+19 °С
Болотло
* Ҡабаҡ орлоғо магнийға бай. Ул йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, холестеринды кәметә. Гипертониянан яфаланғандарға ла килешә.
* Табиптар билдәләүенсә, ҡабаҡ орлоғо айырыуса ир-ат һаулығы өсөн файҙалы. Көс-ҡеүәтте юғалтмаҫ өсөн көн һайын 50-60 грамм ҡабаҡ орлоғо ашарға тәҡдим ителә.
* Иң файҙалыһы – ҡыҙҙырылмаған, ҡояшта киптерелгәне. Ҡыҙҙырғанда емештең күп файҙалы үҙенсәлектәре юғала. Уны яҡшылап сәйнәргә кәрәк, юғиһә насар үҙләштерелә. Шулай ҙа көнөнә 100 грамдан күберәк ашарға ярамай.
Фото: prodachnika.com