Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
4 Февраль 2021, 11:56

БАШ МЕЙЕҺЕНӘ ЛӘ ЯЛ КӘРӘК

Бауыр йәки бөйөр кеүек үк, баш мейеһе лә токсиндарҙан һәм матдәләр алмашыныуы ҡалдыҡтарынан таҙартыуҙы талап итә. Был ҡалдыҡтар баш мейеһе туҡымаларында йыйылмаһын өсөн, ниндәйҙер махсус күнегеүҙәр яһарға кәрәкмәй. Әммә бер шарты бар – кәм тигәндә һигеҙ сәғәт йоҡларға кәрәк.

Бауыр йәки бөйөр кеүек үк, баш мейеһе лә токсиндарҙан һәм матдәләр алмашыныуы ҡалдыҡтарынан таҙартыуҙы талап итә. Был ҡалдыҡтар баш мейеһе туҡымаларында йыйылмаһын өсөн, ниндәйҙер махсус күнегеүҙәр яһарға кәрәкмәй. Әммә бер шарты бар – кәм тигәндә һигеҙ сәғәт йоҡларға кәрәк.
Йоҡлаған саҡта ғына баш мейеһе туҡымалары үҙҙәренә һеңдергән токсиндарҙан арына ала. Ни өсөн тигәндә, баш мейеһе нейрондарын әйләндереп алған күҙәнәктәр йоҡлағанда ҡыҫыла һәм ике арала бушлыҡ барлыҡҡа килә. Әлеге бушлыҡҡа арҡа-баш мейеһе шыйыҡсаһы үтеп инеп, зарарлы ҡалдыҡтарын йыуҙырып алып сығып китә. Нишләп йоҡлағанда ғына? Бының да аңлатмаһы бар. Ғалимдар таҙарыныу процесының баш мейеһенән күп энергия талап иткәнен асыҡлаған. Көндөҙ баш мейеһе үҙ-үҙен таҙартыу өсөн дә энергия бүлеп бирә алмай, уның бынан башҡа ла вазифаһы етерлек: мәғлүмәтте ҡабул итергә һәм эшкәртергә кәрәк. Шулай уҡ әгәр көн дә кешенең йоҡоһо туймай икән, баш мейеһе туҡымаларында токсиндар күп күләмдә тупланасаҡ. Был уның эшмәкәрлеген әкренәйтеүгә килтерә: фекерләү, уйлау һәләте кәмей, хәтер насарлана, кеше гел йоҡомһорау һәләтендә була, депрессияларға бирешә. Нервы системаһы ауырыуҙары башланыуы ихтимал (шул иҫәптән Альцгеймер һәм Паркинсон сирҙәре).

Ғалимдар кәрәҙле телефондарҙың баш мейеһен һаҡлаған барьерҙы зәғифләндереүен иҫбатлаған. Әлеге барьер ҡандағы токсиндарҙың баш мейеһе күҙәнәктәренә үтеп инеүен тотҡарлай икән. Уны көслөрәк, нығыраҡ итеү өсөн антиоксиданттарға бай ризыҡтарҙы күберәк ҡулланырға кәрәк: кишер, шпинат, йәшел үләндәр, ҡыҙыл болгар боросо, помидор, кәбеҫтә, һуған, һарымһаҡ, һырғанаҡ, гөлйемеш, ҡара еләк, ҡара ҡарағат, өрөк, цитруслы емештәр, көнбағыш төшө, миндаль сәтләүеге, һалҡын килеш һығылған үҫемлек майҙары.
Сәләмәт булығыҙ! Сирҙе дауалауға ҡарағанда, булдырмау яҡшы икәнен онотмағыҙ.
Читайте нас: