Шоңҡар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

БӘЛКИ, ВИТАМИН ЕТМӘЙҘЕР?

Ҡулығыҙ һалҡынмы? Әллә балтырҙарығыҙ тартышамы? Әллә күҙ аҫтында ҡара таптар бармы? Иғтибар итегеҙ әле. Былар бит ниндәйҙер витамин етмәүен һөйләй.

Һалҡын ҡул. Ҡулығыҙ гел һалҡын икән, тимәк, һеҙгә йод һәм тимер етмәй. Шулай уҡ ул--гипотиреоз (ҡалҡан биҙе гормондары етмәү), хроник арыу билдәһе.
Сәс ҡойолоуы, тырнаҡтарҙың тиҙ һыныуы, тештәрҙең аҡ булмауы цинк етмәүҙән. “Ҡаҙ тәне” (тәндә бөрсөктәр барлыҡҡа килһә) А витамины кәрәкле күләмдә булмауынан килеп сыға. Ҡоро тән—май кислоталарының аҙлығынан.
Йоҡоһоҙлоҡ, баш ауыртыуы, хәлһеҙлек, сәбәпһеҙ көйәләнеү, координация менән проблема, артыҡ тән ауырлығы хром етмәгәнлектән булыуы ихтимал.
Күҙ аҫтындағы шешектәр йәки ундағы ҡара таптар ниндәйҙер ризыҡҡа аллергия булыуын һөйләй. Тоноҡланған күҙҙәр йәки иртә сәс ағарыуы В12 витамины етмәүҙе хәбәр итә.
Балтырҙағы мускулдарҙың тартышыуы магний ҡулланыуҙы талап итә.
Тән тиреһенең үтә ныҡ аҡ булыуы В12 витаминына мохтажлыҡты күрһәтә.
Тире ҡыҙарһа, һытҡы сыҡһа, тимәк, һеҙгә В6 витамины кәрәк.
Баш тиреһенең ҡоро булыуы--С витамины, телдең ауыртыуы--В6, ирен ярылыуы--В12, ирендең күгәреүе тимер етмәүҙе белгертә.
Әлбиттә, быларға ҡарап ҡына дауаланырға ярамай. Сөнки башҡа төрлө сәбәптәре лә булыуы бик ихтимал. Мәҫәлән, климаттың тәьҫире йә алама ғәҙәттәрҙең үҙен белгертеүе бар. Шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк, бөйөр ауыртыуы ла әлеге хәлгә килтереүе мөмкин. Тимәк, табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Сығанаҡ: zori102-b.rbsmi.ru

Фариза Сафаргалина

Читайте нас в