Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Ауыр” көндәрҙә нимә эшләргә?

Был көндәрҙе нисегерәк еңелерәк үткәрергә мөмкин?

Йыш ҡына радионан йәки телевизорҙан һауа торошон хәбәр иткәндә, иртәгә “геомагнит дауылы” көтөлә, сәләмәтлегегеҙгә һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртәләр. Был көндәрҙе нисегерәк еңелерәк үткәрергә мөмкин?
“Ауыр” көндәрҙә байтаҡ кеше баш ауыртыуынан, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, башҡа ауырыуҙарының көсәйеүенән ыҙа сигә.
Был мәлдә табиптар һыу төшөү, һалҡын душта ҡойоноу, гимнастик күнегеүҙәр эшләү, кәм тигәндә 20 минут самаһы йүгереү файҙалы, ти. Шулай уҡ мотлаҡ һигеҙ сәғәт йоҡларға, саф һауала физик хеҙмәт менән шөғөлләнергә тәҡдим ителә. Төнгөлөккә ылыҫлы ванна шифалы. Маңлайға, танау тирәләренә, елкә һәм муйынға массаж эшләү ҙә килешә.
Читайте нас: