Японияла һәр көн иртәнсәк һыу эсеү ғәҙәте бар. Ул баш ауыртыуҙан, быуындар һыҙлауҙан, йөрәк сиренән, артриттан, йыш йөрәк тибешенән, эпилепсиянан, һимереүҙән, бронхиаль астманан, менингиттан, бөйөр ауырыуҙарынан, уҡшыуҙан, гастриттан, диареянан, геморройҙан, диабеттан, эс ҡатыуҙан, күҙ ауырыуҙарынан, ҡолаҡ, танау, тамаҡ төбө һәм ҡатын-ҡыҙ сирҙәренән ярҙам итә.
Япондар һыу менән генә лә дауалана
Һыуһыҙ бер кем дә, бер ни ҙә йәшәй алмай. Әммә беҙ уның ҡәҙерен белмәй тәләфләп ташлайбыҙ. Һыуҙы йыуыныу, һыуһын ҡандырыу сараһы итеп кенә ҡулланабыҙ. Ә бит ул дауаланыу өсөн дә яҡшы.
Күп кенә сирҙәр һыу етмәүҙән килеп сығыуын иҫбат иткәндәр. Матдәләр алмашыныуында уның роле бик ҙур. Унда барлыҡ минералдар һәм микроэлементтар иреп, күҙәнәктән күҙәнәккә үтеп инә. Әгәр һыуға организмда дефицит бар икән, матдәләр алмашыныуы боҙола. Һөҙөмтәлә, кеше ауырый башлай.
Японияла һәр көн иртәнсәк һыу эсеү ғәҙәте бар. Ул баш ауыртыуҙан, быуындар һыҙлауҙан, йөрәк сиренән, артриттан, йыш йөрәк тибешенән, эпилепсиянан, һимереүҙән, бронхиаль астманан, менингиттан, бөйөр ауырыуҙарынан, уҡшыуҙан, гастриттан, диареянан, геморройҙан, диабеттан, эс ҡатыуҙан, күҙ ауырыуҙарынан, ҡолаҡ, танау, тамаҡ төбө һәм ҡатын-ҡыҙ сирҙәренән ярҙам итә.
Дауаланыу алымы:
- Иртәнсәк уяныу менән (теште лә таҙартмаҫ элек) 160 мл һыу һыймалы стакан менән дүрт тапҡыр һыу эсергә.
- Теш таҙартҡандан һуң, 45 минут ашамаҫҡа ла, эсмәҫкә лә.
- 45 минуттан ғәҙәттәгесә иртәнге аш ашарға.
- Иртәнге аштан, төшкө аштан һәм кисе аштан һуң ике сәғәт дауамында ашамаҫҡа ла, эсмәҫкә лә.
- Оло һәм ауырыу кешеләр 4 стаканлап һыу эсә алмаһа, бәләкәй дозанан башларға һәм яйлап күбәйтергә кәрәк.
Әлеге алым менән нисә көндә хәлде яҡшыртырға була? Ул сирҙең төрөнә бәйле:
Юғары ҡан баҫымы булһа – 30 көн
Гастрит булһа – 10 көн
Диабет булһа – 30 көн
Эс ҡатыу йонсотһа – 10 көн
Артрит булһа – тәүге аҙнала юғарылаға алым буйынса өс көн эсеп, киләһе икенсе, өсөнсө аҙнала көн һайын һыу эсә ала.
Әлеге алымдың һаулыҡҡа кире тәьҫире юҡ. Тәүҙә йыш кесе ярау итеү генә ихтимал. Әгәр был дауаланыу алымын көндәлек тормошоғоҙға индереп, ғәҙәт итеп алһағыҙ, бөтөнләй яҡшы буласаҡ.
"Атайсал"