Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡара икмәк ярлыларҙың аҙығымы?

Йәнә ул йөрәк өсөн диетик аҙыҡ булараҡ мөһим.

Туғыҙ секунд эсендә комбайн 70 буханка икмәк бешерерлек бойҙай йыя.
Икмәк барлыҡ донъя халҡы һәм бөтә дин вәкилдәре хөрмәт иткән берҙән-бер аҙыҡ.
Арыш икмәге һаулыҡ өсөн файҙалы, организм өсөн туҡлыҡлы матдәләр күп. Йәнә ул йөрәк өсөн диетик аҙыҡ булараҡ мөһим. Унда артыҡ холестринды сығарыуға ярҙам иткән матдәләр бар. Шулай йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү йәһәтенән дә шифалы. Арыш икмәгенән беҙ аҙыҡ эшкәртеүҙе тиҙләткән һәм эс ҡатыуын булдырмаған күп күҙәнәктәр алабыҙ.
Молдавияла һоро икмәк бар. Уға патока менән әнис ҡушалар.
Европала француздар икмәкте иң күп ашаған халыҡ булараҡ билдәләнгән. Йылына һәр кешегә 67 килограмм икмәк тура килгән. Тәүҙә аҡ икмәк менән генә туҡланғандар. Ҡара икмәк XII быуатта ғына барлыҡҡа килгән. Ул халыҡҡа бик оҡшап ҡалған.

Урта быуаттарҙа байҙар аҡ икмәкте өҫтөн күргән. Улар ҡара икмәк ярлыларҙың аҙығы тигән ҡарашта булған.

Ҡаты алыштарҙан һуң Наполеон сабырлығы өсөн атын икмәк менән бүләкләгән.

Тәүге икмәк имән алмаһынан бешерелгән. Имән ағасы үҫмәгән ерҙәрҙә ондо сәтләүектән әҙерләгәндәр.

Ер йөҙөндәге халыҡ көн һайын 9 000 000 самаһы икмәк ашай. Бынан 90 миллион бутерброд эшләргә мөмкин булыр ине.

Икмәктең 50 проценты бутерброд әҙерләүгә тотонола. Англияла сырлы бутербродҡа, ә Америкала ветчинаға өҫтөнлөк бирәләр.
"Росстат" мәғлүмәттәре буйынса, һәр Рәсәй кешеһе йылына 63.4 килограмм икмәк аҙыҡтары ашай.
1988 йылда Санкт-Петербургта "Ленхлебпром" берекмәһе икмәк музейын булдыра. 1993 йылда ул ҡаланың Мәҙәниәт комитетына күсерелә.
Яңы Уренгой ҡалаһында Бородино икмәгенә һәйкәл бар.Ул тарихҡа ингән дәһшәтле Бородино һуғышына 200 йыл тулыу хөрмәтенә асылған.
Читайте нас: