Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
11 Октябрь 2020, 21:00

Алыусы булмаһа, һатыусыһы ла булмаҫ ине...

Хатта тартыусыларҙы үлемгә хөкөм иткән осраҡтар ҙа булғылай. Әммә Петр Беренсе килгәс, барыһы ла үҙгәрә. Был алама ғәҙәт менән дуҫ була ул. Тәмәке эшләү өсөн төрлө фабрикалар астыра.

Кәпәсте ҡырын һалып, аяҡтарҙы кирә баҫып, һалам таяҡсаһын тәмәке итеп ауыҙға ҡапҡас, уның тәменән ләззәтләнгән төҫ керетер өсөн күҙҙәрен ҡыҫып-ҡыҫып ала торған ине беҙҙең заманда “текә” күренергә теләгән малайҙар уйын уйнағанда. Үҫә төшкәс, ҡайһы бер тиҫтер ҡыҙҙарҙың йәшенеп кенә төтәткәндәрен иҫләйем. “Өлкәндәр һиҙеп ҡалып, эләкмәһен өсөн теш пастаһын йотабыҙ”, - тиҙәр ине улар тормош “тәжрибәләре” менән бүлешеп. Үкенескә күрә, ҙурайған һайын был насар ғәҙәттең көндән-көн халыҡ араһына нығыраҡ ингәнен күрергә тура килде. Хәҙер, ана, ауыл ерҙәрендә лә гүзәл заттар ҙа берәүҙән дә тартынмай ғына тарталар...
Барыһы ла индустарҙан башлана...
Беҙҙең эраға тиклем 6000 йылдарҙа ҡыуаҡ һымаҡ үҫкән, тип фаразлай ғалимдар. Тәүгеләрҙән булып индустар тәмләп ҡарай. 1492 йылда европалылар ҙа таныша. Әлеге лә баяғы индустар Колумбаға төргәк менән киптерелгән тәмәке үҫентеләрен бүләк итәләр. Тегеләре, нимә икәнлеген белмәгәс, ҡабул итмәйҙәр һәм бортта ташлап китәләр. Һуңынан был урын ошо ваҡиғаға ҡағылышлы мәңгеләштерелә һәм Тобаго (беҙҙеңсә әйткәндә “төрөпкә” һүҙенә оҡшаш) утрауына исем бирелә.
1501 йылда уның тәүге ҡорбаны тарихта ҡала. Колумбаға экспедицияға барған Родриго де Херес тигән сит ил кешеһе унда тартырға өйрәнә. Үҙ иленә ҡайтҡас, испандар быны күреп шаҡ ҡата. Ауыҙынан төтөн сығарып барыһын да һушын алған был кешене, улар сихырсыға әйләнгән, тип уйлайҙар һәм хөкөм итәләр.
Был ваҡиғаға теүәл утыҙ йыл үткәс, испандар беренсе тапҡыр Санто-Доминго утрауында тәмәке сәсеп ҡарайҙар. Тағы ла өс тиҫтә йылдан һуң, Жан Нико де Вильемен тигән кеше уның менән кеҫә ҡалынайтыу ысулын таба. Был хәйләкәр әҙәм уны ҡулланғанда баш ауыртыуы бөтә, теш һыҙлауы баҫыла, хатта яман шеште лә дауалай тип, алдап маташа. Был ялған юлда дуҫтары ла табыла һәм 1587 йылда Нидерландияла “Панацея үҫемлеге” (“De herbe panacea”) тип аталған китап сығарыла. Артабан, ошо хеҙмәткә нигеҙләнеп Европала дарыу булараҡ ҡуллана башлайҙар.
Ер йөҙөнә тәмәке осоро ныҡлап 1620 йылда, Севильела тәүге фабрика асылғас башлана. Ярлылар төпсөктәрен йыйып, эсендә ҡалған үләнде ҡабаттан киптерләр һәм осһоҙло ҡағыҙға урап та һаталар.
Аҡыллы, халҡын ҡайғыртҡан сәйәсмәндәр, дин әһелдәре шул осорҙарҙа уҡ уның кеше һаулығына зыян килтергәнен яҡшы аңлайҙар. Мәҫәлән, Урбан VIII көйрәтергә әүәҫтәрҙе сиркәүенә индермәһә, Бутан короллегендә йәмәғәтселек урындарында был алама ғәҙәт менән булышыу бөтөнләй тыйыла.
1670 йылда тәмәкенең зыяны тураһында, ниһайәт, ғилми хеҙмәттәр күренә башлай. Тәүгеләрҙән булып швед табибы Элиас Тилландс үҙенең докторлыҡ диссертацияһында ошо тема өҫтөндә эшләй. Бер быуат тирәһе ваҡыт үткәс, инглиз ғалимы Джон Хилл швед хеҙмәттәшенең фекерен хуплай һәм тәмәкене еҫкәп ләззәт табырға ғәҙәтләнгәндәрҙең, күпмелер ваҡыттан һуң, танау ҡыуышлығында яман шеш барлыҡҡа килеүен иҫбатлай ала. 1828 йылда немец химиктары Людвиг Рейманн һәм Вильгельм Поссельт никотин барлығын асыҡлайҙар.
Тик был асыштар тәмәкенең үҫеш юлына аяҡ сала алмай. 1860 йылда ул сәнәғәттә киң тамыр йәйә. Ә 1913 йылда RJ Reynolds тип аталған Америка компанияһы хәҙерге тәмәке сығара башлай.
Инглиз сауҙагәрҙәре индерә
Рәсәйгә XVI быуат аҙаҡтарында күренә башлай. Иван Грозный осоронда инглиз сауҙагәрҙәре башлап индергәндәр, тип фаразлана. Тик оҙаҡҡа түгел. Батша Михаил Романов ене һөймәй. 1634 йылда Мәскәү тотошлайы тиерлек янып көл-күмергә ҡала яҙғас, уның өсөн язалар ҡатылана. Хатта тартыусыларҙы үлемгә хөкөм иткән осраҡтар ҙа булғылай. Әммә Петр Беренсе килгәс, барыһы ла үҙгәрә. Был алама ғәҙәт менән дуҫ була ул. Тәмәке эшләү өсөн төрлө фабрикалар астыра. Был осорҙа танау аша “тартыу” модала һыналһа, һуңынан төрөпкә килеп сыға. Шулай итеп, алыпһатарҙарҙың кеҫәһен ҡалынайта, дәүләт ҡаҙнаһын байытыуға ла ярайһы ғына ҙур өлөш индерә индустар уйлап тапҡан был үҫемлек. Бер һүҙ менән әйткәндә, шул осорҙан алып илдә тәмәке сәнәғәте сәскә ата.
ХХ быуатта тартыусылар һаны күбәйгәндән күбәйә. Насар ғәҙәт икәнен, аяғына яңы баҫҡан бала ла белә. Һаулыҡҡа зыяны ҙур тип, ғалимдар ҙа саң ҡағалар. Рекламаларҙан да алып ташлап ҡаранылар. Тик файҙаһы ғына әллә ни күренмәне. Булмаҫ та, шикелле. Кем әйтмешләй, алыусыһы булмаһа, һатыусыһы ла булмаҫ ине...
Читайте нас: