Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

“Күк еләк” (ирга) инфарктты иҫкәртә

Бөйөр, бауыр, атеросклероз, ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан уның һуты тәҡдим ителә. Һутты кеше бер генә көн эсһә лә хәле яҡшырғанын тоя, сөнки организмына шифаһы тиҙ тарала, уны нығытыуға булышлыҡ итә.

Был ҡыуаҡ йәки әллә ни ҙур үҫмәгән ағас хәҙер махсус баҡсаларҙа ғына түгел, ауыл ерендә лә күренә башланы. Өҫкө яҡлап ҡараһыу йәшел, түбәнгә табан аҡһыл-йәшел япраҡлы, ҡараһыу-зәңгәр һәм ҡыҙғылт-зәңгәрһыу емешле ағас әллә ҡайҙан күренеп тора. Бер нисә йылдан олондоң эргә-тирәһенә бик күп сыбыҡса сыға ла яйлап тарала башлай. Шуға ла уны кәртә буйына декоратив үҫенте булараҡ та ултырталар.
Емештәренең файҙаһына килгәндә, иҫ киткес витамин­дарға бай. Ундағы әүҙем матдәләр ҡан тамырҙарының һығылмалылы­ғына булышлыҡ итә. Атеросклероз, авитаминоз, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан ҡулланалар.
Миокард инфарктын һәм веналарҙың варикоз киңәйеүен иҫкәртеү өсөн ошо емеш тәҡдим ителә. Сәскәләренән яһалған төнәтмәне артериаль ҡан баҫымын төшөрөү өсөн эсәләр. Шулай уҡ ҡандағы зарарлы холестерин кимәлен төшөрөүгә лә булышлыҡ итә.
Ирганың файҙаһы ифрат ҙур, тинек. Бөйөр, бауыр, атеросклероз, ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан уның һуты тәҡдим ителә. Һутты кеше бер генә көн эсһә лә хәле яҡшырғанын тоя, сөнки организмына шифаһы тиҙ тарала, уны нығытыуға булышлыҡ итә.
Емеште туңдырырға ла, ҡайнатма әҙерләргә лә мөмкин. Сәскәләренән, япраҡтарынан махсус йәшел сәй яһайҙар. Әйтәйек, миокард инфарктын иҫкәртеү өсөн көнөнә өс аш ҡалағы емеш ашау ҙа етә. Улай иткәндә, бер аш ҡалағы ирганы ике стакан һыуҙа ҡайнатып, һөҙөлгән бер стаканын ашар алдынан өс өлөшкә бүлеп эсәләр.
Сәскә, япраҡтан төнәтмәне түбәндәгесә яһайҙар: бер аш ҡалағы кипкән сәскәне (майҙа йыялар) стаканға һалып, ҡайнар һыу ҡоялар. Ике сәғәт төнәткәндән һуң көнөнә өс өлөшкә бүлеп эсәләр. Япраҡтарына килгәндә, яҡшылап күләгәлә киптерәләр. Һуңынан ике аш ҡалағы япраҡты ике стакан ҡайнар һыуға һалып, ярты сәғәткә тонорға ҡуялар.
Ирга – әрһеҙ ағас. Уны яҙын да, көҙөн дә ултыртырға мөмкин. Алда телгә алғанса, декоратив ҡыуаҡ булараҡ та матур. Көҙөн ултыртып ҡалһағыҙ, ике-өс йылдан баҡсағыҙға йәм бирер, емештәре өҫтәлегеҙҙе тәмле ҡайнатма менән йәмләр. Иң мөһиме – һаулығығыҙҙы нығытыр.

Читайте нас в