Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
8 Ноябрь 2021, 21:42

Терһәгемдә тире ҡытыршылана

Был һеҙҙең эске органдар ауырта тигән һүҙ, быны өйҙә дауаларға маташмағыҙ.

Терһәгемдә тире ҡытыршылана
Терһәгемдә тире ҡытыршылана

Терһәктәрҙәге тән тиреһе эске органдар тураһында һөйләй. «Терһәктә тире ҡысытыу,  ҡыҙарыу, ярылыу  күҙәтелһә, тиҙ арала табипҡа барығыҙ. Был һеҙҙең эске органдар ауырта тигән һүҙ, быны өйҙә дауаларға маташмағыҙ», — тип киҫәтә Светлана Абоева.

Терһәктә артыҡ тире кипһә, ҡытыршылана, дерматология ауырыуы булыуы ихтимал. Был псориаз булырға мөмкин. Әгәр бик ныҡ итеп кипһә, ҡыҙарһа, ҡысыта башлаһа, был ихтиол булырға мөмкин.

«Был осраҡта тире ҡубыҡлана, бер төрлө булмай, ярыла, балыҡтыҡына оҡшаған тәңкәләр менән ҡаплана. Дерматологка күренергә кәрәк. Төп дауалау — дымландыра торған саралар ҡулланыу», — тип әйтә табип.

Ихтиол менән интегеүсе пациенттарға был сараларҙы иртән һәм кис эшләргә кәрәк.

Терһәктә тән тиреһе ҡоро булыу, төҫө үҙгәреү сәбәбе күҙәнәктәрҙең инсулинға тәьҫире кәмеү менән аңлатылырға ла мөмкин. Быны бары тик эндокринолог ҡына асыҡлай ала.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: