Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Витаминдар – тәмләткес үләндә!

ПетрушкаБыл үлән микроэлементтарға һәм витаминдарға бай. Петрушкала РР, В1, В2, К витаминдары, каротин, эфир майҙары бар. Бынан тыш, был ғәжәп үләндең 100 грамында С витаминының яҡынса ике тәүлек нормаһы бар. Был 100 грамм лимондан дүрт тапҡырға күберәк тигән һүҙ. Яҙ көнө был витаминдар һәр кешегә, айырыуса балаға кәрәк.ҠуҙғалаҡҠуҙғалаҡты даими ашаған кешелә анемия булмай. Үҫентенең әскелт япраҡтары органик матдәләрҙең ысын сығанағы булып тора. Уның менән тимер яҡшы эшкәртелә. Шуға ла ит менән ҡушып бирелгәндә тағы ла йәтешерәк. Ҡуҙғалаҡта каротин бар. Кескәйҙәрҙең үҫеше, күҙҙәренең сәләмәтлеге өсөн ул бигерәк тә кәрәк. Бер йәштән үк балаларҙың аҙығына аҙлап ҡуҙғалаҡ ҡушып бирә башларға кәрәк.

Петрушка
Был үлән микроэлементтарға һәм витаминдарға бай. Петрушкала РР, В1, В2, К витаминдары, каротин, эфир майҙары бар. Бынан тыш, был ғәжәп үләндең 100 грамында С витаминының яҡынса ике тәүлек нормаһы бар. Был 100 грамм лимондан дүрт тапҡырға күберәк тигән һүҙ. Яҙ көнө был витаминдар һәр кешегә, айырыуса балаға кәрәк.
Ҡуҙғалаҡ
Ҡуҙғалаҡты даими ашаған кешелә анемия булмай. Үҫентенең әскелт япраҡтары органик матдәләрҙең ысын сығанағы булып тора. Уның менән тимер яҡшы эшкәртелә. Шуға ла ит менән ҡушып бирелгәндә тағы ла йәтешерәк. Ҡуҙғалаҡта каротин бар. Кескәйҙәрҙең үҫеше, күҙҙәренең сәләмәтлеге өсөн ул бигерәк тә кәрәк. Бер йәштән үк балаларҙың аҙығына аҙлап ҡуҙғалаҡ ҡушып бирә башларға кәрәк.
Читайте нас: