Шоңҡар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
12 Февраль 2021, 16:13

Энәлек ул ниндәй үҫемлек?

Энәлек үҫемлеген белмәгән кеше юҡтыр. Шулай уҡ уның файҙалы үҙенсәлектәре лә күптән асыҡланған. Ул ғына түгел, һуңғы быуатта был үҫемлек Европа медицинаһында ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ дарыуҙарҙың береһенә әүерелгән.Энәлектең файҙалы үҙенсәлектәренә килгәндә, улар ифрат күп: йөрәк ауыртҡанда хәлде еңеләйтә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән дауалағанда файҙаланыла, айырыуса йөрәк мускулдары көсһөҙләнгәндә һәйбәт сара.Бынан тыш, унан яһалған дарыуҙар йөрәк тамырҙарында һәм баш мейеһендә ҡан әйләнешен яҡшырта, артериаль баҫымды, үҙәк нервы системаһы эшмәкәрлеген көйләй. Шулай уҡ йөрәк мускулдарының ҡыҫҡарыуын яҡшырта, тахикардия һәм аритмия күҙәтелгәндә лә файҙаһы ҙур, йөрәк тәңгәлендәге ауыртыуҙы баҫа, баш әйләнеүенән арындыра.Эске ағзалар ауырыуҙарына килгәндә, энәлектең панкреатит, гастрит, эс китеү кеүек сирҙәр яфалағанда ла ярҙам итеүе ихтимал.Шулай ҙа һәр нәмәлә сама кәрәк: энәлек емештәрен ризыҡ сифатында ҡулланғанда һаҡ булығыҙ, сөнки сама артыҡ икән, еңелсә ағыуланырға мөмкин. Эсәктәргә зыяны тейеүе лә ихтимал. Емештәрҙе ашағандан һуң һалҡын һыу эсергә ярамай. Автор: Гүзәлиә Балтабаева

Энәлек үҫемлеген белмәгән кеше юҡтыр. Шулай уҡ уның файҙалы үҙенсәлектәре лә күптән асыҡланған. Ул ғына түгел, һуңғы быуатта был үҫемлек Европа медицинаһында ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ дарыуҙарҙың береһенә әүерелгән.

Энәлектең файҙалы үҙенсәлектәренә килгәндә, улар ифрат күп: йөрәк ауыртҡанда хәлде еңеләйтә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән дауалағанда файҙаланыла, айырыуса йөрәк мускулдары көсһөҙләнгәндә һәйбәт сара.
Бынан тыш, унан яһалған дарыуҙар йөрәк тамырҙарында һәм баш мейеһендә ҡан әйләнешен яҡшырта, артериаль баҫымды, үҙәк нервы системаһы эшмәкәрлеген көйләй. Шулай уҡ йөрәк мускулдарының ҡыҫҡарыуын яҡшырта, тахикардия һәм аритмия күҙәтелгәндә лә файҙаһы ҙур, йөрәк тәңгәлендәге ауыртыуҙы баҫа, баш әйләнеүенән арындыра.

Эске ағзалар ауырыуҙарына килгәндә, энәлектең панкреатит, гастрит, эс китеү кеүек сирҙәр яфалағанда ла ярҙам итеүе ихтимал.
Шулай ҙа һәр нәмәлә сама кәрәк: энәлек емештәрен ризыҡ сифатында ҡулланғанда һаҡ булығыҙ, сөнки сама артыҡ икән, еңелсә ағыуланырға мөмкин. Эсәктәргә зыяны тейеүе лә ихтимал. Емештәрҙе ашағандан һуң һалҡын һыу эсергә ярамай.

Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в