Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
8 Октябрь 2019, 19:22

Иҫкенән, иҫкергәндән таҙаланыу, йәки нимә ул хиджама?

Һуңғы осорҙа ҡан сығарыу юлы менән дауаланыуҙың киң билдәлелек алыуы, ”Һәр яңылыҡ ныҡлы онотолған боронғолоҡ” тигән әйтемдең дөрөҫлөгөнә йәнә бер инандыра. Мөхәммәт пәйғәмбәр: “Өс нәмәлә оло шифа бар – балда, һөлөктә һәм ҡан сығарыуҙа йәнә лә көйҙөрөп дауалауҙа, әммә мин өммәтемә көйҙөрө ысулын ҡулланыуҙы тыям”, – тип әйтеп ҡалдырған. Ҡан сығарыу кеше тәнен йүнәлтеү юлдарының иң элеккеләренең береһе. Боронғо Месопотамия, Мысыр яҙмаларында ошо хаҡта һүрәтттәр, мәғлүмәттәр осрай. Әбүғәлисина ла, Гиппократ та ҡан сығарыуҙың файҙаһы хаҡында яҙып ҡалдырған. Улар хеҙмәттәрендә ҡайһы ауырыуға тәндең ниндәй нөктәләренән күпме ҡан алыныуын да аңлатҡан.

Һуңғы осорҙа ҡан сығарыу юлы менән дауаланыуҙың киң билдәлелек алыуы, ”Һәр яңылыҡ ныҡлы онотолған боронғолоҡ” тигән әйтемдең дөрөҫлөгөнә йәнә бер инандыра.

Мөхәммәт пәйғәмбәр: “Өс нәмәлә оло шифа бар – балда, һөлөктә һәм ҡан сығарыуҙа йәнә лә көйҙөрөп дауалауҙа, әммә мин өммәтемә көйҙөрө ысулын ҡулланыуҙы тыям”, – тип әйтеп ҡалдырған. Ҡан сығарыу кеше тәнен йүнәлтеү юлдарының иң элеккеләренең береһе. Боронғо Месопотамия, Мысыр яҙмаларында ошо хаҡта һүрәтттәр, мәғлүмәттәр осрай. Әбүғәлисина ла, Гиппократ та ҡан сығарыуҙың файҙаһы хаҡында яҙып ҡалдырған. Улар хеҙмәттәрендә ҡайһы ауырыуға тәндең ниндәй нөктәләренән күпме ҡан алыныуын да аңлатҡан.
Әүәлге замандарҙа ҙур тамырҙарҙы ҡырҡып, сәптереп ҡан сығарыу модала булған, был ысул бигерәк тә Европала киң таралған. Русса уны “венозное кровопускание” тип атайҙар. Бөгөн ул һирәк ҡулланыла, бөтөнләй онотолған тиһәң дә була. Егерменсе быуатҡа тиклем Рәсәй ҡалаларында дөйөм мунсаларҙа күрһәтелгән йыуыныу, сәс алдырыу кеүек хеҙмәттәр араһында тамырҙан ҡан сығарыу ҙа ғәҙәти күренеш булған. Уның менән цирюльниктар ҙа шөғөлләнгән. Хәтерләһәгеҙ, Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында ла мулла Емештең әсәһенең беләгендәге тамырҙы ҡырҡып дауалай, һөҙөмтәлә ҡатын һәләк була. Автор әҫәрҙә был күренеште революцияға тиклемге тормошто, ул ваҡыттағы хәлдәрҙе, ысулдарҙы иҫкелек ҡалдығы итеп һүрәтләү маҡсаты менән, гротеск формаһында ҡулланыуы аңлашыла. Башҡорттар ҙа тамырҙан ҡан сығарыуҙы киң ҡулланған һәм уны бәке менән сирттереү тип атаған. Шулай уҡ тирене һыҙырып, мөгөҙ ултыртыу менән дә шөғөлләнгән халҡыбыҙ. Сирттереү бөгөн беҙҙең илдә Кавказда ғына һаҡланып ҡалған. Ҡумыҡ, нуғай халыҡтарында бигерәк тә маңлай тамырын сирттереп баш ауырыуҙарын, гайморитты дауалау, ҡан баҫымын яйлау әле лә бар. Сирттереү ысулы бөгөнгө хиджаманың төп йүнәлеше булған капилляротерапиянан һәм каппинготерапиянан ныҡ айырылған. Ул үҙенсәлекле тармаҡтың сере күп. Халыҡ баҡсыларының рәсми медицина дауаланмай тип нарыҡлаған диагноздарын, мәҫәлән, гепатиттың яуыз төрҙәрен тел аҫтындағы бер ҡан тамырынан сәптертеп ҡан сығарыу юлы менән йүнәлтеүе билдәле.
Ҡан сығарып дауалауҙа бигерәк тә урыҫ староверҙары оҫта булған. Минең тыуған Әбйәлил районының Хәмит ауылы халҡы ни өсөндөр, бәлки, уның менән шөғөлләнгән муллалар үлеп бөткәнгәме, ҡан сығартырға староверҙар йәшәгән күрше Ҡағы ауылына йөрөгән. Олатайым уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында ла әле йәйгеһен Ҡағынан знакум оҫтаһын саҡыртып, үҙҙәрендә аҙна-ун көн йәшәткән, ауыл халҡын урыҫ мунсала бәке менән сиртеп дауалаған. Олатайым йөҙ йәшен уҙғансы йәшәне, ғүмеренең һуңғы йылдарында ҡан баҫымы үтә юғарыланып ыҙаланы, дарыуҙар ярҙам итмәй ине. Шул саҡтарҙа ауыртыныуға сыҙамай башын тотоп: “Ҡайҙа икән Ҡағы урыҫтарым, бәке алып баш тамырын сиртегеҙ ҙә ҡуйығыҙ, зинһар, түҙер әмәл ҡалманы бит”, – тигәнендә, нимә хаҡында һүҙ барғанын бөтөнләй аңламай инем. Мәғлүмәт етмәгәс, был онотолған ябай ысулдар хаҡында бөтөнләй хәбәрҙар булмағас, беҙ уға ярҙам итә алманыҡ.
Православие һәм католик динендәгеләрҙә тап тамырҙан ҡан сығарыу ныҡ таралһа, исламда әүәлдән бәке менән бәләкәй яралар яһап, шул урынға мөгөҙ ултыртыу, заманса тел менән әйткәндә, вакуумлы капилляротерапия һәм каппинготерапия киң билдәлелек алған. Ҡытай һәм япон медицинаһында иһә айырым нөктәләрҙән энә менән ҡан сығарыу үҫешкән. Әле тибет медицинаһы клиникаларында ла тап ошо ысул менән дауалайҙар. Бөгөнгө мосолманса ҡан сығарыуҙы хиждама тип атайҙар. Ул ваккум банкалары ярҙамында эшләнә.
Д.И. Финьконың ҡартайыу теорияһына ярашлы, әҙәм ҡанының (ул яҡынса 5,5 литрҙы тәшкил итә) яртыһы ғына туҡтауһыҙ әйләнештә була. Ә ҡалған өлөшө талаҡ, бауыр, үпкә һәм тиренең махсус тамырсыҡтарында, капиллярҙарҙарында ҡан юғалтыу, ауыр физик хеҙмәт йә гипоксия осрағына тип, резервта тотола. Автор фекеренсә, әҙ хәрәкәтләнгәндәрҙең тәнендә ошо запас ҡан “әсеп китә” икән.
Ошоға бәйле тағы бер ҡыҙыҡ мәғлүмәт: Өфөләге “Наза” һауыҡтырыу үҙәге етәксеһе Динислам Шәйхетдинов хиджама ваҡытында сыҡҡан ҡанды анализға тапшырып ҡараған, лабораторияла уға: “Һеҙ бит үлгән кешенең ҡанын килтергәнһегеҙ”, – тигәндәр. Әйткәндәй, кеше ҡанының бер литр тирәһе тап тиреләге капиллярҙарҙа тора. Һылау, массаждың йәшәртеү эффекты ана шул йөрөмәй торған ҡандың оло тамыр юлдарына ҡыуылып, урынына яңыһы килеүе менән аңлатыла. Ә инде шул торғон ҡанды кире эскә ебәрмәй, капиллярҙар аша хиджама ярҙамында тышҡа сығарыу, юғалтылған “насар” шыйыҡлыҡ урынына организмдың яңы ҡан эшләп сығарыуына, тимәк яңырыуына булышлыҡ итеүе тән өсөн үтә лә файҙалы.
Күптән түгел Дамасск медицина университеты хиджамаға бәйле тикшеренеүҙәр үткәргән. Һөҙөмтәләре ғәжәпләнерлек. Тәжрибәлә ҡатнашҡан пациенттарҙың ҡан баҫымы һәм йөрәк тибеше яйланған, ҡандарындағы шәкәр кимәле лә байтаҡҡа кәмегән, эритроциттар һаны артҡан, холестерин кимәле көйләнгән, тимәк, ҡан сығарыу ысулы организмды шлактарҙан да таҙарта икән. Күптәр гемморой, тамырҙар ялҡынһыныуы, остеохондроз, умыртҡа буйы ауырыуҙары һәм башҡа бик күп сирҙәрҙән арынған. Тәжрибә хаҡында фәнни баҫмаларҙа етди мәҡәләлә Сирия ғалимдарының тикшеренеү һөҙөмтәләрен күреп, донъяның байтаҡ илдәренең ғалимдары был боронғо, традицион булмаған ысулдың дауалау мөмкин түгел тип һаналған сырхауҙарға йоғонтоһо менән ҡыҙыҡһына башлаған. Мәҫәлән, Франциянан медицина фәндәре докторы Кантель хиджама эшләткән пациенттарҙың организмдары, был процедураны үтмәгәндәр менән сағыштырғанда, интерферонды ун тапҡырға күберәк эшләп сығарыуын асыҡлаған. Америка ғалимы Рудольф Шац та каппинготерапия үткәс, кешеләрҙең иммунитеты бер нисә тапҡырға көсәйеүен белдергән. Хиджама ысулының төп маҡсаты – организм туҡымалары һәм күҙәнәктәренең эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, кешенең энергетик потенциалын яңыртыу, лимфа һәм ҡан әйләнешен яйлау һәм тәндең ойоп, ҡатыулап киткән туҡымаларын яҙып ебәреүҙән ғибәрәт. Каппинготерапия мәлендә тирелә бәләкәй генә ҡырҡылыуҙарҙы тойғас та арҡа мейеһе “тән яраланды” тигән сигнал ала һәм яраны бөтәштереү өсөн яңы күҙәнәктәр (стволовые клетки) бүлеп сығара. Улар күпләп ҡырҡылған урындарға йүнәлтелә. Әммә хиджаманан һуң ул кесе яралар бик тиҙ ябыла һәм кеше шундуҡ аҡ күлдәк кейә ала. Ысын яра тапмағас, тән шул яңы күҙәнәктәрҙе үҙенең “ремонт” талап иткән урындарын йүнәтеүгә тотона.
Тәндең төрлө ағзаларына тәьҫире хаҡында һүҙ йөрөткәндә Мөхәммәт пәйғәмбәр әйтеп ҡалдырған дауаланыу ысулының төп өс йүнәлешен билдәләп үтергә кәрәктер. Беренсеһе – һеңерҙәр. Хиджама унда ҡан йөрөшөн яҡшырта, һөҙөмтәлә төрлө проблемаларҙан ҡотолорға ярҙам итә. Мәҫәлән, ҡан насар йөрөү һөҙөмтәһендә һеңерҙең дөрөҫ тартыла-һуҙыла алмауын, яурындар, ҡулдар ойоуын юҡҡа сығара. Икенсеһе – быуындар. Һыҙланып йонсоғанда йәки артрит менән яфаланғанда хиджама ыңғай тәьҫир итә. Ҡан әйләнешенең яҡшырыуы елек майының быуын кимерсәктәренә еңел һеңеүенә булышлыҡ итә. Өсөнсөһө – нервы системаһы эшмәкәрлегенең яйланыуы. Лимфа һәм ҡан әйләнеше көйләнеүе нерв күҙәнәктәренең сифатлыраҡ туҡлана алыуына килтерә. Шул арҡылы хроник баш ауырыуҙары, сәбәпһеҙ йоҡоһоҙлоҡ, тән ойоуы һәм баш әйләнеүҙәре юҡҡа сыға.
Мөхәммәт пәйғәмбәр: “Күҙ тейеүҙән һәм сихырҙан, шулай уҡ ендәрҙән ҡотолоу өсөн тап ҡан сығарыу һәм доғалар ярҙам итә”, – тип әйтеп ҡалдырған. Күп илдәрҙә төрлө ярыш-бәйгеләр алдынан спортсылар ҙа хиджама эшләтә. Олимпия уйындары ваҡытында көрәшселәр һәм йөҙөүселәрҙең яурындарындағы, ҡулдарындағы күгәргән түңәрәк таптарға иғтибар иткәнегеҙ барҙыр. Был – хиджаманан һуң ҡалған вакуум банка эҙҙәре. Хиджама эшләгән кешене хаджам йә хаджама тип йөрөтәләр. Хәҙер Өфөлә, Стәрлетамаҡта ошо хеҙмәтте күрһәткән махсус салондар ҙа, кешеләр ҙә етәрлек. Яҡын Көнсығышта хаджамың кем икәнен әйтһәң, мин һинең кем булыуыңды әйтеп бирәм, тигән һүҙ бар. Гигиена талаптары үтәлгәндә, хиджаманың ҡатмарлығы ла, ҡурҡынысы ла юҡ, әммә хаджам ул ҡан сығарыусы ғына түгел, даими клиентының тәнен генә түгел йәнен дә имләүсе, уның хәлен тойоп тороусы кеше лә. Был мәҡәлә шул хаҡта. Хатта мал һуйыуҙы ла халыҡ теләһә кемгә ышанып тапшырмай бит. “Шул салһа ите ҡаты була, ә бының ҡулы йомшаҡ, унан эшләтһәң, татлы була”, – тип махсус берәүҙе һайлай. Йөрәккә ятҡан, тап һиңә ҡулы килешкән оҫтаны һайлап алыу зарур. Ҡайһы кеше күп ҡан юғалтыуҙан ҡурҡа. Асылда, организм тире аҫтындағы капиллярҙарҙан насар ҡанды сығарғас, артабан ҡан бирмәй. Алама ҡан артынан үтә күренмәле генә һүл (лимфа шыйыҡлығы) тамсылары ҡалҡҡандан һуң лезвие ярҙамында ваҡ-ваҡ ҡына яралар һалынған тирегә ҡабатлап ваккум банкаһы ҡуйһаң да, бер тамсы ла ҡан сыҡмай.
Хиджаманың косметологиялағы яңы йүнәлешен дә капилляротерапия тип атайҙар. Бөтә заманса ысулдарҙы үҙҙәрендә һынап ҡараған көйәҙ һылыуҡайҙар уны: “Ботоксһыҙ ботокс”, – ти. Был ысул бит тиреһен яңыртып, һырҙарҙан һәм төрлө тире ауырыуҙарынан ҡотолдороп ҡына ҡалмай, һәлберәй башлаған һеңерҙе тарттырып, йәштәргә генә хас матур йөҙ һыҙатланышын да барлыҡҡа килтерә. Йәғни вакуумһыҙ һәм вакуумлы капилляротерапия бөгөнгө матурлыҡ индустрияһының бик күп процедураларын алмаштыра алған альтернатива булып тора.
Хиджама дауа ғына түгел, тәү сиратта, төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеү сараһы ла. Ул барыһына ла файҙалы. Бөтә терминдарҙы ситкә ташлап, ябай тел менән әйткәндә, ҡан сығарыу ул – иҫкенән, иҫкергәндән таҙаланыу һәм тәндәге төрлө ағзаларҙы яңырырға мәжбүр итеү. Ошо процедураны үтеүселәр юҡҡа ғынамы ни: “Елкәмдә эленеп торған тоҡты алып ташлаған һымаҡ булды”, – тимәй. Хиджаманан һуң тән еңеллек тоя, бер нисә сәғәткә температура күтәрелә, ошо осорҙа өшөмәй, елгә сыҡмай, ауыр эш эшләмәй һаҡланырға кәрәк. Мөхәммәт пәйғәмбәр хиджаманы үҙенә ураҙа мәлендә лә эшләткән һәм ул: “Ураҙаның көсөн арттыра”, – тигән. Был дауаланыу ысулы имеҙгән, беренсе триместрҙан уҙған ауырлы ҡатындарға, шулай уҡ кескәй балаларға ла рөхсәт ителә. Яман шеш менән ауырыусыларға сирҙәре шашҡан мәлендә хиджама ярамай.
Кеше бик сәйер йән эйәһе. Ул өйөн дә, машинаһын да, хатта күп кенә әйберҙәрен дә боҙолмаһын, иҫкермәһен, тип тәрбиәләп, таҙартып, йүнәтеп кенә тора. Ә бына үҙенә күп осраҡта ҡул һелтәп ҡарай. Каппиллярҙар аша ҡуйырған, бысраҡ ҡанды һәм һүлде сығарыу тап шул эске йыйыштырыныу, таҙалыҡты тотоу өсөн тәғәйен нәмә лә инде.
Читайте нас: