зарар килтерә.
- тикшерелмәгән инештәрҙән, шишмәләрҙән алынған һыу. Һәр бер сығанаҡ ағыулы матдәләр, ядро ҡалдыҡтары күмелгән йә себер язвалы ҡәберлектәр урынлашҡан һыу горизонты менән бер юлда булыуы ихтимал.
- йылға-күлдәрҙән алынған һыу. Ҡайнатылмаған һыу күпселек осраҡта бактерия, бәшмәк, микроорганизмдарға бай була.
- ҡыуып таҙартылған (дистиллирланған) һыуҙы оҙайлы ваҡыт эсеү минералдарҙы йыуыуға килтерә.
- “көмөшләнгән һыу”. Бындай һыу антибактериаль үҙенсәлеккә эйә, шуға ла уны оҙаҡ ваҡыт һуҙымында эскәндә эсәк юлдары микрофлораһы ҡаҡшауы бар.
Файҙалы эсемлектәр:
- гранат һуты (кальций, фосфор, магний, тимер, натрийҙан тора). Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына яҡшы йоғонто яһай, гипертония күҙәтелгәндә эсергә кәңәш ителә. Ашҡаҙан сей яраһы һәм юғары кислоталылыҡ булғанда эсергә ярамай.
- виноград һуты. Унда сәс һәм тырнаҡтар өсөн файҙалы булған В группаһы витаминдары һәм микробтар менән көрәшеүсе аскорбин кислотаһы күп, шулай уҡ хәтерҙе яҡшыртыуға, тирене һығылмалы итеүгә булышлыҡ яһай, түш яман шеше менән көрәшә.
- ҡара көртмәле һуты. Халыҡ уны күреүҙе яҡшырта, эс киткәндә ярҙам итә тип белә, шулай уҡ ҡара көртмәле шәкәр диабеты менән көрәшергә ярҙам итә, теш ҡаҙнаһын һаҡлай, организмды йәшәртә.
- һары сейә һуты (А һәм С витаминдары, тимер бар). Инфекциялар менән көрәшә, яман шеш барлыҡҡа килеүенән һаҡлай, бәүел бүлеп сығарыу юлдары ауырыуҙарына ҡаршы тора, ололарҙа хәтерҙе яҡшырта.
- мүк еләге һуты. Йүткергәндә, тымау булғанда ярҙамы тейә, организмдан ағыуҙарҙы сығара, мейе әүҙемлеген арттыра, арыуҙы ала, калийҙы йыумайынса, бәүел ҡыуыу һәләтенә эйә.
- әфлисун һуты. Һыуыҡ тейеү һәм киҙеүҙән һаҡлаусы сара. Шулай уҡ арыуҙы ала, мейе эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан тамырҙарын нығыта. Гипертониянан файҙалы. Организмда кальций аҙ булғанда һәм юғары кислоталылыҡ күҙәтелгәндә эсергә ярамай.
- сәй. Сорты әһәмиәткә эйә түгел, иң мөһиме – уның шешәләге концентрат түгел, ә ысын сәй булыуы. Ул төрлө инфекциялар һәм йөрәк ауырыуҙары менән көрәшә.
- алма һуты. Атеросклероз, бауыр, һейҙек ҡыуығы, бөйөрҙәр ауыртҡанда эсергә кәңәш ителә. Эсәктәр эшен көйләй, ағыулы матдәләрҙе сығара, ауыр эштән һуң организмды тергеҙеүгә булышлыҡ итә.
4. Организмды таҙартыу
“ Таҙа тән – аныҡ аҡыл”.
Л. Рон Хаббард.
Бактерия, вирус, бәшмәк һәм башҡа паразиттарҙан ҡотолоу. Елһенеү; “-ит”ҡа тамамланған ауырыуҙар (синусит, артрит, бронхит, гайморит, дерматит, радикулит һ.б.) күҙәтелә икән, тимәк, организмда “кемдер” йәшәй – диагностика талап ителә. Әгәр ҙә бындай проблемалар булмаһа, даими рәүештә паразитар таҙарыу үтергә кәрәк. Шулай уҡ был мәлдә паразиттарға ҡаршы туҡланыу (татлы, әсетеп бешерелгән ризыҡтарҙы (икмәк, квас, һыра һ.б.) кәметергә, борос, һарымһаҡ, һуған, гвоздика кеүек тәмләткестәр ҡулланырға тәҡдим ителә. Әлбиттә, ниндәйҙер таҙарыныу башлар алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Авиценна ла бит, “әгәр кеше сирләһә, иң тәүҙә – аҙыҡтан баш тартырға, артабан – эсәктәрҙе таҙартырға, унан туҡланыу характерын үҙгәртергә һәм “организмдың канализация системаһын” (лимфа, ашҡаҙан-эсәк, һейҙек бүлеп сығарыу юлдарын) йыуырға тейеш. Ошолар ярҙам итмәһә генә табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк” тигән.
5. Күҙәнәктәрҙе туҡландырыу
Яҡшы үҫешһен һәм тереклек итһен өсөн кеше организмы етерлек кимәлдә витаминдар, аҡһым, май, углеводтар менән тәьмин ителергә тейеш. Ҡағиҙә булараҡ, былар барыһы ла беҙ ашаған ризыҡта булырға тейеш. Әммә экологияның бысраныуы, ерҙең ярлыланыуы, аҙыҡтың юғары технологиялар менән эшкәртелеүе, туҡланыу режимын һаҡламау һ.б. сәбәпле былар тормошҡа ашмай.
Күҙәнәккә 29 аминокислота (21 + 8-е алмаштырғыһыҙ), 15 минерал, 12 витамин, 7 төркөм фермент, 3 алмаштырғыһыҙ май кислотаһы кәрәк. Берәүһенең генә файҙаһы бик аҙ, барлыҡ процестар ҙа бер-береһенә бәйле. Мәҫәлән, әгәр ферменттар булмаһа, витаминдарҙың һәм минералдарҙың файҙаһы аҙ. Уларҙың һәр береһе етерлек кимәлдә булып та һыуҙың сифаты насар булһа, күҙәнәккә барып етеүе икеле. Шуға ла иң тәүҙә һыу менән ашаған ризыҡты самалап, кәрәкле күләмдә һәм ваҡытында ашау, унан шлактарҙан, вирус-паразиттарҙан арыныу талап ителә.
6. Хәрәкәт
Хәрәкәттә – бәрәкәт.
Халыҡ мәҡәле.
Хәрәкәт-таяныу системаһын хәрәкәттән башҡа бер нәмә менән дә тергеҙеп булмай. Быуат ауырыуы – гиподинамиянан (күберәк ултырып эшләгәнлектән һәм аҙ хәрәкәт итеү һөҙөмтәһендә мускулдар эшмәкәрлегенең насарайыуы) ҡотолоу фарыз. Сөнки эшһеҙ мускулдар хәлһеҙләнә һәм яйлап эштән сыға. Көс һәм түҙемлек кәмей, нервы-рефлектор бәйләнеш ҡаҡшай, депрессия барлыҡҡа килә, матдәләр алмашыныуы боҙола. Ваҡыт уҙыу менән былар хәрәкәт-таяныу аппаратында сағылыш ала: остеопороз, ортеоартроз, остеохондроз үҫешә; аҙыҡ эшкәртеү, тын юлдары эшмәкәрлеге ҡаҡшай.
Гиподинамияны булдырмаҫ өсөн умыртҡа бағанаһын һуҙыу бик файҙалы. Көн һайын ярты сәғәтлек физик күнекмәләр (зарядка, йога, фитнес, йөҙөү һ.б.) һәм кәмендә 2 км атлап йөрөү – һаулыҡтың төп сығанаҡтарының береһе.
7. Биоэнергетика.
Һеҙҙән сыҡҡан һеҙгә кире ҡайтыр.
Иң тәүҙә эске ағзаларҙы таҙартырға кәрәк, унан биоэнергетиканы көйләү яҡшы. Күпселек ғалимдар биоэнергетик ялан – кеше аңын йөрөтөүсе, тигән ҡарашта. Кешегә шуны аңлау мөһим: һәр бер ғәмәл, ҡылыҡ-фиғел, һәр уй, һүҙ үҙен уратып алған донъяға йоғонто яһай, үҙенең эҙемтәләрен бирә, Аңыбыҙҙы таҙартып, яҡшырабыҙ икән, негатив энергиянан да ҡотолабыҙ.
8. Экологик һаҡланыу
Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы күрһәткестәренә ҡарағанда, донъялағы барлыҡ ауырыуҙарҙың 40 проценты экологик факторға бәйле.
Төп хәүеф сығанаҡтары булып һауа (сығанаҡтары: автомобиль, йылытыу-электр станциялары, минераль ашламалар, буяу, катализатор, цемент етештереү); һыу (сығанаҡтары: сәнәғәт предприятиелары ҡалдыҡтары, канализация системаһынан ағып сыҡҡан матдәләр); һәм аҙыҡ (синтетик ашламалар, ағыулы химикаттар) тора. Төп һаҡланыу сараһы – организмды даими таҙартып тороу, ярым-фабрикаттарҙан, тәмәке-алкоголдән баш тартып, тәбиғи аҙыҡтарға өҫтөнлөк биреү.
9. Насар ҡылыҡтарҙан баш тартыу
“Ирлегеңде иҫбат итер өсөн тәмәке тарта башлайһың.
Бер утыҙ йылдан һуң шул уҡ сәбәп менән ташларға маташаһың”.
Жорж Сименон.
Билдәле булыуынса, алдан һаҡланыу – файҙалыраҡ та, аҡыллыраҡ та. Дөрөҫ йәшәү рәүешенең төрлө юлдарын күрһәтергә була, әммә һау булып ҡалыр өсөн 5 әйбергә иғтибар итергә, уларҙы контролдә тоторға һәм “таҙа тән”гә йүнәлтергә кәрәк: психология (рухилыҡ), физик әүҙемлек, тын алыу гимнастикалары, һыу, туҡланыу.
“Таҙа тән” тигәндә организмда паразит, зарарлы бәшмәк, вирустарҙың булмауы күҙ уңында тотола. Был “саҡырылмаған ҡунаҡтар” ғүмерҙе ҡыҫҡарта, кеше психологияһына йоғонто яһап, идара итә.

Читайте нас: