Оҙаҡ йәшәүҙең дә, һау-сәләмәт булыуҙың да сере бик ябай — тәбиғәткә яҡыныраҡ булыу. Шуға ла “Ағас киҫтең икән, икене ултырт” тигән әйтем бар. Был ысынбарлыҡта ла шулай.
Беҙҙә генә “ағас үҙе үҫә ул” тип ҡараусандар. Мәҫәлән, Германияла ҡуртымға бирелгән урмандың һәр төбө компьютерға индерелеп, ҡасан, нимәгә киҫергә кәрәклеге билдәләнгән. Уны ҡырҡыу менән тирә-яғы таҙартылып, эргәһенә яңы өс-дүрт үҫенте ултыртып ҡуйыла. Һуңынан ҡайһыһы көслөрәк, шәберәк үҫә, шуныһы ҡалдырыла.
Һүҙем сәләмәтлек хаҡында ине лә, тик әле һөйләгәндәр уйланыу өсөн. Һаулыҡҡа килгәндә, тәбиғәткә яҡын булыу, аралашып йәки уның ҡосағында йәшәү тыныслыҡ, тәнгә сихәт бирә. Хатта бәғзе бер ауырыған, табиптарға йөрөп арығандар ҙа юҡҡа ғына халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итмәй, сөнки ул – быуаттар буйы һыналған ысул.
Халыҡ табиптары дәлилләүенсә, дарыу үләндәренән төрлө төнәтмәләр яһап эсеү, уларҙы йәрәхәтләнгән, һыҙлаған урындарға ябыу ғына түгел, ә түшәк-мендәрҙәргә тултырыу ҙа файҙалы.
Оҙаҡ ятып сирләгән ауырыуҙар, тынғыһыҙ йәш балалар кесерткәндән яһалған түшәккә йәки мендәргә ятҡырыла. Ул тәнде боҙолоуҙан һаҡлай, кешене тынысландыра, бындай мендәрҙә йоҡо ла тәмлерәк була.
Йоҡоһоҙлоҡтан, нервы ауырыуҙарынан интеккәндәргә иһә мендәрҙең ҡайын япрағы, арыш һаламы, аҡтамыр үләне ҡушып яһалғандары сихәт бирә. Йәнә имән япрағын, мәтрүшкә, кейәү үләне, ҡомалаҡтың уҡмаш сәскәһен, шыршы тубырсығын өҫтәргә була.
Йәш ғаиләләргә, яңы никахлашҡандарға махсус ғашиҡтар мендәре яһала. Йыйнаҡ ҡына мендәрҙең тышлығы сигеү менән биҙәлә, ә эсенә ете төрлө тылсымлы үлән һалына:
- кесерткән йән һәм тән “боҙомдарынан” һаҡлай;
- ҡайын япрағы сафлыҡ бирә;
- имән япрағы ныҡлыҡ, тоғролоҡ өҫтәй;
- әрем хуш еҫ бирә, хистәрҙе көсәйтә;
- андыҙ япрағы туғыҙ төрлө көс, йөҙ төрлө дауа бирә;
- мәтрүшкә наҙ тыуҙыра, тынысландыра, яҡшы йоҡлата;
- кейәү үләне хуш еҫ тарата, тәнгә рәхәтлек бирә.