Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Ирҙәр өсөн дә файҙалы

Ни өсөнмө?

Йәшел һуғанды тәбиғи витамаиндар хазинаһы, тиҙәр.Тәү ҡарауға әллә ни әһәмиәтле күренмәһә лә, ғәжәп файҙалы. Ул 93 процент һыуҙан тора, ҡалған ете проценты кеше – организмы өсөн кәрәкле витаминдар һәм минералдар. Унда А,С,Е,В, В, В витаминдары, калий, натрий, селен, тимер, цинк, магний, фосфор, кальций күп.
Йәшел һуған организмдың ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра, һалҡын тейгәндә ярҙам итә, холестеринды кәметә, ҡан тамырҙарын нығыта, тешт һәм ҡаҙналыҡҡа файҙаһы ҙур. Антибактериаль һәләткә эйә булыу сәбәпле, ауыҙҙағы зарарлы микроорганизмдарҙы кәметә, ҡаҙналыҡтар ялҡынһыныуҙы һәм бактериаль стоматитты дауалай.
Рационда даими булғанда, ир-егеттәр организмы өсөн дә файҙалы. Йәшел һуғанда цинк күп, шунлыҡтан ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив системаһына уңай йоғонто яһай. Сәс, тырнаҡ, тире торошон яҡшырта.
Фолий кислотаһына бай булыу сәбәпле, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға ла шифалы. Хроник гастрит, ашҡаҙаны, ун икеле эсәк йәрәхәте, бронхиаль астма, гипертония, аллергия, үпкә ауырыуҙары киҫкенләшкәндә йәшел һуған ашарға кәңәш ителмәй.
Читайте нас: