Шоңҡар
+14 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
13 Август 2020, 00:35

Составында нимә бар?

Ҡомалаҡта хатта морфин да бар! Тап шуның өсөн дә һыраны бер тәмләгән кешенең уны һәр ваҡыт эскеһе килеп тора.

Күбекле эсемлектә төрлө зарарлы матдәләр оялаған. Уға солод, ҡомалаҡ, ферменттар, сүпрә, консерванттар, шәкәр, яһалма буяғыстар, тәмен көсәйтеүсе әйберҙәр ҡушылған. Дөйөм етештереүҙә тәбиғи солод бөтөнләй ҡулланылмай тиерлек, сөнки ул ҡыйбат, табыш артынан ҡыуған етәкселәр өсөн файҙалы түгел. Шуға ла бөгөн эсемлеккә уны алмаштырған арзан, яһалма, зарарлы химик матдәләр ҡушалар.
Ҡомалаҡтың иһә киндерҙең яҡын “ҡәрҙәше” булыуын иҫтән сығарырға ярамай. Ғәҙәттә, уларҙы төрлө сорттар менән ҡушып, гибрид алалар. Ҡомалаҡта хатта морфин да бар! Тап шуның өсөн дә һыраны бер тәмләгән кешенең уны һәр ваҡыт эскеһе килеп тора. Был эсемлектә психикаға тәьҫир иткән әсе матдәләр ҡушылмалары етерлек – ул йоҡоға баҫа, күп шаярһаң, күҙгә имәнес нәмәләр күренә башлай.
Һыраның организмға зарарын көмөшкәнеке менән сағыштыралар, сөнки ике эсемлектә лә әсегән ваҡытта йәки спиртҡа әйләнеү барышында ағыулы ҡушылмалар хасил була. Былар – альдегидтар, ыҫмала, кислоталар, метанол, ҡатмарлы эфирҙар, ауыр металл тоҙҙар, хатта – кобальт! Һырала уларҙың ҡушылмалары, ағыу концентрацияһы ныҡлы таҙартылған спирттан етештерелгән араҡыға ҡарағанда тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә артыҡ. Бөтә был ҡурҡыныс ағыу һыра яратыусыларҙың тура организмына эләгә. Тап шуға ла һыра алкоголизмының эҙемтәһе үтә насар. Отто Фон Бисмарктың: “Һыранан кеше ялҡауға, аңраға һәм көсһөҙгә әйләнә”, – тигән һүҙҙәрендә ҙур мәғәнә ята.
Читайте нас: