Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
23 Ғинуар 2021, 18:00

Үҙеңде яратырға өйрән

Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ гел стресс хәлендә йәшәйбеҙ, нервы көсөргәнешлегенең организмды нисек ҡаҡшатыуын һиҙмәйбеҙ ҙә.

Хәҙерге заман кешеһе һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға, иртәнән кискә тиклем эш, төрлө мәшәҡәттәр менән мәшғүл. Йомоҡ, борсоулы йөҙ менән йөрөгән кешеләр эргәбеҙ тулы. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ гел стресс хәлендә йәшәйбеҙ, нервы көсөргәнешлегенең организмды нисек ҡаҡшатыуын һиҙмәйбеҙ ҙә.

Нервы көсөргәнешлеге ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын, һөйәк һәм быуындар, йөрәк сирҙәрен ҡуҙғытып ебәреүе ихтимал. Депрессия хәлен­дәге пациенттар араһында йыш ҡына яман шештең баш ҡалҡытыуы бил­дәле, сөнки стресс ваҡытында организм ҡаҡшай, хәлһеҙләнә, кәрәкле, файҙалы матдәләр эшләп сыға­рылмай.

Депрессияға ҡаршы нисек көрә­шергә, тигән һорауға аныҡ ҡына яуап та юҡ. Ауырлыҡтарҙы еңеү өсөн ҡайһы саҡта квалификациялы психологка мөрәжәғәт итеү ярҙам итә. Әммә үҙеңде стрестан һаҡлау йәки уның тәьҫирен кәметеү буйынса дөйөм тәҡдимдәр етерлек.

Тәү сиратта спорт менән шөғөлләнә башлағыҙ, ти белгестәр. Шул саҡта организмда тупланған бөтә кире энергия физик көсөргәнеш менән сығып бөтәсәк. Йәйәү йөрөү ҙә хәл-торо­шоғоҙҙо яҡшыртасаҡ, аҙға булһа ла борсоған мәсьәләләрҙән арындырыр, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтер. Өҫтә­үенә атлап йөрөү фекерләү ҡеүәһен арттырыуға булышасаҡ, өйөлгән проблемаларығыҙҙы хәл итеү сара­һын табыуҙа ла ярҙам итеүе мөмкин. Бойоғоу, күңел төшөү тойғоһон ҡатын-ҡыҙ йыш ҡына шоколад менән баҫа. Билдәле булыуынса, тәмле-татлы аҙыҡ – бәхет гормонын эшләп сығарыу өсөн бер сәбәп. Ваҡытында ял итә белеү ҙә хәҙерге заман кешеһе өсөн үтә мөһим. Үҙегеҙҙе яратырға һәм һаҡларға өйрәнегеҙ.
Читайте нас: