Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
16 Октябрь 2021, 20:05

Үксә ярылыуҙың сәбәбе ниҙә

Үксә ярылыу косметик кәмселек кенә түгел, сир билдәһе лә булыуы мөмкин.

Үксә ярылыуҙың сәбәбе ниҙә
Үксә ярылыуҙың сәбәбе ниҙә

Үксә ярылыуҙың сәбәбе ниҙә.

Үксә ярылыу косметик кәмселек кенә түгел, сир билдәһе лә булыуы мөмкин. Варикоздың йәшерен төрө булыуы бар. Ҡан әйләнеше боҙолоп, үксә тейешле туҡланыу алмай, ярыла башлай. Ҡан тамырҙарын Р витамины нығыта, ул ҡурай еләгендә, гөлйемештә күп. С витаминының да файҙаһы тейә ( цитрус-тар, баллы борос).
Бөйөрө насар эшләгәндәрҙең дә, шәкәр диабетынан йонсоғандарҙың да үксәһе ярыла.
Тағы бер сәбәп – микоз. Бәшмәктәр тиренең өҫкө ҡатламын зарарлай, әкренләп эскә үтә. Ҡысытыу, әсетеү кеүек сифаттар өҫтәлә. Был осраҡта тиҙерәк табипҡа күренергә һәм дауалана башларға кәрәк.

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: