Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
1 Февраль 2021, 17:13

Биологик йәшeңдe иҫәпләп cығap

Ябaй ғынa күнeкмәләp яpҙaмындa үҙeңдeң БИОЛОГИК йәшeңдe иҫәпләп cығapыpғa мөмкин. Әйҙәгeҙ, эшләп ҡapaйыҡ.

Тик ипләп булығыҙ! Күнекмәләрҙе ҡапыл эшләп, имгәнеүегеҙ бар!
Ваҡытты билдәләгеҙ. Тура тороғоҙ, тиҙ генә алға эйелегеҙ, бармаҡ остары менән иҙәнгә тейергә тырышығыҙ. Тиҙ генә кире ҡалҡынығыҙ. Кире эйелегеҙ. Бер минут эсендә нисә эйелеп, нисә тапҡыр иҙәнгә тейә алдығыҙ?
50 - 55 тапҡыр – йәшегеҙ 20 йәшкә тура килә,
49 – 35 тапҡыр - 30 йәш,
34 - 30 тапҡыр - 40 йәш,
29 – 25 тапҡыр - 50 йәш,
24 - 20 тапҡыр - 60 йәш,
19 – 10 тапҡыр - 70 йәш.
Әйткәндәй, эйелгәндә тубығығыҙҙы бөкмәйенсә генә усығыҙ менән иҙәнгә тейә алһағыҙ, һеҙҙең биологик йәш 20-30 йәш араһында тирбәлә тигән һүҙ.
Әгәр иҙәнгә бармаҡ осо менән генә тейә алһағыҙ, һеҙгә 40 йәш тирәһе.
Әгәр аяҡтың сирағына ғына етһә ҡулығыҙ, 50 йәш тирәһендә булырһығыҙ. Тубыҡтан үтә алмаһағыҙ, 60 йәштән йәш түгелһегеҙ.
Тиҙ реакциялар
Иптәшегеҙгә 50 см оҙонлоғонда линейка бирегеҙ. Ул “50” тигән яҙыуынан тотоп, аҫҡа ҡарай вертикаль рәүештә уны тотоп торһон. Һеҙҙең ҡулығыҙ унан 10 см тирәһе аҫтараҡ. Иптәшегеҙ линейканы аҫҡараҡ төшөрөп кире күтәргән мәлдә, һеҙ уны баш һәм һуҡ бармаҡ менән эләктереп ҡалырға тырышығыҙ.
Әгәр линейканың 20 см тип яҙылған урынынан тотоп өлгөрһәгеҙ, һеҙгә шул сама йәш.
25 см - 30 йәш,
35 см - 40 йәш,
45 см - 60 йәш,
бөтөнләй тота алмаһағыҙ - 70 йәш.
Вестибуляр аппарат
Күҙегеҙҙе ныҡ итеп йомоғоҙ, уң йә һул аяҡҡа баҫығыҙ. Икенсе аяғығыҙҙы иҙәнгә тигеҙмәй (яҡынса 10 см бейеклектә) тороп ҡарағыҙ.
30 секунд һәм унан күберәк - һеҙгә 20 йәш,
20 секунд – 40 йәш,
15 секунд – 50 йәш,
10 секундтан кәмерәк – 60 йәш йәки олораҡ.
Тән тиреһе төҫө
5 секунд тирәһе баш һәм һуҡ бармаҡ менән ҡул суғының өҫкә яҡтағы тиреһен семтеп тотоғоҙ. Тире ағарыр. Ваҡытты билдәләгеҙ, күпме ваҡыттан тире үҙ төҫөнә ҡайта?
5 секунд - һеҙгә 30 йәш,
8 секунд - 40 йәш самаһы,
10 секунд - 50 йәш самаһы,
15 секунд - 60 йәш тирәһе,
15 секундтан күберәк - 70 йәш.
Тын алыу системаһы
Тулы күкрәк менән тын алығыҙ, тынды сығарығыҙ (вдох-выдох). Бер минут эсендә шулайтып күпме эшләй алаһығыҙ?
45 - 40 - 20 йәш,
39 - 35 - 30 йәш,
34 - 30 - 40 йәш,
29 - 20 - 50 йәш,
19 - 15 - 60 йәш,
14 - 10 - 70 йәш.
Әйткәндәй, шәмде өрөп һүндереп тә быны тикшерергә була. Шәмдән бер метр алыҫлыҡта уны һүндерә алһағыҙ, һеҙгә 20 йәш бирергә була. 70-80 см алыҫлыҡтан – 40 йәш, 50 - 60 см алыҫлыҡтан - 60 йәш.
Бөтәһен дә эшләп ҡарағас, яҡынса урта йәште сығарып алығыҙ.
Сығанаҡ: aul-uttara.rbsmi.ru
Читайте нас: