Сәләмәт кеше һәр ваҡыт матур һәм йәш күренә. Һау булыу, тиҙ ҡартаймау өсөн түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер.
* Ныҡ туйғансы ашамағыҙ. Әҙләп туҡланыу организмға ял бирә.
* Йәшегеҙгә яраҡлы ризыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Мәҫәлән, 30 йәшлектәргә биттә йыйырсыҡтар барлыҡҡа килмәһен өсөн бауыр менән сәтләүек, 40-ты уҙғандарға стресҡа ҡаршы бөйөр һәм сыр, 50 йәшлектәргә йөрәк, ҡан тамырҙары өсөн файҙалы балыҡ ашау кәңәш ителә.
* Күңелегеҙгә хуш килгән шөғөл табығыҙ, сөнки эшләмәгәндәр йәштәштәренә ҡарағанда өлкәнерәк күренеүсән.
* Һөйөү ғүмерҙе оҙайта, күңелһеҙлектән арындыра. Шуға парлы булығыҙ.
* Һәр нәмәгә үҙ ҡарашығыҙ булһын. Ундайҙар тормош ауырлыҡтарына бирешеп бармай.
* Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр. Ошо хаҡта онотмағыҙ.
* Ћалҡынса бүлмәлә йоҡлау ҙа йәш ҡалырға ярҙам итә.
* Үҙегеҙҙе яратығыҙ, баһалай белегеҙ.
* Асыу, кенә һаҡламағыҙ. Үҙ эсенә бикләнгәндәрҙең яман шеш менән йышыраҡ сирләгәнен онотмағыҙ.
Шулай итеп, сәләмәт булыу серҙәре ҡатмарлы түгел. Әйҙәгеҙ, Ҡытай гигиенаһына ла күҙ һалайыҡ. Унда ниндәй кәңәштәр бирелә?
* Биткә күберәк массаж эшләргә.
* Сәсте йышыраҡ тарарға.
* Күҙҙәр һәр ваҡыт хәрәкәттә булһын.
* Аҫҡы һәм өҫкө тештәр бер-береһенә тейеп торһон.
* Һулыш алыу еңел булһын.
* Йөрәгегеҙҙе тыныслыҡ ташламаһын.
* Арҡа гел тура торһон.
* Зиһенегеҙ саф булһын.
* Һөйләмегеҙ күп һүҙҙән тормаһын.
* Тирегеҙҙең һәр саҡ дымлы булыуы яҡшы.
* Үксә һеңерҙәрен йышыраҡ һуҙығыҙ, сөнки улар аша йәшәү өсөн кәрәкле энергия тәьмин ителә.
Үрҙә әйтелгән кәңәштәрҙе тотоу өсөн ни бары ялҡауланмаҫҡа кәрәк.