1953 йылдың декабрь аҙаҡтары. Кис. Мәсеттә “Ленинская искра” колхозының отчет-һайлау йыйылышы бара. Шул саҡ мәсеткә ҡулына һәнәк тотҡан бәләкәй генә буйлы Гөлъямал әбей килеп инде лә, ҡарашы менән улы Мәүлитте эҙләп тапҡас:
- Мәүлит, әйҙә ҡайтабыҙ, атайыңды әле лә генә ҡоторған эт тешләне, - тип әйтте лә, улын алып ҡайтып китте.
Был һүҙҙе ишеткәс беҙ, унлап малай йүгерешеп тышҡа сыҡтыҡ та, ҡайһыларыбыҙ таяҡ, ҡайһыларыбыҙ утын ағастары тотоп ҡоторған этте эҙләргә сығып киттек.
Ауылдың бар урамдарын, ишек алдарын, һарай тирәләрен эҙләп сыҡһаҡ та, ул этте тапманыҡ. Иртәгәһенә ике кәзә бәрәсен имеҙергә тип алып сыҡҡайным шул саҡ урамдан бүре төҫлө ниндәйҙер ят овчарка тоҡомло эттең яйлап ҡына Ҡыҙыл яр яғына табан үтеп барғанын күрҙем. Бәрәстәрҙе тиҙ генә әсәһенә ҡуштым да, ҡулыма һәнәк алып ҡапҡа янына килдем. Шул саҡ, ос яҡтан ҡулына ҡушкөбәк мылтыҡ тотҡан Хөснуллин Фәтих ағайҙың шәпләп килә ятҡанын күрҙем. (Фәтих ағай тигәнем 1943 йылда һуғышҡа алынып, һуғыш бөткәс, Көнбайыш Украинала Совет ғәскәрҙәре тарафынан туҙҙырылған Степан Бендера ҡарамағындағы Украина Милли Армияһының ҡалдыҡтарына ҡаршы һуғышып йөрөп, унан 1960 йылда ғына ҡайтты. Әле сәүиттә эшләп, яңы ғына кәләш алған сағы ине). Тәүҙә үҙем ҡапҡа төбөндә ҡурҡыңҡырап торһам да , Фәтих ағайҙы күргәс батырайып китеп уның артынан эйәрҙем. Аушаңлай-аушаңлай яйлап ҡына атлап барған эт Әхәт ағайҙарҙың ҡапҡа тәңгәленә еткәс аҙ ғына туҡтап торҙо ла, боролоп уларҙың ишек алдына инеп китте.
Беҙ барып еткәндә теге эт ялан кәртәгә инеп алға һуҙған аяҡтары өҫтөнә башын һалып беҙгә ҡарап ята ине. Фәтих ағай ҡушкөбәк мылтығының көбәген урам ҡапҡаһының өҫтөнә һалып, саҡмаларын сыртлатып ултыртҡандан һуң аҙ ғына төҙәп торҙо ла, атып та ебәрҙе. Тик эт ҡуҙғалмай ята бирҙе.
- Әллә теймәне инде айыу яһауы менән атҡайным, – тине Фәтих ағай, эттең тик ятҡанын күргәс. –
- Юҡ, юҡ, тейҙе, – тинем мин уға, - ана башына ҡара. Эттең башынан сурлап ҡан аға. Аҙаҡ уны ат санаһы артына тағып емтек соҡорона алып барып ташланылар.
Теге ҡоторған эт тешләгән Һибәт ҡарт тулы ғына кәүҙәле, урта буйлы ине. Йыл әйләнәһенә тигәндәй башына металлургтар ғына кейә торған киң тирәсле бер илеләй ҡалынлыҡтағы кейеҙ ҡалпаҡ, өҫтөнә тирмәнсе булып эшләгәнлектән он һырып инде ниндәй төҫтә икәнлеге лә беленмәгән ҡалын бишмәтен кейеп йөрөр ине. Тешләнә торған көн ул тирмәндән бик һуңлап, ҡараңғыла ҡайта. Ҡапҡанан инеү менән һарайы янында ниндәйҙер эт ятҡанын күреп ҡала һәм уны ҡулындағы таяғы менән ҡыуа башлай, тик эт уның өҫтөнә һикерә. Ҡарт унан ҡасып өйөнә инеп һыңар көбәкле мылтығын алып сығып эткә атмаҡсы итә, тик мылтыҡ атылмай. Шул саҡ эт уның һул ҡулын тешләй һәм уны ебәрмәй, сәйнәй башлай. Ҡарт нисек тә булһа ысҡынып, соланына инеп ҡотола. Һибәт ҡартты ҡоторған эт тешләгән икән, тигән хәбәр иртәгеһен бар ауылға тарала. Уға өҫтәп тағы ла “ҡоторған эт тешләгән кеше ҡырыҡ көндән һуң ҡотора икән, ҡотороуын кешегә лә йоҡтора икән тигән” һүҙ ҙә таралды. Ҡарттың хәле ысынлап та насар булды. ул төндәр буйы сисенмәй тәҙрә төбөндә мылтыҡ тотоп бөтөнләй булмаған ҡоторған этте көткән, бер ҙә йоҡламаған, тамағына ла ашамаған. Ун көндән һуң инде ул бөтөнләй яңылыша башлаған. Бер көн ул күршеһе Ишбаев Хөсәйен ағайға мылтыҡ тотоп инә лә:
- Хөсәйен хәлем насар ҡотора башланым, ҡайҙа ҡарама мейес артында ла соланда ла ҡоторған эттәр күбәйҙе, уларҙан ҡотолоп булмай, әйҙә, һарайымда ат мине, йәлләмә, сәүиткә барып әйттем инде, әйҙә, – тип инәлә башлай. Хөсәйен ағай уның мылтығын алып өйөнә алып бара мылтығын әбейенә биреп йәшерергә ҡуша. Кис ҡараңғы төшөү менән ул бөтөнләй ҡотора башлай, утын ағасы менән стена туҡмай, соланға сығып дөбөр-шатыр килә. Күрше тирәләре инеп уны бәйләп һалалар. Таң атыу менән уны атҡа тейәп Мораҡҡа, духтырға алып китәләр. Аҙна-ун көндән һуң уның үле хәбәре килгәс, ауылдан ете-һигеҙ кеше ике атҡа тейәлеп Мораҡҡа китәләр. Улар ҡаҡ һөйәккә ҡалған Һибәт ҡартты йыуып кәфенләгәндән һуң Мораҡтағы башҡорт зыяратында кейемдәре менән ҡуша ерләйҙәр. Йыназаһын атайым бахыр уҡый. Торараҡ теге ҡоторған этте берәү Һатлыҡ урыҫынан алып ауылда ҡалдырып киткәне асыҡлана.