Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
23 Февраль 2021, 23:44

АҒАСТАР ҘА ДАУАЛАЙ АЛА...

Өҫтәүенә һәр ағастың үҙенә хас дауалау һәләте бар.

Ағастың энергияһы үҙеңә тура килгән-килмәгәнде белеү өсөн, ус төбөн фольга менән ышҡырға һәм ағас янына килергә кәрәк.
Фольгалы ҡулды олонға ҡуйғас, ялтыр ҡағыҙ ағасҡа табан тартылһа, тимәк ағас - һинеке.
Әгәр фольга һелкенмәһә, был ағас аҫтында тормау хәйерле.

Өҫтәүенә һәр ағастың үҙенә хас дауалау һәләте бар.

Ҡыҙыл тал киске сәғәт 6-нан 9-ға тиклем тынысландыра, йөрәк сирҙәрен дауалай, баш ауыртыуын һәм теш һыҙлауын баҫа.

Ә ревматизм, склероз, бәрелгән ерҙәрҙе дауалай торған тирәкте 15 - 18 сәғәттәрҙә ҡосаҡлау яҡшы.

Йүкәнең игелекле йомшаҡ энергияһын алыу өсөн, төндә йәки иртә таңдан – 2-нән 6-ға тиклем барырға кәрәк.

Имән бик ҙур көскә эйә. 15 - 17 сәғәттәрҙә уға һөйәлеп торһаң, теләһә ниндәй сирҙән терелтә.

Уҫаҡ энергияны һура. Юғары ҡан баҫымынан яфаланғанда уның янында 14 - 18 сәғәттәрҙә баҫып тороғоҙ.
Читайте нас: