Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
6 Декабрь 2021, 13:35

Йөрәкте һаҡлайыҡ!

Төрлө ауҡырыуарҙан иҫкәртеү маҡсатында йөрәкте нығытып, хәлен яҡшыртып алыу мөһим. Әллә ни ауыр булмаған бер нисә рецепт тәҡдим итәм. Был ысулды халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән танышым ҡулланырға тәҡдим итә.

Йөрәкте нығытып, хәлен яҡшыртып, төрлө ауырыуҙарҙан профилактика эшәп алыу мөһим. Әллә ни ауыр булмаған бер нисә рецепт тәҡдим итәм. Был ысулды халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән танышым ҡулланырға тәҡдим итә.

1 такан  курага, 1 стакан йөҙөм,  1 стакан грек сәтләүеген һәйбәт итеп йыуабыҙ, киптерәбеҙ. Ит турағыстан үткәреп ярты стакан бал менән бутайбыҙ. Иртәле-кисле ас ҡарынға бер аш ҡалағы ашайбыҙ.   20-30 минуттан ғына  ашарға ултырабыҙ. Курс – 1- 3 ай.  Һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.

Ҡабыҡлы лимонды һөйәген алып һарымһаҡ менән бергә  ир турағысында үткәреп алабыҙ ҙа бал ҡушып бутайбыҙ.  5 лимон, 5 баш һырымһаҡ 50 мл бал кәрәк була. Әҙер ҡушылманы быяла һауытҡа һалып марля менән ҡаплап биш көнгә һалҡын, ҡараңғы урынға ултыртып ҡуябыҙ.  Иртәнге һәм киске ашҡа  тиклем 25 минут ҡалғас 1 аш ҡалағын 1 стаҡан йылы һыуға бутап эсәбеҙ. Йоҡо алдынан, ашҡаҙан сей яраһы булғанда эсеү тыйыла.  Был ысул менән  һеҙ сосудтарҙы таҙартып, йрәк-ҡан тамырҙары системаһын яҡшыртып алаһығыҙ.  Шулай уҡ иммунитетҡа ла бик яҡшы тәьҫир итә. Һыуытҡыста һаҡлау мотлаҡ.  Был ысулды йылына бер-ике тапҡыр ҡулланып алырға кәрәк.

Стресстар,  проблемалар, дөрөҫ булмаған туҡланыу, һыу балансы насар булғанда һәм башҡа сәбәптәр буйынса йөрәк хәлһеҙләнә, ауырый. Был төрлө ҡурҡыныс сирҙәргә килтерә.  Шул хәлгә етмәҫ өсөн  профилактика эшләү бик тә кәрәк.

Инстаграмдағы "Серле донъя" сәхифәһенән. 

Фото - ru.depositphotos.com

Йөрәкте һаҡлайыҡ!
Йөрәкте һаҡлайыҡ!
Автор:
Читайте нас: