Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
22 Апрель 2020, 13:55

Әйҙәгеҙ, Салауатҡа ҡушылабыҙ!

"Әйҙәгеҙ, гимнастика менән шөғөлләнәбеҙ!" Шулай ти Мәскәү ҡалаһында уңышлы эшләп йөрөгән яҡташыбыҙ Салауат Ғирфанов. Бөгөнгө үҙ аллы изоляция шарттарында был бигерәк тә файҙалы, сөнки Салауат инстаграмда гимнастика буйынса күнекмәләр үткәрә. Был хаҡта егеттең әсәһе, журналист Земфира Ғирфанова: “Ул беҙҙе лә гимнастикаға "ултыртты", 11-се класта уҡыған һеңлеһе, 3- сө класс уҡыусыһы Йәнбулат туғаны ла ихлас ҡушылды. Төрлө төбәктәрҙә йәшәгән дуҫтары ла бөгөн кинәнеп гимнастика менән шөғөлләнә", - ти. Салауатҡа 24 йәш. Ул Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын тамамлаған, спорт менән мәктәптән дуҫ, республика буйынса волейбол ярыштары призеры. Әлеге ваҡытта Мәскәү отелдәренең береһендә спорт буйынса инструктор булып эшләй, шул уҡ ваҡытта "Орландо" клубы баскетболисы ла. Шунан, Салауатҡа ҡушылабыҙмы?

"Әйҙәгеҙ, гимнастика менән шөғөлләнәбеҙ!" Шулай ти Мәскәү ҡалаһында уңышлы эшләп йөрөгән яҡташыбыҙ Салауат Ғирфанов. Бөгөнгө үҙ аллы изоляция шарттарында был бигерәк тә файҙалы, сөнки Салауат инстаграмда гимнастика буйынса күнекмәләр үткәрә. Был хаҡта егеттең әсәһе, журналист Земфира Ғирфанова: “Ул беҙҙе лә гимнастикаға "ултыртты", 11-се класта уҡыған һеңлеһе, 3- сө класс уҡыусыһы Йәнбулат туғаны ла ихлас ҡушылды. Төрлө төбәктәрҙә йәшәгән дуҫтары ла бөгөн кинәнеп гимнастика менән шөғөлләнә", - ти.
Салауатҡа 24 йәш. Ул Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын тамамлаған, спорт менән мәктәптән дуҫ, республика буйынса волейбол ярыштары призеры. Әлеге ваҡытта Мәскәү отелдәренең береһендә спорт буйынса инструктор булып эшләй, шул уҡ ваҡытта "Орландо" клубы баскетболисы ла.
Шунан, Салауатҡа ҡушылабыҙмы?
Читайте нас: