Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Телдәр ни һөйләй?

Тел – элек-электән кеше һаулығын күҙәтеүсе булараҡ сығыш яһай. Ҡайһы ваҡыт уның үҙгәреше ауырыуҙың башҡа билдәләренән күпкә алданыраҡ күҙәтелә. Телдең торошо, формаһы, төҫө ауырыуҙы билдәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

Традицион Тибет медицинаһына ярашлы, тел йөрәк эшмәкәрлеге менән бәйле. Әммә организм бер бөтөн һәм йөрәктең башҡа ағзалар менән бәйләнеше лә телдә сағылыуы ихтимал.

Сәләмәт кешенең, имсәләр күп булғанлыҡтан, теле бәрхәт һымаҡ йомшаҡ, шыма, алһыу төҫтә һәм саҡ ҡына аҡһыл ҡатламлы була.
“Тикшереү” яһағанда төҫөнә, үңәҙ (налет) булыу-булмауына, формаһына, телдә барлыҡҡа килгән папиллома, ҡыуыҡ, ваҡ сей яра-йәрәхәттәргә, телдең хәрәкәтсәнлегенә иғтибар итергә кәрәк.
Тикшереүҙең ҡытай системаһы буйынса, тел энергетик каналдарҙың юлы булараҡ хеҙмәт итә. Тейешле канал (меридиан) билдәле бер ағза менән бәйле һәм шуға ярашлы организмдың хәлен сағылдыра. Мәҫәлән, йөрәк меридианы телдең тамырына ҡарай йүнәлә, талаҡ меридианы аҫтан үтә, ә бөйөр меридианы тамырында бөтә. Әлеге ағзаларҙағы үҙгәрештәр телдә һәм үңәҙ ҡатламында сағылыш таба. Еүеш, ҡоро һәм башҡа билдәләр ҡытай медицинаһында традицион булған бушлыҡ, тулылыҡ, һыуыҡ һәм эҫелек синдромын күҙалларға ярҙам итә. Телдәге аҡ ҡатлам иһә ауырыуҙың характеры һәм уның ағышы хаҡында бәйән итә.
Тибет медицинаһында тел буйынса диагноз түбәндәгесә ҡуйыла:
- ҡыҙыл, дымлы тел – энергия һәм ҡан таҙа (сәскә ата);
- төҫһөҙ тел – энергия һәм ҡан көсһөҙ;
- телдәге үңәҙ йоҡа, аҡ һәм дымлы – ашҡаҙан энергияһы сәскә ата;
- ялтыр, үңәҙһеҙ тел – ашҡаҙан энергияһы көсһөҙ, эске секреция эшмәкәрлеге ҡаҡшаған.
Тибетта, Ҡытайҙа һәм Һиндостанда сирле кешене тикшергәндә телде ҡарау мөһим этап һанала. “Биш элемент” теорияһына ярашлы, тел осо йөрәк һәм үпкә хәле менән бәйле, телдең сит яҡтары – бауыр һәм үт ҡыуығы, арҡаһы – ашҡаҙан һәм талаҡ, тамыры – бөйөр торошо менән.
Телдең уң яҡ яртыһында урынлашҡан имсәләрҙең ҙурайыуы һәм ҡыҙарыуы бауыр ҡаҡшағанда күҙәтелһә, һул яғындағы үҙгәрештәр – талаҡ патологияһы булғанда. Тел осондағы имсәләрҙең ҡыҙарыуы янбаш ағзаларының ауырыуы хаҡында һөйләһә, өҫтәрәк һәм тел урталарындағылары – үпкә эшмәкәрлеге ҡаҡшауын иҫкәртә.

1. бөйөр ҡаҡшауы
2. йөрәктең хәлһеҙлеге
3. һиҙгер йыуан эсәк
4. хәлһеҙ үпкә торошо
5. күперек – бронхит
6. һоро төҫ – пневмония
7. теш эҙҙәре ҡалыуы – аҙыҡ эшкәртелмәүе
8. аҡ төҫ – йыуан эсәктә токсиндар барлығы
9. уртаһы аҡ, ситтәре ҡыҙыл – ашҡаҙан юлындағы токсиндар сағылышы
10. ярыҡтар – йыуан эсәктең хроник ауырыуы
11. телдең ҡалтырауы – йәшерен ҡурҡыу йәки тынысһыҙланыу
12. урталағы һыҙыҡ – умыртҡа һөйәге ярһыуы
13. һыҙыҡтың артҡы өлөшө кәкрәйеүе – арҡаның аҫҡы өлөшө ауыртыуы
14. һыҙыҡтың урта өлөшө кәкрәйеүе – арҡаның урта өлөшө ауыртыуы
15. һыҙыҡтың алғы өлөшө кәкрәйеүе – муйын умыртҡалары ауыртыуы
Телдең өҫкө ҡатламындағы үҙгәрештәр ғәҙәттә ауыҙ ҡыуышлығы ауырыуҙарына бәйле булмай.
Телдең лайлалы тиресәһенең ҡоролоғо күп ауырыуҙарҙың билдәһе булыуы ихтимал, ҡайһы ваҡыт шайыҡ етмәү йәки һыуһау сәбәпсе була. Шулай уҡ тән температураһы күтәрелгәндә, шәкәр диабеты эҙемтәһе – комала булғанда, эсәк үткәрмәүсәнлеге күҙәтелгәндә тел кибә. Был осорҙа телде һоро үңәҙ ҡаплай.
Ашҡаҙан йә бөйән эсәге сей яраһы, гастриты, аппендицит, холецистит, инфекция ауырыуҙары булғанда, бөйөрҙәр насар эшләгәндә, боҙолған аҙыҡ йәки дарыуҙар менән ағыуланғанда, үңәҙ менән ныҡ ҡапланыу сәбәпле, тел үҙенең төҫөн үҙгәртә.
Тоноҡ төҫ – анемия йә организмға ҡан етмәү билдәһе. Аҡһыл төҫ лайла боҙолоуына ишара. Еңелсә аҡ үңәҙ ашҡаҙан кислоталылығының кәмеүен белдерә.
Телдәге һары ҡуныҡ тәндә йылының артыҡ булыуы тураһында бәйән итһә, майлы, ләмле үңәҙ лайла йыйылыуы, аҙыҡтың тотҡарланыуын билдәләй, шәмәхә төҫөндәге тимгелле ҡатлам ҡан йөрөшө туҡтауын хәбәр итә.
Йоҡа үңәҙ ауырыуҙың башланып тороуын аңғартһа, ҡалыны – хроник ауырыу билдәһе.
Әгәр тел һарғылт төҫтә булһа, бауыр эшмәкәрлеге ҡаҡшауын йә үт ҡыуығында үттең артыҡ булыуын белгертә. Телдең аҫҡы өлөшө һарғайыуы һары ауырыуы үҫеше билдәһе.
Телде тулыһынса ҡаплаған үңәҙ ашҡаҙанда, нәҙек һәм йыуан эсәктәрҙә токсиндар барлығын күрһәтә. Әгәр ҡуныҡ телдең артҡы өлөшөндә икән, тимәк, токсиндар йыуан эсәктә, урта өлөшөндә булһа – ашҡаҙанда, бөйән эсәгендә һәм нәҙек эсәктә.
Ҡыҙыл һәм һарғылт-йәшел төҫ үт ҡыуығы эшмәкәрлегенең боҙолоуынан килә.
Ҡара үңәҙ аш һеңдереү системаһы, бигерәк тә ашҡаҙан аҫты биҙе эшмәкәрлеге һәм үт ҡыуығы эше боҙолғанда күҙәтелә. Шулай уҡ Крон ауырыуы булғанда, бөйөр өҫтө биҙҙәрендә гормондар кәмеү сәбәпле юғары кимәлдә меланин бүленә һәм һөҙөмтәлә тел тулыһынса ҡара төҫкә инә йә тимгел-тимгел булып ҡара таптар барлыҡҡа килә.
Ялтыр тел шыма була, тәм һиҙеү имсәләренең атрофияһы нигеҙендә сағыу-ҡыҙыл төҫкә эйә. Ҡайһы бер ауырыуҙар ваҡытында имсәләр кәмей йәки тулыһынса тиерлек юғала. Шул арҡала тел ялтыр һәм шыма булып күренә. Ашҡаҙан яман шеше, хроник колит булғанда (йыуан эсәк лайлалы тиресәше шешеүе) осрай.
Географик тел урыны урыны менән төрлө төҫтә һәм йыйырсыҡлы булыуы менән характерлана. Бындай хәл ашҡаҙан-эсәк юлының хроник ауырыуҙары ваҡытында, психика ҡаҡшағанда осрай. Бындай тел шулай уҡ ҡайһы бер ағзаларҙың аллергия хәлендә булыуын һөйләй.
Телдәге арҡыры һырҙар баш мейеһендәге ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенең боҙолоуы хаҡында иҫкәртә.
Ауыҙ ҡыуышлығында сөйәлдәр барлыҡҡа килеү теге йәки был вирус барлығына ишара.
Тел буйынса тикшереү төп ысул түгел, шулай ҙа ҡайһы бер билдәләрҙе асыҡлау йәһәтенән өҫтәмә рәүештә тикшереү алымы.
Энергиялар (ел, үт, лайла) тигеҙ булмағанда телдең торошо шулай уҡ үҙгәреүсән.
Ел энергияһы тигеҙ булмағанда тел ҡыҙыл, ҡоро, ҡытыршы, ситенән йәнселгән була; үт энергияһы тигеҙһеҙлеге ваҡытында тел аҡһыл-һары үңәҙ менән ҡаплана, әскелт тәм килә, “бысраҡ” кеүек тойола; лайла энергияһы тигеҙ булмағанда тел аҡһыл-көлһыу ҡатламлы, тығыҙыраҡ, дымлы һәм йәбешкәгерәк, бер аҙ шешеп торған кеүек, шыма, тоноҡ ҡиәфәт ала.

Л. ҒӘЙНИТДИНОВА әҙерләне.
Читайте нас: