Тәбиғәт ҡанундары буйынса донъя яҡшы менән яман көрәшенән торған кеүек, кеше организмында ла тап шундай күренештәр күҙәтелә. Беҙгә аҙыҡ-түлек, һауа, тәндәге яра аша йөҙләгән ят микроорганизмдар үтеп инә. Әммә улар тиҙ, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ берегеп китә алмай, ҡаршылыҡҡа осрай. Беҙҙең организмдың махсус механизмы, күҙәнәктәре вирус-бактерияларҙы табып, уларҙы юҡ итергә тырыша. Бындай һәләтте иммунитет тип атайҙар. Кеше эстә барған “һуғыш” — иммунитеттың көслө эшмәкәрлеге арҡаһында бер ниндәй ҙә ауырыу, хәлһеҙләнеүҙе белмәй. Ә бер туҡтауһыҙ көрәш алып барған организмдың тора-бара көсһөҙләнеүе ихтимал. Был осраҡта ул вирус, инфекцияға бирешеүсәнгә әйләнә. Шуға ла кеше һаулығын һаҡлау өсөн ҙур роль уйнаған иммунитет үҙе “тәрбиәләүгә” мохтаж. Бигерәк тә йәйге селлә ваҡытынан һалҡын һауа торошона күскән ваҡытта уны өҫтәмә көс менән тәьмин итергә тура килә.
Иммунитеттың көсһөҙләнеүе быға ғына ҡайтып ҡалмай әлбиттә, уның сәбәптәре байтаҡ:
- сифатһыҙ, маринадланған, меңәрләгән консервант, буяу, стабилизаторлы, составында шәкәр күп булған аҙыҡ-түлек;
- ҡатын-ҡыҙҙарҙың яратып тотҡан диетаһы;
- антибиотиктарҙы йыш ҡулланыу. Улар иммунитетты 50-75%-ҡа төшөрә. (Шуға күрә үҙ-үҙеңде дауалау менән шөғөлләнеү маҡсатында, рецептһыҙ дарыуҙар ҡабул итеүҙән тыйылығыҙ);
- стресс. Уларҙан ҡасып булмай әлбиттә, әммә үҙеңде мөмкин тиклем тыныс тоторға тырышырға кәрәк;
- физик һәм аҡыл көсөргәнешлеге;
- вирус инфекцияһы, микроб һәм бактерияларҙың күплеге.
Иммунитетты көсәйтеүҙе нимәнән башларға?
Беренсенән, йәшәү рәүешен үҙгәртеү, әүҙемләштереү. Был уңайҙан тәү сиратта саф һауала үткәрелгән төрлө физик күнекмәләр күҙ уңында тотола: аэробика, гимнастика, фитнес, йүгереү, йөҙөү һ.б. Улар менән регуляр рәүештә шөғөлләнергә кәрәк. Һөҙөмтәлә, күңел төшөнкөлөгөнә, стресҡа бирешеп бармаҫһығыҙ. Күберәк ыңғай кисерештәргә иғтибар йүнәлтергә, үҙегеҙҙе яҡшы уйҙарға ғына көйләргә тырышығыҙ.
Икенсенән, туҡланыу. Бирегәк тә А, В5, С, D, F, PP витаминдары организм өсөн файҙалы. Бөтә ҡыҙыл һәм һары төҫтәге үҫемлектәр (кишер, ҡыҙыл борос, ҡауын, помидор, ҡабаҡ) А витаминына бай. Улар организмға антигендар инеүен һаҡлау һәм яман шеш ауырыуҙарын булдырмау өсөн яуап бирә. С витаминының сығанағы барыһына ла мәғлүм: ҡара ҡарағат, гөлйемеш, цитрус, һырғанаҡ (облепиха), петрушка, кәбеҫтә, лимон. Уларҙың ярҙамы менән организмда вирустарға ҡаршы көрәшеүсе анти матдәләр барлыҡҡа килтерелә. В төркөмөнә ҡараған витаминдарҙың “ояһы” — көнбағыш, икмәк, сәтләүек, ҡарабойҙай, бәшмәк һәм сырҙа. Ә селен, цинк, магний, кальций, калий (мундирҙа бешерелгән картуф, өрөк, сәтләүек, ҡарабойҙай һәм һоло оно), тимер, йод, марганец кеүек кеше өсөн файҙалы минералдарҙы шул уҡ сәтләүек, ҡуҙаҡлылар, какао һәм әсе шоколадтан алырға була.
Аш-һыу рационына аҡһымдар өҫтәргә кәңәш ителә: ит, балыҡ һәм ҡуҙаҡлылар. Ит менән балыҡты көн дә, ә фасоль, борсаҡты аҙнаһына 1-2 тапҡыр ҡулланыу ҡарала. Йәшелсә-емештәрҙән: кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә, гранат, йөҙөм, ҡара емеш, көрәгә, алма, ҡыҙыл виноград, керәнде йышыраҡ ашарға тырышығыҙ.
Һөт эсемлектәренән био-кефир, йогурт, ҡатыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Улар ашҡаҙан-эсәк трактын “яҡшы” бактериялар менән байыта. Улар артынан организмда файҙалы бактериялар һанын арттырыуға һәләтле аҙыҡ ашарға кәңәш ителә. Шул иҫәпкә башлы һуған, һарымһаҡ, хәшәф үләне (артишок), помидор һәм банан инә.
Өсөнсөнән, сынығыу. Мәҫәлән, һалҡын һыуҙа йөҙөүгә туҡталып китәйек. Күптәр сынығыуҙы үтә һалҡын һыуға күнегеү тип уйлай, ысынында иһә ул иммунитетты кәметә генә. Уның һәләте организмдағы микроб, бактерияларҙы айырып алыу һәм юҡ итеүгә ҡайтып ҡала тигән инек инде. Бының өсөн ҡандағы иммунитет күҙәнәктәренең (лейкоцит һәм лимфоцит) тиҙлеге шәп булырға тейеш. Тәнде өшөтөп беҙ уларҙың тиҙлеген, киреһенсә, кәметәбеҙ, тимәк, вирус күҙәнәктәре менән көрәшеүҙе лә ауырлаштырабыҙ. Ә һалҡын организм — бактерия үрсеүе өсөн уңайлы шарт.
Һалҡын һыу менән ҡойоноу һәм контраст душ – юғары һәм түбән температуралы һыуҙың сиратлашыуы ла иммунитетты күтәреү өсөн кәрәкле аҙым. Әммә уны ла температураны әкренләп арттырыу һәм кәметеүгә нигеҙләнеп башҡарырға кәрәк. Төрлө киҫкен аҙым иммунитетҡа кире йоғонто яһауы, сиргә һабыштырыуы мөмкин. Ҡойоноуҙы аҫтан өҫкә ҡарай башлағыҙ: башта тубыҡтан, һуңынан яйлап билдән, шунан һуң ғына баштан йәки контраст душ инергә мөмкин. Душты 10-14 көн дауамында ҡабул итергә була.
Рәхимова Сания инәй кәңәштәре:
- Башҡорт халыҡ мәҡәлендәгесә, “Хәрәкәттә — бәрәкәт” тигәндәй, иммунитетты күтәрергә ҙур ярҙам күрһәтеүсе лә хәрәкәт. Шуға күрә мин үҙемдең һәр көнөмдө кескәй генә гимнастиканан башлайым. Карауатта ятҡан килеш кирелеп, һуҙылып алам, шунан яйлап ҡына ҡул, аяҡ, яурындар өсөн күнегеүҙәр эшләйем. Иртәнге зарядка көн әйләнәһенә күтәренке кәйефтә йөрөргә булышлыҡ итә. Таңда ялан аяҡ ысыҡ кисеп йөрөү файҙаһы хаҡында һөйләп тороу кәрәкмәйҙер.
Аш-һыуҙан төрлө ҡайнатмалар, сәйгә өҫтәмәләр ҡулланам. Мәҫәлән, ҡышҡа күп итеп 7-8 үлән төрө: мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, гөлйемеш, йүкә, ҡарағат, алма япрағы, ромашка йыйып киптерәм. Һуңынан уларҙы бергә онтап, сәй менән бешереп эсәм.
Яңыраҡ кишер япрағын файҙалана башланым. Уны укроп урынына турап, салатҡа, ашҡа һалып ебәрәм. Аш-һыуға тәм дә өҫтәй, шул уҡ ваҡытта файҙалы ла.
Үтә ҡаты һыуыҡ тейгән ваҡытта иң шәп дауалаусы – ер еләге япрағы. Уны емеш бирә башлағансы йыйырға кәрәк. Сәйгә ҡушып йыш эскәндә, дарыу менән төҙәлмәй торған сирҙе сығарырға һәләтле. Ошондай йәшел сәй рецептарынан айырылғаным юҡ.
Кеше организмы өсөн төрлө һуттарҙың файҙаһы ла әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Улар араһынан ҡыҙыл сөгөлдөр, алма, кишер һутынан эшләнгән ҡатышма тураһында әйтеп китеүҙе кәрәк һанайым. Уларҙың өсөһө лә бер үк күләмдә булырға һәм аш алдынан көнөнә бер мәртәбә ярты стакан эсергә кәңәш итер инем. Уны мин ейәнсәрҙәремә беренсе тапҡыр биргәндә бик үк оҡшатманылар. Ә хәҙер бергәләп яратып файҙаланабыҙ. Шулай уҡ йоҡо алдынан берәр стакан ҡатыҡ эсеү ҙә ғәҙәткә инеп китте.
Халыҡ медицинаһында иммунитетты күтәреү өсөн ҡурай еләгенең япраҡтарынан тыш, ботаҡтарын да ҡулланалар. Уларҙы ваҡ итеп турап (1-2 аш ҡалағы), 1 стакан һыуҙа ҡайнатып, 2 сәғәт тирәһе төнәткәс, көн буйына 1-2 ҡабым эсергә кәрәк.
1 сәй ҡалағы ромашка һәм йүкә сәскәһен, гөлйемеште 1 стакан ҡайнаған һыуға һалып, 15-20 минут төнәтергә. Әҙер ҡайнатманы һөҙөп, көнөнә 1/3 стакан эсергә.
Ауырыған саҡта мүк еләгенә шәкәр өҫтәп иҙеп, өҫтөнә сәй ҡойоп эсергә була.
Гөлйемештә С витамины күп, шуға күрә ауырыған саҡта уны йышыраҡ һәм күберәк ҡулланыға кәрәк. 2 аш ҡалағы киптерелгән емештәрҙе ярты литр һыуҙа 15 минут ҡайнатып алырға. Төнгөлөккә төнәтеп, сәй урынына эсеү файҙалы. Бал өҫтәргә лә мөмкин.
Бал тигәндәй, беҙҙең өйҙә өҫтәлдә һәр саҡ бал ултыра. Иртәнге аш алдынан мотлаҡ рәүештә бер сәй ҡалағы ашарға кәңәш итәм. Сөнки балда бик күп витаминдар тупланған. Иртән ҡулланыуҙың яҡшы яғы шунда: ял иткән тән витаминдарҙы бик тиҙ үҙләштереүсән.
Филүзә ӘХМӘТОВА әҙерләне.